Статья «Башланғыс класс уҡыусыларының ИКТ – компетентлығын формалаштырыуҙа кластан тыш сараларҙың роле»

0
0
Материал опубликован 30 October 2017

 Информацион технологиялар хәҙерге заман кешеһе тормошоноң айырылмаҫ өлөшөнә әйләнде. Уларҙы урынлы, грамоталы ҡуллана белеү уҡырға, яҙырға өйрәнеүгә бәрәбәр. Һәм, шуға күрә, йәмғиәттең информацион үҫеше талаптарын ҡәнәғәтләндерерлек шәхес тәрбиәләү –бөгөнгө заман педагогтарының төп бурыстарының береһе.

Уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу- Стандарттың төп талабы. ИКТ, яңы техник саралар ҡулланмайынса, был бурысты уҡытыусы атҡарып сыға алмай. Бөгөнгө көндә ИКТ уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыуҙың нигеҙе булып тора. Был юҫыҡта дәрестәр менән бер рәттән, кластан тыш эшмәкәрлектектең дә әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ.

Минең оҫталыҡ дәресемдәң темаһы ла “Башланғыс класс уҡыусыларының ИКТ – компетентлығын формалаштырыуҙа кластан тыш сараларҙың роле ”

Маҡсат: Кластан тыш саралар аша уҡыусыларҙың информацион-коммуникатив компетентлығын формалаштырыу. Ошо маҡсаттан сығып, түбәндәге бурыстарҙы ҡуйҙым:

- уҡыусыларҙы ИКТ технологиялар менән эш итергә, уларҙы урынлы ҡулланырға өйрәтеү;

- балаларҙа үҙ көсөнә, үҙенә ышаныс тәрбиәләү, креатив мөмкинлектәрен асыу;

- уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен үҫтереү;

- телекоммуникацион сараларҙы ҡулланыу күнекмәләрен үҫтереү;

- цифрҙар даирәһендә (чат, электрон почта, форум) аралашырға өйрәтеү

- уҡыусыларҙа аралашыу мәҙәниәте тәрбиәләү;

- уҡыусылар менән төрлө проекттар, презентациялар, видеофильмдар эшләү, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу;

- балаларҙы коллективта үҙ-ара дуҫ булырға, бергәләп эшләргә өйрәтеү;

- тыуған яғыбыҙҙың тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, тыуған төйәгебеҙгә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ хисе; тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Минең ҡуйған маҡсат, бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының кафедра мөдире С.С.Пичугиндың хеҙмәттәре (Организация внеурочной деятельности в условиях реализации ФГОС. «Башҡортостан уҡытыусыһы. № 6,7, 2011 й. »), Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының кафедра мөдире  У.И. Клысовтың туризм һәм экскурсиялар үҙәге етәксеһе М.М. Ғәйфуллин менән берлектә яҙылған «Изучение экологического состояния рекрационных территорий» тигән мәҡәләләре («Башҡортостан уҡытыусыһы» № 6, :2011 й.) этәргес көс – педагогик нигеҙ булып торҙо. Кластан тыш эшмәкәрлекте ойоштороуҙың ниндәй генә формалары юҡ: экскурсия - походтар, түңәрәктәр, конференция, секция – түңәрәктәр, конкурс, олимпиада, фәнни-эҙләнеү эштәре һәм башҡалар. Был сараларҙы ҡыҙыҡлы, фәһемле итеп үткәреү, уҡыусыларҙы төрлө яҡлап үҫтереү компьютер технгологиярын ҡулланмайынса тулыһынса тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Интернет селтәре аша кәрәкле теоретик материаладар эҙләп табыу, улар араһынан актуаль, кәрәклеләрен һайлап алыу – күп ваҡытты ала торған сетерекле эш. Мин уҡыусыларымды төрлө интернет селтәрҙәренән, сайттарҙан кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алырға, уларҙы урынлы ҡуллана белергә өйрәтәм. Тәүҙә улар миңә бәләкәй генә электрон физминуткалар, байрамдарға шиғырҙар, йырҙар һайлап алып килделәр, контакт аша ла ебәргеләнеләр. Был эш тәүҙә ата-әсәләр ярҙамында эшләнһә, хәҙер балалар был эште үҙ аллы башҡара башланы һәм минең эшмәкәрлегем күпкә еңелләште. 2-се кластан башлап беҙ төрлө интернет-конкурстарҙа, дистанцион олимпиадаларҙа ҡатнаша башланыҡ. Мәҫәлән: “Инфоурок”, “Лисенок”, “Кириллица” һ.б. Һөҙөмтәлә, уҡыусыларымдың портфолиолары ғына тулыланып ҡалманы, уларҙың танып – белеү даирәһе киңәйҙе, үҙҙәренең белем кимәлен билдәләнеләр, эрудициялары, логик фекерләүҙәре үҫеште. Дистанцион олимпиадаларҙа ҡатнашып, оялсан, үҙ-үҙҙәренә ышаныстары булмаған уҡыусыларым да асылып киттеләр, төрлө сараларҙа ихлас ҡатнаша башланылар. Он-лайн олимпиадалар – уҡыусыларымдың яратҡан шөғөлө. Һөҙөмтәһен ыңғайы бер белеү, үҙеңдең мөмкинселегеңде реаль билдәләй алыу йәлеп итә балаларҙы был эштә.

Минең класым район кимәлендә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, уңыштарыбыҙ ҙа байтаҡ. Уҡыусыларым менән район үҙәк балалар китапханаһы, балалар ижад йорто, район мәҙәнитә йорто методистары төрлө саралар үткәрергә яраталар. Баларҙың тасуири һөйләй белеүҙәре, йыр-бейеүгә маһир, сәхнәлә үҙҙәрен тота белеүҙәре йәлеп итә уларҙы. Бындай сараларҙа тыуған ил, геройҙар, күренекле кешеләр тураһында бик күп мәғлүмәт алып ҡына ҡалмайҙар, ғорурланыу, тыуған яҡҡа ҡарата һөйөү, тәбиғәтенә һаҡлы ҡараш та тәрбиәләнә.

Төрлө конкурстарға әҙерләнгәндә лә мин информацион-технологик сараларҙы киң ҡулланам. Уҡыусыларым да материал тупларға ярҙам итә: төрлө сайттарҙан йырҙар, шиғырҙар табып алып килә, бергәләп кәрәклеләрен һайлап алып, өйрәнәбеҙ, репетициялар үткәреп шымартып, сәхнәгә сығабыҙ. 3 йыл эсендә уҡыусыларым _____ йыр, бейеү, шиғыр һөйләү конкурстарында ҡатнашты, ____ призлы урынға лайыҡ булды. Шиғыр һөйләү конкурстарында интернет аша ла ҡатаншып торабыҙ. Мәҫәлән, Соболев Максим Хәйбулла районы йәштәр комитеты иғлан иткән район күләмендәге интернет видео-конкурсында беренсе урын яуланы.

Миңә йыш ҡына “Уҡыусыларың матур, итәғәтле һөйләшә” тиҙәр. Төрлө кешеләр менән интервью алыу, осрашыуҙар үткәреү, экскурсия – походтарға сығыу кеүек саралар аша тәрбиәләнә был аралашыу культураһы. Тимәк, аралашыу мәҙәниәтен формалаштырыуҙа ла кластан тыш саралар үткәреү тос өлөш индерә.

Беҙ йыл да Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Советтар Союзы геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың ҡыҙы, мәктәптең ветернаүуҡытыусыһы Флүрә Ҡәйүм ҡыҙы менән осрашыуҙар ойоштороп торабыҙ. Был осрашыуҙарҙы фотоға, видеоға ла төшөрә балалар. Уларҙы туплап, Мове Мейкер программаһы ярҙамында уҡыусыларыма видеофильм эшләргә өйрәттем. Был фильм район кимәлендә үткәрелгән китапханалар араһындағы муниципаль конкурста икенсе урын яуланы.

Осрашыуға килгән ҡунаҡтарға бүләкте беҙ үҙебеҙ эшләйбеҙ. Бүләк үрнәктәрен төрлө ҡул эштәре оҫталары сайттарынан алабыҙ, он-лайн оҫталыҡ кластарынан өйрәнәбеҙ. Бындай осраҡтарҙа “Оҫта ҡулдар” түңәрәге етәксеһе Дауытова Илсиә Ринат ҡыҙының беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер тора.

Үткән уҡыу йылында бер уҡыусымдың әсәһе, әсенеп, Анапала ял иткәндә Мәскәү ҡалаһынан килгән ғаилә менән танышыуҙары  һәм Башҡортостан тураһында аҙ белеүе арҡаһында оятҡа ҡала яҙыуы хаҡында һөйләне. Әсәй кеше Башҡортостан, районыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр күберәк бирелһен ине, кластан тыш саралар үткәрелһен ине, тигән теләк белдерҙе. Ата-әсәләр, балалар менән күмәкләп “Хәйбулланың ете мөғжизәһе” исемле проект эштәрен башҡарырға булдыҡ. Эште Бәйләнештәр селтәрендә  «Хәйбуллам – мөғжизәләр иле» тигән үҙ төркөмөбөҙҙө булдырыу еңелләштерҙе. Туплаған материалдарыбыҙҙы шул төркөмдән ҡарап күрергә мөмкин.  Һөҙөмтәһе - Таштуғайым-мөғжизәм исемле видеофильм. Уның авторы Ҡырғыҙбаев Ғәзинур булһа ла, уның өҫтөндә эшләүгә бик күп кешеләр көс һалды. Был эш “Крит -2016” республика конкурсында еңеү яулаһа, Бөтә рәсәй интернет конкурсында лайыҡлы рәүештә 2-се урынға лайыҡ булды.

Әлбиттә, иң тәүҙә видеоға төшөрөү, видеокамераны дөрөҫ тота белеү күнекмәләрен бер-нисә малайға өйрәттем. Интервью алыу серҙәренә лә төшөндөк, аралашыу этикетын ҡабатланыҡ. Көҙгө каникул ваҡытында Таштуғай яҡтарына сәйәхәт ҡылып, “Ҡош юлы” фольклор төркөмө менән осрашыу үткәргәс, балаларҙың проект эшләүгә ҡыҙыҡһыныуы арта төштө. Уҡыусыларыма Таштуғай тауҙарының макетын да эшләргә тәҡдим иттем. Бик ҡыҙыҡ һәм матур килеп сыҡты.  Әлбиттә. Был проектты атҡарып сығыуҙа ИКТ әһәмиәтен баһалап бөтөп булмай.беҙ интер аша бик күп мәғлүмәт тупланыҡ, төрлө сайттарҙан кәрәкле материалдар һайлап алдыҡ.

Мәктәп, район башланғыс класс уҡыусылары араһында үткәрелгән фәнни – ғәмәли конференцияларҙа ла сығыш яһай минең уҡыусыларым. Хәйбулланың 2-се мөғжизәһе – Суҡраҡ сейәлектәре тураһында проект эшен яҡлап, Соболев Максим “Асыш” район фәнни-ғәмәли конференцияһында юғары баһа алды. Ул эшләгән макет районыбыҙҙың тыуған яҡты өйрәнеү музейына экспонат итеп алынды. Музей хеҙмәткәрҙәре, беҙҙең тәҡдимде хуплап, “Хәйбулланың ете мөғжизәһе” тигән бүлек тә булдырҙы.

Уҡыусыларым сәмсел, отҡор, эҙләнеүсән. Артислыҡ һәләттәре лә ҙур. Ғәзинурҙан ҡалышмайым, тип, Таулбаев Тимур “Обманывать не хорошо” тигән фильм төшөрөп, район кимәлендәге “Ералаш” видеофильмдар конкурсында 1-се урын алды. “Иң оҫта актер” номинацияһына Ҡығыҙбаев ғәзинур менән соболев Максим лайыҡ булды. Аҙ ғына ваҡыт эсендә күҙгә күренгән ҙур эштәр башҡарылыуы минең дөрөҫ юҫыҡта эш алып барыуым тураһында һөйләй. Әлюиттә. Өлгәшелгән уңыштарҙа ИКТ технолгияларын ҡулланыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Смығышымдың һуңында һоҡланырлыҡ, үрнәк алырлыҡ шәхес хаҡында әйтеп үткем килә. Миәкә районы Елдәр ауылының хөрмәтле аҡһаҡалы Рауил Вәлитов ул. Ир уҙаманы бөтә ғүмерен урман үҫтереүгә бағышлаған. «Урманым – минең йортом!»  - тип йыш ҡабатлай Рауил. Иманым камил, ғүмеренең һуңғы минуттары килеп еткәндә тыныс китәсәк был кеше:  бүленгән ваҡыт бушҡа китмәгән, урманы шаулай, уның эшен дауам итерҙәй улдары, ейәндәре бар. Шундай кешеләр күберәк булһын ине!

Минең дә уҡыусыларым араһынан  киләсәктә шундай бөйөк маҡсаттар, ил зарын алға ҡуйып йәшәүселәр сығыр, өлкән класта юғалып ҡалмаҫтар тип ышанам, сөнки улар информацион-коммуникатив технологияларҙы оҫта ҡулланыусы, алдынғы ҡарашлы, илһөйәр балалар тип әйтә алам.


 

в формате Microsoft Word (.doc / .docx)
Комментарии
Комментариев пока нет.