Уйнай-уйнай уҡыйбыҙ (1-се класс уҡыусылары өсөн дәрестән тыш эш программаһы)
Башҡортостан Республикаһы Яңауыл ҡалаһы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Ҡаралған Килешелгән: МБ ултырышында ____________________ МБ етәксеһе УТЭ буйынса директор Р.Р.Нурисламова урынбаҫары Протокол №1 С.Ф.Мадьярова 2016 й. 2016 й.
|
Раҫлайым: ___________________ 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Ф.Ф.Харисов Приказ № 2016 й. |
2016-2017 уҡыу йылына
1-се а,б,в класы өсөн
башҡорт теленән
“Уйнай-уйнай уҡыйбыҙ”
дәрестән тыш эшмәкәрлек эш программаһы
дөйөм сәғәттәр һаны – 32 сәғәт
аҙнаға – 1 сәғәт
Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы
Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙы
Яңауыл ҡалаһы
2016 йыл
Аңлатма яҙыу
Башҡорт теле- башҡорт халҡының һөйләшеү, аралашыу, фекер алышыу сараһы, ысынбарлыҡты танып-белеү ҡоралы. Телдең ошо матурлығын асып, бала күңеленә еткереү, зиһененә һалыу, уның ҡулына ныҡлы ҡорал итеп тоттороу-төп бурыстарҙың береһе булып-башҡорт теле уҡытыусыһының иңенә ята.
Бала һүҙ ҡәҙерен белергә, уларҙы дөрөҫ аңларға, урынлы файҙаланырға, уларҙың тормоштағы урыны, тәғәйенләнеше, бәҫе, аралашыу-һөйләшеү барышындағы нескәлектәре тураһында белергә тейеш.
Эш программаһы ошо уҡыу ҡулланмалары һәм китаптар нигеҙендә төҙөлдө:
1)Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина М.С. Бүләк : Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба - Өфө: Китап, 2011.
2) Нафиҡова З.Ғ., Аҙнабаева Ф.Г. Осҡон : төрлө милләт балалары тәрбиәләнгән балалар баҡсаһында башҡорт телелен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү буйынса программа-күрһәтмә. –Өфө :Башҡортостан мәғрифты үҫтереү институты, 2010.
3)Башкирский детский флоклор/Авт.сост.А.М.Сулейманов,И.Г.Галяутдинов.-Уфа:Китап,2011.
4)Галяутдинов И.Г. Башкирские народные детские игры(на русском и башкирском языках).-Уфа:Китап,2002.
5) Сулейманов А.М. Башкирский детский фольклор.Уфа.ГУП «Уфимский полиграфкомбинат»,2004.
6) Сөләймәнов Ә.М.Башҡорт балалар ҡарһүҙе.Өфө: Китап,2009.
Башҡорт телен һәм балалар фольклорын өйрәтеүҙең төп маҡсаттары һәм бурыстары:
а)башҡорт телендә һөйләгәнде,уҡығанды аңларға өйрәтеү(аудирование);
б)өндәрҙе ишетә һәм айыра белергә ,уларҙы дөрөҫ итеп әйтә белергә,төҡдим ителгән темаларға буйынса эҙмә-эҙлекле ,төҙөк һөйләм һөйләмдәр менән һөйләй белергә өйрәтеү(говорение);
в)балаларҙың һүҙ байлығын үҫтереү һәм уны актив һөйләү эшмәкәрлегендә ҡулланырға өйрәтеү;
г)диалогик һәм монологик телмәр төрҙәрен үҙләштерергә өйрәтеү;
ғ)әҫәрҙе эстетик тойғо менән ҡабул итергә,әҫәрҙең йөкмәткеһенә,ваҡиғаға,персонаждар ҡылығына үҙ фекереңде әйтә белергә өйрәтеү;
д)өйрәнелгән шиғырҙарҙы.ауыҙ-тел ижады өлгөләрен тасуири,диҡҡәт һәм эске кисереш менән һөйләй белергә өйрәтеү;
ҙ) башҡорт балалар фольклоры нигеҙендә танып-белеүҙе арттырыу;
е) башҡорт халҡына, уның үткәненә, бөгөнгөһөнә, киләсәгенә ҡыҙыҡһыныу уятып, халыҡтың һәм тыуған илдең яҙмышы өсөн хәстәрлекле булған. үҙе йәшәгән төйәккә, тәбиғәткә, халыҡтың рухи байлығына битараф булмаған, аралашып йәшәгән башҡа милләт халҡына оло ихтирамлы булған ысын шәхес тәрбиәләү
Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән,метапредмет,предмет һөҙөмтәләре
I класс
А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.
1. Уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырыу; тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булыу;
2. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырыу;
3. Тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң-белем биреү;
4. Һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштереү.
Б. Предмет һөҙөмтәләре.
1. Башҡорт теленең бөтә өндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.
2. Һүҙгә өн анализы, ижек анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙендә һүҙҙәр төҙөү.
3. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарын һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү һәм ҡулланыу.
Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү.
Ниндәй? Ҡайһы? Ҡайҙа? һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.
Минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.
Кешенең исеме, фамилияһы, ҡала, район, ауыл, китап, журнал исемдәренең дөрөҫ яҙылышын практик үҙләштереү.
4. Һүҙҙәрҙе ижекләп, дөрөҫ, аңлы, шыма һәм тасуири уҡыу.
5. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу, тыңлау, һорауҙарға яуап биреү, йөкмәткеһен һөйләү.
6. Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Диктант яҙыу.
7. Таныш темаға хикәйә төҙөп һөйләү.
8. Һөйләм төрҙәрен билдәләү (хәбәр, һорау, өндәү) һәм уларҙы тейешле интонация менән уҡыу, һөйләмде дөрөҫ яҙыу, һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуя белеү.
В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.
1. Үтенес менән уҡытыусыға, класташыңа, өлкәндәргә өндәшеү.
2. Уҡыу объектын өйрәнеү процесында күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау һәм һығымта яһау.
3. Аралашыу оҫталығын шымартыу, кеше фекерен ихтирам итеү.
4. Диалог, монолог ҡора белеү.
5. Мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белеү.
6. Парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен үтәү. Эште планлаштырыу, уны тормошҡа ашырыу.
1-се класс өсөн календарь-тематик планлаштырыу
№ |
Дәрес темаһы |
Сәғәт һаны |
Планлаштырылған үткәреү ваҡыты |
Фактик үткәреү ваҡыты |
Иҫкәрмәләр |
||||||||
|
|||||||||||||
1 |
Башҡортостан-тыуған ерем |
1 |
02.09 |
Һаулыҡты һаҡлау технологияһы |
|||||||||
2 |
Танышыу.Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр.Башҡорт балалар фольклоры |
1 |
07.09 |
Уйын технологияһы «Һаумы,ҡояш» |
|||||||||
3 |
Уйындар.Ни эшләй ? һорауына яуап биргән һүҙҙәр.Һанашмаҡтар |
1 |
09.09 |
Һаулыҡты һаҡлау технологияһы |
|||||||||
4 |
Беҙ –уҡыусылар.Беҙ мәктәптә.Хәрәкәтле уйындар. “Ҡарға килә,ҡаҙан аҫа…”уйыны |
1 |
14.09 |
Уйын технологияһы |
|||||||||
5 |
Уҡыу әсбаптары.Нимә? Ҡайҙа? һорауы.Хәрәкәтле уйындар. “Буяу һатыш”уйыны |
1 |
30.09 |
Уйын технологияһы |
|||||||||
6 |
Уйынсыҡтар.Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү. “Йәшелсәләр”, “Кәбеҫтә” уйыны |
1 |
05.10 |
Уйын технологияһы |
|||||||||
7 |
Беҙ һанай беләбеҙ. Нисә? Күпме? һорауҙары.Йырлы-бейеүле уйындар |
1 |
07.10 |
Уйын технологияһы |
|||||||||
8 |
Ниндәй төҫ матур? Ниндәй? һорауы. “Аҡ ҡалас”уйыны |
1 |
12.10 |
Уйын технологияһы |
|||||||||
9 |
Йәшелсәләр.Нимә? Нимәләр?Сюжетлы уйындар |
1 |
19.10 |
Һаулыҡты һаҡлау технологияһы |
|||||||||
10 |
Емеш-еләктәр. Өн . Тартынҡы өндәр. “Осто,осто”уйыны |
1 |
21.10 |
Уйын технологияһы |
|||||||||
11 |
Ҡоштар.Һуҙынҡы өндәр.Һүҙле уйындар |
1 |
09.11 |
Һаулыҡты һаҡлау технологияһы |
|||||||||
12 |
Тән өлөштәре. Нәҙек,ҡалын ижектәр.Үртәүестәр |
1 |
11.11 |
Уйын технологияһы |
|||||||||
13 |
Ғаилә.Баҫым.Һанашмаҡтар |
1 |
23.11 |
Һаулыҡты һаҡлау технологияһы |
|||||||||
14 |
Өҫ кейемдәре. Логик баҫым.Тиҙәйткестәр |
1 |
30.11 |
Уйын технологияһы |
|||||||||
15 |
Аяҡ кейемдәре.Логик баҫым.Йомаҡтар |
1 |
02.12 |
Уйын технологияһы |
|||||||||
16 |
Йорт хайуандары.Логик баҫым.Мәҡәлдәр |
1 |
07.12 |
Уйын технологияһы |
|||||||||
17 |
Йорт ҡоштары.Текст менән танышыу.Хайуандар тураһында әкиәттәр. |
1 |
14.12 |
Уйын технологияһы |
|||||||||
18 |
Кейектәр.Текст. Әкиәттәр.Проект эше |
1 |
14.12 |
Уйын технологияһы |
|||||||||
19 |
Оҫтаханала. А өнө һәм хәрефе ике телдә лә. Тылсымлы әкиәттәр |
1 |
28.12 |
Һаулыҡты һаҡлау технологияһы |
|||||||||
20 |
Олатайым –осоусы Ө өнө һәм хәрефе ике телдә лә. Батырҙар тураһында әкиәттәр |
1 |
28.12 |
Һаулыҡты һаҡлау технологияһы |
|||||||||
21 |
Тимурсылар. Ы өнө һәм хәрефе ике телдә лә.Тормош-көнүреш әкиәттәре |
1 |
18.01 |
Һаулыҡты һаҡлау технологияһы |
|||||||||
22 |
Эшсе. Э өнө һәм хәрефе ике телдә лә.Йомаҡ-әкиәттәр |
1 |
18.01 |
Һаулыҡты һаҡлау технологияһы |
|||||||||
23 |
Мәҡәл.Әкиәт.ә өн-хәрефе.Йомаҡ-әкиәттәр |
1 |
20.01 |
Һаулыҡты һаҡлау технологияһы |
|||||||||
24 |
Рәссамдар.Ө өнө һәм хәрефе,дөрөҫ әйтелеше,яҙылышы.Көлдөрөктәр |
1 |
25.01 |
Уйын технологияһы «Көн менән төн» уйыны |
|||||||||
25 |
Егәрле балалар ү өнө һәм хәрефе,дөрөҫ әйтелеше,яҙылышы Ымһындырыҡтар |
1 |
25.01 |
Һаулыҡты һаҡлау технологияһы |
|||||||||
26 |
Яланда. Ғ һәм хәрефе,дөрөҫ әйтелеше,яҙылышы.Ымһындырыҡтар |
1 |
27.01 |
Һаулыҡты һаҡлау технологияһы |
|||||||||
27 |
Һәйкәл.Һ өнө һәм хәрефе,дөрөҫ әйтелеше,яҙылышы. Көләмәстәр |
1 |
01.02 |
Һаулыҡты һаҡлау технологияһы |
|||||||||
28 |
Айҙар. Ҙ өнө һәм хәрефе,дөрөҫ әйтелеше,яҙылышы. Көләмәстәр
|
1 |
01.02 |
Уйын технологияһы «Беҙ- беҙ- беҙ инек»уйыны |
|||||||||
29 |
Миңлебай ағай.ң өнө һәм хәрефе.Балалар ижад иткән әкиәттәр |
1 |
03.02 |
Һаулыҡты һаҡлау технологияһы |
|||||||||
30 |
Оҫта. ҫ өнө һәм хәрефе Аппликация «Тирмә” |
1 |
08.02 |
Уйын технологияһы «Эҫе-эҫе, һыуыҡ»уйыны |
|||||||||
31 |
Ф.Рәхимғолова Яҙыу таныған кеше. Проект эше |
1 |
15.02 |
Һаулыҡты һаҡлау технологияһы |
|||||||||
32 |
Яҡшы һүҙҙәр. Уйындар |
1 |
22.02 |
Һаулыҡты һаҡлау технологияһы |