«Кәкүк сәйе» фольклор байрамының сценарийы (башланғыс класс уҡыусылары өсөн)
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ УЧАЛЫ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ 9-СЫ КҮП ПРОФИЛЛЕ ПОЛИЛИНГВАЛЬ МӘКТӘБЕ МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
«Кәкүк сәйе»
фольклор байрамының сценарийы
(башланғыс класс уҡыусылары өсөн)
Етәксеһе: | Аҡҡужина Зөлфиә Рәүеф ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы |
«Кәкүк сәйе» фольклор байрамы
Маҡсат:
балаларҙы башҡорт халҡының йолалары менән таныштырыу;
балаларҙың туған телдә аралашыу телмәрен үҫтереү;
тирә-яҡ мөхиткә һөйөү һәм тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү.
Инеш һүҙ.
Алып барыусы:
Һаумы йәшел урманым,
Һаумы зифа ҡайыным,
Һаумы матур болоном
Бөгөн килдек беҙ бында
Кәкүк сәйе эсәргә !
- Бөгөн беҙ һеҙҙең менән башҡорт халҡының фольклор байрамы «Кәкүк сәйе»нә йыйылдыҡ. Ни өсөн был байрам «кәкүк»теке һуң? Борон – борондан башҡорттар ҡарға, кәкүкте кешеләргә изгелек килтереүсе ҡоштар, тип иҫәпләгәндәр. Шуға уларға бағышлап байрамдар үткәргәндәр. Уларҙан йәйҙең матур килеүен, игендең ишелеп уңыуын һорағандар.
II. Байрам барышы.
М а л а й ҙ а р йүгереп сыға.
1-се малай. Ҡар һыуы китте инде, Ерҙәр ҙә кипте инде, Кәкүк сәйенә яланға Сығыр мәл етте инде. |
2-се малай. Өләсәйҙәр, еңгәләр, Апайҙар һәм һылыуҙар, Кәкүк сәйенә тәм-том Сығарығыҙ кемуҙар. |
3-сө малай. Яланда бигерәк тәмле Сәк-сәк, бәлеш, бауырһаҡ. Етте сығып яланға, Кәкүк сәйе эсер саҡ. |
Алып барыусы. Хөрмәтле уҡыусылар һәм коллегаларым! Һеҙҙе яҙ байрамы - «Кәкүк сәйе» менән!
1-се бала. Аҡ самауырҙар ҡуяйыҡ,
Тәмле булһын сәйебеҙ.
«Кәкүк сәйен» байрам иткәс,
Матур килһен йәйебеҙ!
2-се бала.
Изге теләктәр теләйек,
Уйнайыҡ та, йырлайыҡ,
Матур шиғырҙар һөйләйек-
Турһайышып тормайыҡ.
Алып барыусы. Йәгеҙ, балалар, тәмле сәй ҡайнағансы, матур табын ҡоролғансы, шиғыр һөйләп, йырҙар йырлап, йомаҡ ҡойоп алайыҡ.
Бала. Мин «Кәкүк сәйе» тураһында шиғыр беләм.
-Кәкүк сәйе иртәгә, - тип,
Өләсәй хәбәр һалды,-
Йәйҙе ул апҡайта,-ти,
Мәрфуға уйға ҡалды.
«Кәкүк ҡанатына һалып
Килтере микән йәйҙе?
Суҡыштары менән тотоп
Ҡоялыр инде сәйҙе?»
Сәйҙе кәкүк яһаманы,
Оло өләсәй ҡойҙо.
- Кәкүк үҙе ҡайҙа һуң? – тип,
Мәрфуға һорап ҡуйҙы.
- Кәкүк беҙҙең сәй эскәнде
Ағас башынан ҡарай,
Барыбыҙға һаулыҡ теләй,
Мул уңышлы йәй юрай.
Алып барыусы. Минең һеҙгә шундай һорауым бар. Ниңә «Кәкүк сәйе» байрамы үткәрәләр ул, һабан турғайы йәки һандуғас сәйе түгел?
Оло инәй.
Борон – борондан башҡорттар ҡарға, кәкүкте кешеләргә изгелек килтереүсе ҡоштар, тип иҫәпләгәндәр. Шуға уларға бағышлап байрамдар үткәргәндәр. Уларҙан йәйҙең матур килеүен, игендең ишелеп уңыуын һорағандар.
Оло инәй. Хәҙер мин һеҙгә кәкүк тураһында риүәйәт һөйләп ишеттерәйем.
Борон-борон заманда Кәкүк исемле егет йәшәгән.Уның һөйгән ҡыҙы ла булған. Улар бер-береһенә тоғро булырға вәғәҙә лә биргәндәр. Ниндәйҙер сит ырыу ошо ырыу башҡорттарына һөжүм иткән. Егет һуғышҡа киткән һәм әйләнеп ҡайтмаған. Ҡыҙ бик көткән. Көн дә оҙон толомдарын үргәндә: “Миңә ҡанаттар биреп, ҡошҡа әйләндерһәңсе, мин һөйгәнемде эҙләп табыр инем”, - тип Тәңрегә ялбарған. Бер көн иртән толомдарын үреп торғанда уның теләге ҡабул булған. Оҙон толомдары урынына ҡанаттар үҫеп сыҡҡан. Халыҡта кәкүктең бер ҡанаты һалпы, тиҙәр. Ул ҡыҙҙың үрелеп бөтмәгән толомо икән. Ҡыҙ үҙенең кем икәнен дә онотҡан, тик һөйгәненең исемен генә хәтерләгән. “Кәкүк, Кәкүк”, - саҡыра ла саҡыра икән һөйгәнен. Сит ояларға йомортҡа һала, ләкин баҫып сығарырға түҙемлеге етмәй икән шул.
Алып барыусы. Балалар, ә һеҙ кәкүктең үҙен күргәнегеҙ бармы? Булмаһа күргәнегеҙ булмаһа, һеҙҙең алдығыҙҙа был ҡоштоң фоторәсеме ята. Иғтибар менән ҡарағыҙ. Ысынлап та, уның бер ҡанаты төшөңкөрәп торамы, шулаймы?
Башҡорт халҡы байрамға йыйылған һайын Кәкүккә арнап бейеү ҙә һалғандар.
Әйҙәгеҙ, ысынлап та апайыбыҙ ҡошҡа оҡшатып бейерме икән?
Б ей е ү б а ш ҡ а р ы л а.
Башҡорт халыҡ йыры «Һайҙыр кәкүк,вайҙыр кәкүк» башҡарыла.
Оло инәй. Рәхмәт, матур йырланың ҡыҙым. Моңһоу булып китте.
Алып барыусы. Әйҙәгеҙ, балалар, ҡоштар тураһында йомаҡ ҡойоп алайыҡ.
1.Көндөҙ уның күҙе һуҡыр,
Әллә тығылған бөкө?
Төнөн һунарға сыға
Шар күҙле матур….
2.Где придется – там живет, гнезд на дереве не вьет, дом на земле, песня в небе. (воробей)
3. «Ҡар» ҙа «ҡар» тип осоп йөрөй,
Ҡысҡыра юҡҡа-барға.
Үҙе уғры, үҙе яһил,
Исеме уның.. (ҡарға)
4.На яичках не сидит,
За птенцами не следит.
5.Тауҙар иле– уның ере,
Бармай бер ниҙән өркөп.
Ҡурҡыу белмәҫ был дәү ҡоштоң
Исеме булыр.. (бөркөт)
Оло инәй. Афарин, балалар! Ҡоштар тураһында бик күп йомаҡтар беләһегеҙ икән. Ҡоштарҙы бик яратаһығыҙҙыр инде?
Алып барыусы.Эйе, инәй, ҡышын уларға ем һибәбеҙ, тағараҡтар эләбеҙ.
К ә к ү к с а ҡ ы р ы у ы и ш е т е л ә.
Алып барыусы.Уң ҡолаҡ менән ишетегеҙме, һул ҡолаҡ менәнме?
Тәүге, кәкүктең тауышын уң ҡолаҡ менән ишетһәң, гел яҡшылыҡ ишетәһең.
Т а ғ ы к ә к ү к с а ҡ ы р ы у ы и ш е т е л ә.
Балалар салҡатан ҡолайҙар ҙа ерҙән услап алалар.
1-се бала. Усыма үлән сыҡты…
Оло инәй. Тимәк, йыл яҡшы килер.
2-се бала. Минең усыма йөн сыҡты.
Оло инәй. Йөн сыҡһа мал үрсей.
3-сө бала. Минең усыма һуған сыҡты.
Оло инәй. Ризыҡ сыҡҡас, ашлыҡ уңа. Бик яҡшы, балалар. Алла бойороп, йыл матур килһә, иген ишелеп уңыр.
К ә к ү к с а ҡ ы р ы у ы и ш е т е л ә.
Алып барыусы.
Тәнемдең һаулығын бир, Илдең именлеген бир! |
1-се еңгә. Балалар, ауылға кәкүк осоп килһә, аслыҡ була, тип әйткәндәр боронғолар. Шуға күрә ҡырға сыҡҡан ыңғайы кәкүк ултырған ағас төбөнә аҡ ризыҡ - һөт, ҡатыҡ ҡойғандар.
А ғ а с т ө б ө н ә һ ө т ҡ о й о у.
2-се еңгә.
Илгә именлек килһен, Күктән изгелек булһын. Көндәр һәр саҡ матур тороп, Иген ишелеп уңһын. |
Алып барыусы. Әйҙәгеҙ әле, кәкүккә оҡшатып бейеп алайыҡ әле.
1-се еңгә.
Аҡ самауырҙар ҡуйҙыҡ, Йәйҙек аҡ ашъяулыҡтар; Күктән именлектәр һорап, Һалдыҡ төрлө ризыҡтар. |
2-се еңгә -.Әйҙәгеҙ, сәй эсәйек,
Тәм-том ауыҙ итәйек.
Йәйебеҙ матур килһен өсөн
Изге һүҙҙәр әйтәйек.
Табын ҡороу
С ә й э с е ү.
Ҡалған ризыҡтарҙы ағас төбөнә һалырға.
Алып барыусы.
Моңло кәкүк
Әйтсе, әле:
Бөгөн миңә нисә йәш?
Күңел асыу.
К ә к ү к с а ҡ ы р а. Б а л а л а р һ а н а й ҙ а р.
Йыр «Саҡырмасы, кәкүк»
Алып барыусы.
Әйҙәгеҙ, балалар, күмәкләп ямғыр теләйек әле.
Яу,яу, Яуметдин,
Ҡара тәкә һуйырмын,
Башын һиңә бирермен,
Түшен үҙем ашармын.
Яу,яу, яу!..
Иген үҫһен ишелеп-
Асыҡмаһын кешелек,
Һыйырҙарға һөт төшһөн,
Тәпәндәргә май төшһөн
Ямғыр яу,яу,яу!
Иген үҫһен тау-тау.
Ямғыр яу, яу,яу!
Майлы бутҡа бирербеҙ
Ерҙе гөлгә төрөрбөҙ.
Һыу сәсрәтеп, ер тетрәтеп,
Яуғаныңды көтөрбөҙ!
Ямғыр яу,яу,яу!
Алып барыусы. Бейегеҙ әле, малайҙар,
Бейегеҙ әле, ҡыҙҙар,
Үҙебеҙсә саф башҡотса
Йырлайыҡ әле йырҙар.
Балалар башҡарыуында йыр «Айҙар ғынайым»
Уҡытыусылар башҡарыуында «И май үтә»
Алып барыусы. «Аҡ тирәк» уйынын уйнап алайыҡ әле.
Уйындар. «Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү»
«Тоҡ кейеп уҙышыу»
«Көршәк ватыу»
«Арҡан тартыу»
«Тоҡ менән һуғышыу»
«Һыбайлылар сабышыуы.
Йомғаҡлау.
- Балалар, һеҙ бөгөн боронғо «Кәкүк сәйе» байрамында ҡатнаштығыҙ. Кеше тәбиғәттең бөтә дүрт миҙгелен йола байрамы итеп үткәргән. Был тәбиғәт көстәренә табыныу кешеләрҙә бала саҡтан уҡ үҫемлектәргә һәм хайуандарға ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләгән.
Был матур традицияларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе кешеләр быуындан-быуынға тапшырып килгән, беҙ ҙә тәбиғәтте һаҡларға, уны киләсәк быуындарға бай, матур көйө ҡалдырырға бурыслыбыҙ.
Айҙар ғынайым. 1.Айҙар ғынайым да, Вайҙар ғынайым. Һары һандуғасҡайым да Ҡара ҡарлуғасҡайым. 2.Баҫ, баҫ, өҙә баҫ, Их, их, ҡара ҡаш! Йөрәк елкенеп торһон да Ғүмер дәртлерәк уҙһын. 3.Ах, ах, ҡыҙҙары, Их,их, үҙҙәре Һары һандуғас һымаҡ та Ҡара ҡарлуғас һымаҡ. | И май үтә… Йырла, йырла, Тип әйтәгеҙ, Һеҙгә ниндәй Йыр кәрәк? Эй, һеҙгә ниндәй Йыр кәрәк? Һеҙ дуҫтарға йыр йырларға Һандуғас моңо кәрәк. Эй, һандуғас теле кәрәк. Эх, май үтә, май үтә, Май үтә лә, йәй етә. Эх, май үтә, май үтә, Май үтә лә, йәй етә. Эй, май үтә лә йәй етә Май үткәнгә ҡайғырмағыҙ, Беҙҙең бала-саҡ үтә. |
Саҡырмасы кәкүк. Саҡырмасы, кәкүк, эй, ҡаршымда, Саҡырһаңсы ағас башында. Саҡырмасы, кәкүк, эй, ҡаршымда, Хәсрәт кенә бирмә башыма. Сәхрәләрҙә кәкүк,эй, саҡыра, Бала кәкүк микән, бисара. Уфтанһаҡ та, дуҫтар, илаһаҡ та, Хоҙай биргән эшкә ни сара. Сәхрәләргә сығып йөрөгәндә, Кәкүк саҡыра тирәк башында. Кәкүк тә генә саҡыра, мин илайым, Ғүмер һорап ғәзиз башыма. | Кәкүк 1.Һайҙыр кәкүк тә, Вайҙыр кәкүк. Яҙҙың йәмле көндәрендә, Һин киләһең кәкүк. Кә-күк, кәкүк. 2.Һайҙыр кәкүк тә, Вайҙыр кәкүк. Яҙҙың йәмле көндәрендә, Һин булаһың кәкүк. Кә-күк, кәкүк. 3.Һайҙыр кәкүк тә, Вайҙыр кәкүк. Яҙҙың йәмле көндәрендә, Һин булаһың кәкүк. Яҙҙың йәмле көндәрендә, Һин киләһең кәкүк. |
11