Сценарии на башкирском языке
Көҙ һәм Республика Башкортостан байрамы.
Маҡсат: Көҙгө гүзәллеккә һоҡланыу, мул уңышлы миҙгелдең әһәмиәтен төшөндөрөү,күҙәтеүсәнлектәрен,иғтибарлыҡтарын,логик фекрләүҙәрен үҫтереү,коллетивизм,дуҫлыҡ тойғолары тәрбиәләү,көҙгө тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү һәм Тыуған илебеҙҙе яратыу.
*Балалар залға инәләр,Ҡурай мелодияһы уйнай*
Алып барыусы: Хәерле көн кәҙерле балалар һәм хөрмәтле ҡунактар!
Бөгөн беҙҙә оло байрам-тыуған Башкортостаныбыҙҙың уҙ аллы дәуләт булып иғлан ителгән көнө һәм был көн алтын көз миҙгеленә тура килә.
Балалар шиғыр һөйләйҙәр:
1 бала: Башҡортостан-тыуған ерем
Һиндә тыуҙым,һиндә уҫтем
2 б.: Башҡортостан-башҡорт иле
Шунда беззең тамырҙар
3 б.: Беззең кайнар каныбыҙҙа
Сал тарихтың даны бар
4 б.: Башҡортостан-тыуған ерем
Торна булып сыңлар ил
5 б.: Сор ҡурайҡай һыззырғанды
Ғәләм өнһөҙ тыңлар гел.
6 б.: Башҡортостан – дуҫлык йорто
Татыулыҡта уның ҡото.
7 б.: Башҡортостан! Һин беҙҙең
Тыуған уҫкән еребеҙ
Беҙгә икмәк,һөт биргән
Һыуын эскән еребеҙ.
Йыр «Башҡортостан»
1)Зәңгәр күлдәр, йылғаларың,
Йырлана күп йырҙарҙа.
Сал тауҙарҙан алтын сыға,
Иген шаулай ҡырҙарҙа.
2)Башҡортостан – тыуған ерем.
Бала саҡ гөрләп үтә.
Тыуған илем – бәхет иле,
Шундай илгә ни етә?
А.б.: Алтын һибелгәндәй гуйә
Һап-һары ерҙен өстө
Ағастарҙын да япрағы
Алтынға манған төслө
Һары япраҡтар ҡыштырлап
Һибеләләр туң ергә
Әйтегеҙ се балалар
Был кайһы саҡ була?(балаларҙын яуабы)
А.б.: Дөрөҫ! Афариндар!
1 бала: Китте йәй беҙҙең яҡтарҙан
Диңгеҙ, тауҙар артына
Көҙ алтын кулдәк кейҙерҙе
Ағастарҙын барыһына.
2 б. Көҙ көндәре килеп етте
Хушлашабыҙ йәй менән
Бөтөн ерҙә япраҡтарҙан
Алтын келәм тушәлгән.
3 б. Кайындарға һары муллык
Миләшкә муйынсыктар
Сейәгә көрән алҡалар
Бик килешеп торалар.
4 б. Һандуғастар,карлуғастар
Осоп китте йыраҡҡа
Торналар ҙа ялга китте
Йылы яҡҡа,көн яҡҡа.
5 б. Көзгө урман тып-тын булған
Ағас башы яланғас
Һунғы япраҡ төшә ҡалтырап
Әҙ генә ел шаярғас.
А.б.: Көҙ көнө яландарҙа бөрлөгән бешеп сыга. Уртансылар төркөмө Бөрлөгән бейеуен тиғдим итә. Ҡаршы алайык, дустар!
Танец “Бөрлөгән»
*Залға инә Көзһылыу*
Көҙһылыу: Һаумыһығыҙ, кәҙерле дуҫтарым. Мин һеҙҙе куреуемә бик шатмын!
А.б.: Һаумы, Көҙһылыу,беҙ ҙә бик шатбыз. Беҙҙең балалар һине көтөп көттөләр!
Әйҙәгеҙ Көзһылыуга байрамыбыҙға әҙерләгән бейеуҙе бейеп алайыҡ.
Песня «Көҙгө бейеу”
1.Шып-шым ғына, шым ғына
Яуа ҡайын япрағы,
Япраҡтарға ни булған?
Бөтәһе лә һап-һары.
2.Япраҡ япҡас һап-һары
Инде урман юлдарын,
Йым-йым итә юлдарҙа
Һары ҡояш нурҙары
3.Ерҙә кәкүк саҡырмай,
Күктә йәшен сағылмай,
Көҙ килеп етте бына,
Тып-тын ғына, тын ғына.
Көҙһылыу: Афарин,балалар,бик матур йырланығыз! Ә хәҙер әйҙәгеҙ йомаҡтар сисеп алайык!
1.Аякһыҙ- кулһыҙ, уҙе ҡат-ҡат кейенгән (кәбеҫтә)
2.Кызарып беште, ергә төштө (алма)
3.Тәҙрәһе юк, ишеге юк,эсе тулы халык (ҡыяр)
Көҙһылыу: Кайһылай шәп балалар! Бөтәһен дә беләләр. Ә һез беләһегеҙ ме,балалар йәшелсәләр уҫһен өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнен? (һыу койорга кәрәк) Дөрөс,балалар! Әйҙәгез уйын уйнап алайык,кем куберәк уңыш йыйыр икән.
Игра “Уңыш йыйыу”
Көҙһылыу: Калай куп йыйғанһығыз! Афариндар!
А.б.: Көҙһылыу,өлкәндәр төркөмө Гөлнәзирә бейеуен әҙерләне. Рәхим итеп ал!
Танец “Гөлнәзирә»
Көҙһылыу: Ҡайһылай матур бейейҙәр! Афариндар! Балалар,һеҙҙә бигрәк куңелле! Шунын өсөн мин һезгә уземдең баксамдан тәмле кустәнәстәр алып килдем.
А.б.: Балалар,Көҙһылыуга рәхмәт әйтергә онотмағыҙ.
Кәҙһылыу: Бына инде хушлашырға ла ваҡыт килеп етте. Зур рәхмәт һезгә байрам өсөн. Һау булыгыҙ!
А.б.: Куңелле бөгөн беҙҙә
Көҙ байрамы булғанға
Бейенек тә, йырланыҡ
Уйнап көлөп, куңел астыҡ.
Бына инде беҙҙең байрам аҙағына ла килеп етте. Әйҙәгеҙ төркөмгә инеп Көзһылыуҙын кустәнәстәрен ауыз итәйек.
Күңелле көйгә группаға китәләр.