Внеклассное мероприятие на тему «Литературная радуга»

0
0
Материал опубликован 16 March

/data/files/k1715588018.docx (undefined)

Кластан тыш сара

ӘҘӘБИ ЙӘЙҒОР”

(Назар Нәжми ижады буйынса)


 


 

Аҡбарова Инзилә Салауат ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Башҡортостан Республикаһы

Краснокама районы

Яңы Аҡтанышбаш ауылы

урта дөйөм белем биреү мәктәбе

 

Маҡсат:

1.Назар Нәжми тураһында уҡыусыларҙың белемен арттырыу.
2.Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү, тарихи үткәнебеҙгә ҡыҙыҡһыныу
уятыу.
3.Тыуған илгә, шағирҙың әҫәрҙәренә һөйөү, патриотик рух тәрбиәләү.


Йыһазландырыу:
Презентация “Халыҡ шағиры”, шағирҙың
портреты, китаптар күргәҙмәһе, йырҙар яҙмаһы.


 

Алып барыусы:

Тел асҡысы, иман биргән

Һөйөклө туған телем!

Үҙебеҙ сә һеҙгә сәләм,

Әссәләмәғәләйкүм!

 

 

Һаумыһығыҙ, Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, ҡәҙерле уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр!

 

Алып барыусы:

Һаумыһығыҙ тип башлайым әле,

Танышыу бит шулай башлана.

Һеҙҙең менән осрашҡанға, дуҫтар,

Күңелебеҙ шундай шатлана!

 

Алып барыусы:

- Хөрмәтле ҡунактар, ата-әсәләр, уҡытыусылар, уҡыусылар. Рөхсәт итегеҙ “Әҙәби йәйғор” тип исемләнгән кластан тыш сарабыҙҙы башлап ебәрергә!

 

Алып барыусы:

Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, йәйғор нисә төҫтән тора? (7)
- Ете һаны беҙгә тағы нисек бәйләнгән икән? (ете ырыу, гербыбыҙҙа ете ҡурай тажы)
-Дөрөҫ, әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең ырыуыбыҙҙың исем-тамғаларын иҫкә төшөрөп китәйек.
- Илебеҙ – Рәсәй, Ватаныбыҙ – Башҡортостан, ырыуыбыҙ – Гәрәй, ағасыбыҙ – ҡарама, тауыбыҙ – Йөрәк тау, йылғабыҙ – Ташлы Иль, ҡошобоҙ – ҡарға, ораныбыҙ – Салауат.


-Бик яҡшы, уҡыусылар. Ә хәҙер кем бөтә ырыу исемдәрен әйтеп бирә ала?
(тамъян, бөрйән, ҡыпсаҡ, түңгәүер, үҫәргән, юрматы, табын)
-Ҡайҙан килеп сыҡҡан был ете ырыу, кем белә?

 

Алып барыусы:

-Афарин, уҡыусылар. Эйе, беҙҙең халыҡ элек-электән үҙ-ара бик татыу, дуҫ
йәшәгән. Тыуған илен бергә һаҡлаған, телен ситтәрҙән кәмһеттермәгән,
дошмандан тыуған ерен тапаттырмаған.

 

Алып барыусы:

Хозур тәбиғәткә ҡыҙыусылар күп
булған әлбиттә, ҡулын да һуҙыусылар булған. Әммә беҙҙең ир-егеттәребеҙ
беҙгә ошондай гүзәл, бай, матур илде – Башҡортостаныбыҙҙы һаҡлап
ҡалдырған, һәм хәҙер һеҙҙең бурыс – тыуған төйәгебеҙҙе ҡурсалау.

 

Алып барыусы:

- Бөгөнгө кластан тыш сараға эпиграф итеп мин Назар Нәжмиҙең “Һинең ниндәй улыңмын мин?” тигән шиғырын ҡулланабыҙ.

 

Алып барыусы:

- Ә хәҙер шиғырҙы тасуири итеп беҙгә Ғилманов Азамат яттан ишеттерә.

Ә һеҙ шиғырҙың төп фекерен билдәләрһегеҙ.

 

(Бер уҡыусы яттан тасуири һөйләй).

 

Алып барыусы:

Балалар, был шиғырҙа һүҙ нимә тураһында барҙы?

Кем иғтибар менән тыңланы?

 

 

(Балалар төп фекерен әйтәләр)

 

(Тыуған илгә һөйөү, уның
менән ғорурланыу, Тыуған ил минең менән ҡәнәғәтме тигән һорау борсой).

 

Алып барыусы:

-Ә хәҙер әйҙәгеҙ эшкә күсәйек. Йәйғор 7 төҫтән торғас, һеҙгә лә 7 төрлө эш биреләсәк.

 

-Беренсе ниндәй төҫ? (ҡыҙыл)
-Презентацияла ҡыҙыл төҫтә эш: “Мәҡәлдәрҙе дауам ит” тип аталасаҡ.


1.Ил һаҡлау – ҙурлыҡ, ...ил баҫыу – хурлыҡ.
2.Ил яҙмышы - ...ир яҙмышы.
3.Тыуған ер – яҡын, ...тыуған ил – алтын.
4.Алтын-көмөш яуған ерҙән ... тыуған-үҫкән ил артыҡ.
5.Иле барҙың ... теле бар.
6.Иленән биҙгән ир уңмаҫ, ... күленән биҙгән ҡаҙ уңмаҫ.

7.Тыуған ерҙең ...әреме лә хуш еҫле.

Йомғаҡлау.

Алып барыусы:

-Йәйғорҙоң 2-се төҫө – ҡыҙғылт-һары. Эш: “Кроссворд” сисеү була.
-Ә хәҙер Назар Нәжми ижады һәм тормош юлы буйынса кроссворд сисергә тәҡдим итәм.

- Иғтибарҙы экранға юнәлтәбеҙ (презентация)

 

 

1.

Н

ә

ж

м

е

т

д

и

н

 

2.

ш

А

ғ

и

р

 

 

 

 

 

3.

г

и

м

н

а

З

и

я

 

 

 

4.

т

А

м

с

ы

л

а

р

 

 

5.

У

Р

а

л

 

 

 

 

 

 

6.

Һ

ә

Н

ә

к

 

 

7.

И

с

м

Ә

ғ

и

л

е

в

 

8.

Ж

у

р

н

а

л

 

9.

к

о

М

е

д

и

я

 

 

10.

М

И

ң

е

ш

т

е

 

 

 

 


 

Шағирҙҙың атаһының исеме? (НӘЖМЕТДИН)

Кем ул Назар Нәжми? (ШАҒИР)

Дүртөйлөлә ниндәй уҡыу йорто уның исемен йөрөтә? (ГИМНАЗИЯ)

Тәүге китабы исеме. (“ТАМСЫЛАР”)

И.И.Дилмөхәмәтовҡа арналған поэмаһы. (УРАЛ)

1959 йылда ошо журнал редакцияһында эшләй. (“ҺӘНӘК”)

Батырҙар йыры” шиғырына йыр яҙған композитор. (ИСМӘҒИЛЕВ)

Ағиҙел” редакцияһында эшләй, “Ағиҙел” нимә ул? (ЖУРНАЛ)

Хуш, Хәйрүш” ниндәй жанр? (КОМЕДИЯ)

Шағирҙың тыуған ауылы. (МИҢЕШТЕ)


 

Йомғаҡлау.

 

Алып барыусы:

Уҡыусылар, йәйғорҙоң 3-сө төҫөнә күскәнсе, беҙ һеҙҙең менән хәҙер төркөмдәргә бүленеп эшлибеҙ.

Төркөмдәр менән эш.

 

Йәйә эсендәге һүҙҙәрҙе башҡорт теленә тәржемә итеп ҡағыҙҙарға күсереп яҙырға кәрәк буласаҡ. Ҡайһы төркөм тиҙрәк башҡарыр икән?

 

1-се төркөм:

 

Эйәрле (лошадь) беҙ менгәндәр,

(До свидания), йән һөйгәндәр,

(Страна) саҡыра изге яуға,

(меч) — билдәрҙә.

Бәйге түгел (сражение) ҡырҙары,

Мөмкин булмаҫ ҡайтыуҙары бөтәбеҙгә,.

Бәлки, кире тыуған илдәргә,

 

2-се төркөм:

 

Алдыҡ (рана), йә үлдек (мы),

(смерть) бар тип белмәнек беҙ,

Үттек илдәр, үттек (дороги)

Изге яуҙарҙа.

Булманы (башкир) ҡайҙарҙа,

Ат эсерҙек (весна) ғы айҙа'

Висла, Одер, Дунай тигән

(далекий)  ярҙарҙа!

 

3-сө төркөм

 

(Здравствуй), тыуып үҫкән ерҙәр!

Бар икән дә күрер (день) дәр.

Шатлыҡтары (крыло) йәйә

Беҙҙең (песня) ҙарҙың.

Һағындырған тыуған яҡтар,

Тып-тып баҫып (идет) аттар,

(Слава) бөркөлә, саң бөркөлә

(Наш)  юлдарҙан!

Һай, юлдарҙан!

 

-         Әйҙәгеҙ, балалар, уҡып ишеттерегеҙ әле!

 

Уҡыусылар тәржемә иткән һүҙҙәрҙе уҡыйҙар

 

Рәхмәт, был Назар Нәжми һүҙҙәренә яҙылған “Батырҙар йыры”. Тыңлап үтәйек. (Йыр тыңлау).

Балалар, ә хәҙер бергәләп йырлап ҡарайыҡ.

 

(Бергә йырлау)

Алып барыусы:

-Йәйғорҙоң 3-сө төҫөнә күсәбеҙ. Һары төҫтөң эше: “Оҫта телдәр конкурсы”.

Ә хәҙер Бөйөк шағирыбыҙҙың шиғырҙарын тасуири уҡыу конкурсы иғлан ителә.

(Уҡыусылар теләк буйынса шиғыр уҡыйҙар).

Мин хәҙер һеҙгә 1 шиғыр уҡып ишеттерәм, ә һеҙ уны иғтибар менән тыңлағыҙ!

Шиғыр өҫтөндә эш.

Эйәрле ат беҙ менгәндәр,

Һay булығыҙ, йән һөйгәндәр,

Ил саҡыра изге яуға,

Ҡылыс — билдәрҙә.

Бәйге түгел яу ҡырҙары,

Мөмкин булмаҫ ҡайтыуҙары бөтәбеҙгә,

Бәлки, кире тыуған илдәргә…

 

-Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, был шиғыр өҙөгө ниндәй шиғырҙан? Нисек атала? Шиғыр ниндәй теманы аса?

 

(Уҡыусылар үҙ фекерҙәрен әйтәләр)

 

-Эйе дөрөҫ, афарин балалар! Был Назар Нәжмиҙең “Батырҙар йыры” шиғыры. Шағир һуғыш, фронт, илһөйәрлек темаһына күп кенә шиғырҙар ижад итә.

Баһалау, йомғаҡлау.

Алып барыусы:

Йәйғорҙоң 4-се төҫө ниндәй, балалар?

-Дөрөҫ, (йәшел) йәшел төҫ

-Ә нимәне аңлата ул төҫ?

- Дөрөҫ. (тыныслыҡ).

- Эйе, ерҙә тыныслыҡ булһын, илдәребеҙ имен, күгебеҙ аяҙ булһын, бөтәбеҙ ҙә шатлыҡта – ҡыуаныста ғына йәшәйек тип теләп йәйғорҙоң йәшел төҫөнөң эшен башлайбыҙ.

Алып барыусы:

Әҙәби аукцион”да сынйырлап авторҙың Тыуған ил, тыныслыҡ темаһына яҙылған шиғырҙары исемдәрен әйтәбеҙ.

(“Еңеү байрамы алдынан”, “Тыуған төйәгемә”,”Урыҫ дуҫҡа”, “Тыуған ер-һыу – үҙе бөйөк мәктәп”, “Тыуған ярҙар”,”Ауыл көйө”,”Аҡ шишмә”, “Арғымаҡ”, “Фашизмды беҙ ул тар-мар иттек” һ.б.)


 


 

Йомғаҡлау, баһалау.

Алып барыусы:

- Ә хәҙер бишенсе төҫкә күсәбеҙ. Был – зәңгәр төҫ. Эш шундай: “Йырлы минуттар” тип атала. Мин Назар Нәжми шиғырҙарына яҙылған йырҙар ҡуям, ә һеҙ исемен билдәләгеҙ.

- Иғтибарлы булығыҙ! Ата-әсәләргә лә ярҙам итергә була.

(Назар Нәжми шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғырай)

Р.Хәсәнов “Өфө йүкәләре”, “Ҡышҡы романс”, “Һиңә тағын мин бер киләм әле", "Мине юлдар саҡыра".

З.Исмәғилев “Батырҙар йыры”, “Ҡайтманығыҙ тыуған ерҙәргә”, “Киске Ағиҙел”, “Мендем бейек Уралтау башына”, “Исеме Зифа икән”, “Бөтәһе лә һуңлап килде миңә”, “Аҡ бабай йыры”,”Ләлә”, “Котелок”.

Н.Сабитов “Ағастар”, “Шулдыр инде мөхәббәт”,”Уттар, минуттар”.

М.Марҙаханов “Өфө урамдары матур”

Н.Дауытов “Һөйгәнемә сәләм әйтегеҙ”.

Х.Әхмәтов “Яҙғы урман”.

Йомғаҡлау.

Алып барыусы:


 

Шулай итеп, уҡыусылар, һеҙ ниндәй һығымта яһай алаһығыҙ бөгөнгө кластан тыш сара буйынса?

(шағирҙың бик күп шиғырҙарына йырҙар яҙылған. Улар бик тә популяр, күңелгә ятышлы йырҙар).

 

Алып барыусы:

Алтынсы төҫкә лә килеп еттек. Ул ниндәй төҫтө билдәләй? (күк)

Бында эш шулай: беҙ Нәжмиҙе тәржемәсе тип тә беләбеҙ. Хәҙер мин башҡортса исемен әйтәм, ә һеҙ русса әҫәрҙең исемен һәм авторын билдәләгеҙ. Иғтибарлы булайыҡ!

 

Алып барыусы:

Баҡыр һыбайлы” (Пушкин “Медный всадник”)

Ахвах ауылында” (Р.Гамзатов “В Ахвахе”)

Яралы таш” (К.Кулиев “Раненый камень”)

«Төнгө һаҡсы» (Крашенинников Н.А. “Ночной сторож”)

«Хәйбулла хәҙрәт» (Крашенинников Н.А “Хазрет Хайбулла”)

«Ҡыш үткәс» (Крашенинников Н.А. “После зимы”)


 

Йомғаҡлау.


 

Алып барыусы:


 

- Уҡыусылар, һәм һуңғы төҫ, ул – миләүшә төҫө. Был төҫ иң матур сағыу төҫтәрҙең береһе булып һанала.

- Хәҙер беҙ бергәләп Назар Нәжми шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарасаҡбыҙ.

- Тиҙҙән 23 февраль Ватанды һаҡлаусылар көнө лә етә. Бөтә ир-егеттәребеҙҙе, уҡытыусыларыбыҙҙы, атайҙарыбыҙҙы, олатайҙарыбыҙҙы байрам менән ҡотлап, һеҙ белгән йырҙы – “Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер” ҡунаҡтарға бергәләп йырлап ишеттерәйек!


 

(Йыр башҡарыу бергәләп)


 

Алып барыусы: Ҡәҙерле дуҫтар! Ошоноң менән беҙҙең сарабыҙ тамам. Һәр кемдең өйҙәрендә – муллыҡ, тәнендә – һаулыҡ, аҡылында – зирәклек, илебеҙҙә бары тик именлек һәм тыныс күк йөҙө булһын һәр ваҡыт!

 

Иғтибарығыҙ өсөн бик ҙур рәхмәт!!!


 


 


 


 


 

8

 

в формате Microsoft Word (.doc / .docx)
Комментарии
Комментарии на этой странице отключены автором.

Похожие публикации