12+  Свидетельство СМИ ЭЛ № ФС 77 - 70917
Лицензия на образовательную деятельность №0001058
 Пользовательское соглашение      Контактная и правовая информация
 
Педагогическое сообщество
УРОК.РФ
УРОК
Материал опубликовала
Хуснутдинова Гузалия Мадьяровна58
Россия, Башкирская респ., Кармаскалинский район

Башҡорт теле. 4 класс.

 Уҡытыусы: Хөснөтдинова Гүзәлиә Мәҙийәровна

28 – се дәрес

Дәрес темаһы:

Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ябай һәм ҡушма һандар.

Дәрес төрө:

Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаттары:

Белем биреү: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, баш ҡала тураһында әңгәмә ойоштороу, мәғлүмәтте артырыу. Ябай һәм ҡушма һандар менән таныштырыу.

Үҫтереүсе: фекерләү һәләтен, тыңлап аңлау, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.

Тәрбиәүи: Тыуған илгә, баш ҡалабыҙға һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәтеү, телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, дөйөмләштерә, һығымта эшләй белеү;

в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап диалог ҡороу, үҙ-ара аралаша, тасуири уҡый белеү.

Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: әңгәмәлә ҡатнаша белеү, төркөмдәрҙә, парлап эшләгәндә хеҙмәттәшлек итә, бер-береңде тыңлай, килешеп эшләй белеү,

Йыһызландырыу:

Толомбаев Х. А. , Дәүләтшина М. С. һ.б. “Башҡорт теле”, 4-се класс уҡыусылары өсөн дәрәслек. – Өфө: Китап, 2014; эш дәфтәре, “Өфө” темаһына слайдтар.

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу.

Белемдәрҙе актуалләштереү.

Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн!

Һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ.

Артикуляцион күнегеүҙәр.

Башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшер өсөн телдәрҙе шымартып алайыҡ.

а)телде уңға-һулға, аҫға-өҫкә йөрөтәбеҙ;

б)өҫкө тештәр менән-аҫҡы, аҫҡы тештәр менән өҫкө иренде “тырнайбыҙ”;

в)ижектәр уҡыйбыҙ.

Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашалар.

Хор менән ҡабатлайҙар.

Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша.

Ш.: белем алыуға, уҡыуға, дәрескә ҡарата ыңғай ҡараш формалаша.

Т.б.: яңы белем алыу кәрәклеген аңлау

II.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

1.Шиғыр аша дәрестең темаһын, эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү.

-Тау башында балҡый бер ҡала,

Ул ҡала Өфө тип атала.

Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары,

Матурҙар егет һәм ҡыҙҙары.

Шиғырҙы уҡыйҙар,Өфө тураһында әңгәмәлә ҡатнашалар.

Дәрестә нимә тураһында һөйләшеүҙәре тураһында әйтәләр.

Р.: уҡытыусы менән берлектә дәрестең, үҙҙәренең эшмәкәрлектәренең маҡсатын билдәләргә өйрәнәләр.

Ш.: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша.

Т.б.: логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү формалаша.

III.Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

1.Өфө ҡалаһы тураһында әңгәмә.(Слайдтар).

2.Матур яҙыу минуты.

Ө Өө

Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы.

3.Текст өҫтөндә эш.

Ә һеҙҙең тыуған ауылығыҙ ниндәй?

Нимәләр әйтә алаһығыҙ был ауыл тураһында?

4.Текстағы һандарҙы ҡулланып яңы материалды үҙләштереү, ҡағиҙәне уҡыу.

 

Яңы һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайҙар.

Тексты иғтибар менән тыңлайҙар. Һорауҙарға яуап бирәләр.

К.: диалогка инергә, һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңлай, әңгәмәгә ҡушыла белергә, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнәләр..

IV.Ял минуты.

Өфөнөң урамдары киң,

Йорттары бейек.

Еләҫ ел иҫә,

Ағастар бәүелә.

Уҡытыусы артынан хор менән ҡабатлайҙар, хәрәкәттәрҙе күрһәтә баралар.

Ш.: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

V.Белемде нығытыу (яңы белемде практикала ҡулланыу).

1. Дәреслек менән эш.

а)Рәшит Шәкүр “Өфө” шиғыры менән эш.

Тимәк, Өфө тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ?

б)Группала эшләү.(Һандарҙы һүҙҙәр менән яҙырға, ребустарҙы сисергә).

в)Парлап эшләү. Диалог өҫтөндә эш.

Яңы һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайҙар.

Һорауҙарға яуап бирәләр.

Һандарҙы цифр менән яҙалар.

Ребустарҙы сисәләр.

Диалогты парлап уҡыйҙар, оҡшатып үҙҙәре төҙөйҙәр.

Р.: уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү формалаша.

К.: һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңлай белергә, һөйләмдәр төҙөргә, әңгәмәгә ҡушылырға, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтергә өйрәнәләр.

VI.Ял минуты.

1,2 – был баш,

3,4 – былар ҡаш,

5,6 – ҡулдар,

7,8 – күҙҙәр,

9,10 – аяҡтар,

Танау, ауыҙ, ҡолаҡтар.

Уҡытыусы артынан хор менән ҡабатлайҙар, бармаҡтар менән күрһәтә баралар.

Ш.: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта

VII.Өйгә эш.

Китап- 58-се бит, 3-сө күнегеү, шиғырҙы ятларға..

Көндәлеккә өйгә эште яҙалар.

Р.: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә, үҙҙәренең эшмәкәрлеген ойоштора белеү формалаша.

VIII.Дәресте йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккә рефлексия.

-Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

-Нимәгә өйрәндегеҙ?

-Һөйләмдәрҙе тултырып әйтегеҙ.

Дәрестә мин ... белдем.

Мин ... өйрәндем.

Миңә ... оҡшаны (оҡшаманы). (Слайдта)

Уҡыусыларҙы баһалау.

Уҡыусылар яуап бирәләр. Нимәгә өйрәнеү тураһында әйтәләр.

Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай.

Башҡорт телендә һаубуллашалар.

Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреүгә, уҡытыусы баһаһына адекват ҡараш формалаша.

 

Опубликовано


Комментарии (0)

Чтобы написать комментарий необходимо авторизоваться.