Конспект урока на башкирском языке «Яҡтылыҡты йырлап йәшәне»

1
0
Материал опубликован 21 May 2022



Тема: Яҡтылыҡты йырлап йәшәне

Ойоштороу мәле. Һаумыһығыҙ, балалар!

Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн мин таҡтаға аҡ ҡағыҙ элгәнмен икән? Уға ҡарап, һеҙҙә ниндәй фекерҙәр тыуа?

Яуаптар (сөнки тышта ҡыш, ап-аҡ ҡар, саф һауа, аҡ болоттар, аҡ ҡағыҙ битенә һүрәттәр төшөрөргә мөмкин, инша яҙырға, хыялланырға, фекер йөрөтөргә, сөнки һеҙ беҙҙең класс тураһында бер нимә лә белмәйһегеҙ, аҡ төҫ – сафлыҡ төҫө). Һеҙ минең алда – аҡ ҡағыҙ бите кеүек, әгәр ҙә һеҙ минең менән яҡшы, яҡын аралашып, әүҙем ҡатнашып, дәресте матур итеп үткәрһәк, ошо ҡағыҙ бите лә минең тәьҫораттарым менән тулыр.

Эйе, күңелегеҙ саф булһа, аҡ ҡағыҙҙа ла тормошто бөтә буяуҙары менән һәм күберәк яҡшы яҡтарын күреп була. Һеҙ әйтеп үткәнсә, аҡ ҡағыҙ битендә ижад менән шөғөлләнергә, мәҡәләләр яҙырға була. Бөгөн беҙ «Аҡ ҡалам” ҡала ғәзите, уның рубрикалары менән ныҡлап танышырбыҙ ҙәм үҙебеҙ ҙә мәҡәлә яҙырға өйрәнербеҙ.

Ә гәзит сығарыр өсөн нимәләр эшләргә кәрәк һуң? (материал тупларға, фотолар әҙерләргә, гәзиттең рубрикаларын билдәләргә һәм башҡалар) .

Мин һеҙгә гәзиттең макетын таратып бирәм, бөгөн дәрестә беҙ ошо гәзитте сығарыу өсөн материал тупларбыҙ, төркөмдәрҙә эшләрбеҙ, бер- беребеҙ менән хеҙмәттәшлек итербеҙ. Гәзиттең дүрт рубрикаһын дәрестәр алған белемдәрегеҙгә, туплаған мәғлүмәттәргә таянып өйҙә тултырырһығыҙ.

Бурыстар.

Был маҡсатты үтәр өсөн, әйҙәгеҙ дәрестең бурыстарын әйтеп үтәйек. Әҙәбит дәресендә нимәләр менән шөғөлләнәбеҙ? ҙыусылар менән танышабыҙ, әҫәрҙәр уҡыйбыҙ, йөкмәткеһен өйрәнәбеҙ, тасуири уҡырға өйрәнәбеҙ, һорауҙарға яуаптар бирәбеҙ).

Афарин, дөрөҫ әйттегеҙ, бөгөн дәрестә повестан өҙөк менән танышырбыҙ, уның йөкмәткеһен үҙләштерербеҙ, шулай уҡ тел сараларын да тикшереп үтербеҙ.

Интерактив таҡтанан слайдты уҡытыу.

З.Биишеваның тормошо һәм ижады тураһында белемдәрҙе нығытыу.

«Дуҫ булайыҡ» повесының «Балыҡсылар»бүлеге йөкмәткеһен үҙләштереү.

Әҫәрҙең тел сараларын тикшереү һәм телмәрҙе байытыу.

Ә хәҙер әҙәбиәтебеҙ күгендә йондоҙ булып балҡыған Башҡортостандың тәүге халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тауышын тыңлап алайыҡ, уны үҙебеҙҙең эргәлә итеп хис итәйек.

Аудиояҙма тыңлау (интерактив таҡтаға урынлаштырылған).

Бына шундай көр, ғорур тауышлы яҙыусыбыҙ тураһында һеҙ нимәләр әйтә алаһығыҙ? (балалаҙың яуаптарҙы)

Белгән мәғлүмәттәрҙе барлап алайыҡ, йомғаҡлап алайыҡ.

Презентация.

Уның тураһында презентация ҡарап үтәйек. Теләүселәр уҡый.

Уҡыусылар презентацияны ҡысҡырып уҡый.

Бына шулай итеп гәзиткә материал йыйыла. “Шәхес” тигән рубриканы мин өлгө итеп, үҙем әҙерләнем.

Слайд.

Ә хәҙер, уҡыусылар, бөйөк яҙыусыбыҙҙың «Дуҫ булайыҡ» повесы менән таныша башлайыҡ.

Дуҫлыҡ тураһында әңгәмә.

Һеҙ уҡыусылар , дуҫлыҡты нисек аңлайһығыҙ. (яуаптар). Әйҙәгеҙ әле мәҡәлдәр аша аңлатып ҡарайыҡ. Халыҡ ижады рубрикаһындағы дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр урынлашҡан.

Был һеҙгә өлгө. Ә хәҙер һәр төркөм дуҫлыҡ тураһында бер мәҡәл уйлай һәм уның мәғәнәһен аңлатырға тырыша. Ләкин мәҡәлдәр ҡабатланырға тейеш түгел.

Слайд. Йөҙ һум аҡсаң булһансы, йөҙ дуҫың булһын.

Дуҫ күҙеңә ҡарап әйтер, дошман артыңда ғәйбәт һатыр.(дошманды дуҫтан айыра белергә кәрәк, ул дуҫ булып йөрөй ала, ләкин алдаша, һиңә ярҙам итмәй. Ул юрамал һиңә ярарға тырышып ҡына маҡтарға мөмкин.

Иҫәр дуҫтан аҡыллы дошман яҡшы. (әгәр дошманың аҡыллы булһа, һин уҙеңә талапсан булаһың, унан ҡалышмаҫҡа, яҡшыраҡ булырға тырышаһың. Ярышып, көрәшеп йәшәйһең, тик көрәштә генә кеше үҫешә.

Дуҫ-дуҫтың көҙгөһө. Кешенең дуҫына ҡарап, кемдең кем икәнлеген белергә мөмкин.

Мин һеҙҙең яуаптарҙы тыңланым да, шундай һорау тыуҙы миндә. Бөгөнгө көндә балалар нисек дуҫтар табалар ? Яҡшы дуҫтар табыуы ауырмы, еңелме?( яуаптар)

Интернет селтәре аша ғына аралашалар. Кеше күҙгә күҙ ҡарап һөйләшмәгәс, дуҫлыҡтың ысынлығын айырып булмай. Әгәр яҡын дуҫтарығыҙ бар икән, уларҙы һаҡлағыҙ.Эргәгеҙҙәге дуҫтарығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ.

Текст өҫтөндә эш.

Слайд.

Ә хәҙер З.Биишеваның «Дуҫ булайыҡ” повесының беренсе бүлеген уҡып үтербеҙ. Ул «Балыҡсылар» тип атала.

Һүҙлек эше.

Уҡығанда ауырыраҡ һүҙҙәр осрар, уларҙың мәғәнәһен һүҙлектәр ярҙамында үҙ аллы аңлатып ҡарарбыҙ. Һәр бер төркөмгә бер һүҙ. Ҡайһы төркөм төплөрәк, тулыраҡ яуап бирер, синонимдар табыр икән.

1-се төркөм. Йәтеш –уңайлы, яйлы, йәпле, ҡулайлы, ипкә генә килеп торған, уңайлы, урынлы, яйлы ғына ята, ул таштың үҙенең урыны кеүек.

2-се төркөм. Яҫмыҡ таш - яҫы, яҫыҡ, ялпаҡ, йәйенке, йәйпәк(һауыт-һаба) яҫы таулыҡ,ялпаҡ ҡамыш, ялпаҡ таулыҡ, яҫы ҡайыш

3-сө төркөм.Ҡарыны асҡайны - асығыу, йотоғоу, сөрләү, ҡорһаҡ асыу, билбау аҫты бушау, эстә ас бүре олоу, бүре башы ашарҙай булыу(фразеологизм)

4-се төркөм. Ороша (тыйып, өгөт биреп әрләү) - әрләй, тиргәй, битәрләй, шелтәләй, һүгә, 192-се бит.

Әҙер булығыҙмы. 2 мин.

Интерактив таҡтала эш.

Экранға ҡарайыҡ, беҙҙең Башҡортостан йылғаларында ниндәй балыҡтар осрай икән. Уҡып алайыҡ.

Ҡыҙылғанат- красноперка

Алабуға – окунь

Сабаҡ- плотва, сорога

Суртан - щука

Тексты уҡығанда иғтибарлы булырға тырышығыҙ.Шундай һорауҙарға яуап бирерһегеҙ.

Бүлек ни өсөн «Балыҡсылар» тип атала?

Беҙҙең алда ҡарап үткән мәҡәлдәребеҙ был бүлеккә тура киләме икән?

Һәр бер төркөм тасуири уҡыған уҡыусыһын һайлай, ә ҡалғандар иғтибар менән күҙәтеп, тыңлап ултыра.

Уҡыуҙы баһалау.

Йөкмәтке буйынса һорауҙар.

Ә хәҙер кем ҡуйылған һорауға яуап бирә. Ни өсөн бүлек балыҡсылар тип атала. (балыҡсылар – Ҡыҙырас менән Юлдаш балыҡ тоторға килгәндәр, уларҙы ысынлап та балыҡсы тип атарға мөмкин. )

Улар ике дуҫ, бер-береһе менән әңгәмәләшәләр.

Йөкмәтке буйынса һорауҙар. Карточкалар таратып бирергә.

Әйҙәгеҙ, төркөмдәге эштәрҙе дауам итәбеҙ. Карточкалар.

Слайд. Музыка

1-се төркөм. Малайҙар балыҡ тотҡан күлде автор нисек тасуирлай, шул өлөштө табып уҡығыҙ. Ни өсөн яҙыусы балыҡтар тураһында «уларҙың әле ҡармаҡ ҡабып, ауыҙҙары бешмәгән” ти. (Был урында әле кеше балыҡ тотмаған әле).

2-се төркөм. Төш яҡынлашҡас, малайҙарҙың кәйефе нисек үҙгәрҙе? Шул урынды табып уҡығыҙ. Ни өсөн Юлдашбер нимә лә өндәшмәй?

3-сө төркөм. Ҡыҙырастың Зөләйха инәй менән күҙаллаған әңгәмәһен табып уҡығыҙ. Зөләйха инәй малайҙарға ниндәй мөнәсәбәттә, аңлатығыҙ.

4-се төркөм. Юлдаш менән Ҡыҙырастың һөйләшкәнен ролдәргә бүлеп уҡығыҙ. Диалогты уҡығас, төп геройҙарҙың холоҡ- фиғелдәре тураһында нимә әйтә алаһығыҙ? Ҡыҙырас күп һөйләшергә ярата, Юлдаш аҙ һүҙле, Ҡыҙырастың холҡо үҙгәреүсән. Бер күңеле тиҙ ҡырыла, йәки тиҙ күтәрелә.

Уҡыусылар, һеҙгә был бүлек оҡшанымы? Ни өсөн? Һеҙҙең балыҡ тот- ҡанығыҙ бармы? Үҙегеҙ тураһында һөйләп алығыҙ әле. Экология. Ҡасан балыҡтар тоторға ярамай. Май айындап ыуылдырыҡ сәсәләр

Физкульминутка

Төркөмдәр хеҙмәттәшлеге. Төркөмдәргә бүленеп эшләү.

Ә хәҙер уҡыусылар, үҙебеҙҙе тикшеренеүселәр итеп хис итеп, үҙ аллы эш башҡарабыҙ.

Әҙәбиәт һөйөүселәр.

Текстың сюжетына ҡарап план төҙөйҙәр.

Натуралистар. Энциклопедиянан, топонимик һүҙлектән Талҡаҫ күле тураһында мәғлүмәт табып, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөй.

Психологтар. Геройҙарҙың сифаттарын һанап сығып, таблицаны тултырығыҙ. Өсөнсө бағанаға үҙегеҙгә тура килгән сифаттарҙы һайлап яҙығыҙ. Юлдаш менән Ҡыҙырасҡа, был сифаттарҙы ҡулланып, ҡылыҡһырлама бирегеҙ.

Юлдаш

Ҡыҙырас

Мин

Аҙ һүҙле

Күп һөйләй


Балыҡ тоторға ярата

Балыҡ тоторға ярата


Етди

Кәйефе йыш үҙгәрә


Эшсән

Хыялланырға ярата


Ҡайғыртыусан

Ҡош булып һайрарға ярата


Уйсан

Хәбәрсел


Түҙемле

Түҙемһеҙ




Тел белгестәре.

Өҙөктән төрлө тел саралары табып, тикшереп, бирелгән таблицаны тултырырға.




Синонимдар

һыуы көҙгө кеүек яҡты, үтә күренмәле,

асығып китте, ҡарыны 3.асты, орошор, асыуланыр


Үҙләштерелгән һүҙҙәр

котелок


Фразеологизм

ауыҙҙары бешмәгән


Сағыштырыу

өҫтәл кеүек киң, көҙгө кеүек яҡты, ҡыҙырас кеүек хәбәрсел , ҡарт балыҡсыларса


Метафора

алтын таш

Өноҡшаш һүҙҙәр

фью-фью, фить-фить


Парлы һүҙҙәр

сыбыҡ-сытыр, тауыш-тынһыҙ, ара-тирә

Яҙыусының теле – уның үҙенең уй-ҡараштарын уҡыусыға художестволы формала еткереү сараһы. Яҙыусы ошо ябай, ғәҙәти тел менән геройҙарҙы , хәл-ваҡиғаларҙы иҫтә ҡалдырырлыҡ дөрөҫ һәм тапҡыр итеп һүрәтләү оҫталығына , образлы фекерләү талантына эйә. Һеҙ ҙә үҙегеҙҙең образлы фекерләй алыуығыҙҙы иҫбат иттегеҙ.

Өйгә эш. Слайд.

Әҙәбиәт һөйөүселәр. «Әҙәбиәт» рубрикаһына «Балыҡсылар» бүлегенең йөкмәткеһен план буйынса ҡыҫҡартып яҙырға.

Натуралистар.Тәбиғәт мөйөшө” тигән рубрикаға Талҡаҫ күле тураһында мәҡәлә яҙып килергә.

Психологтар. «Психолог кәңәше» рубрикаһына “Дуҫ була беләһеңме ” темаһына кәңәштәр яҙырға.

Тел белгестәре. «Ҡаурый ҡәләм» рубрикаһына «Минең дуҫым» тигән темаға үтелгән тел сараларын ҡулланып мәҡәлә яҙырға.

Рефлексия.

Дәресебеҙ аҙағына етте, һеҙҙең миңә нимәләр әйткегеҙ килә. Ниндәй теләктәрҙә ҡалаһығыҙ? Бәлки, дәрес тураһында фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашырһығыҙ. (яуаптар)

Баһалау.





в формате Microsoft Word (.doc / .docx)
Комментарии
Комментариев пока нет.