Уйҙар тыуған ерҙәрҙә.
Автор публикации: Э. Ахматгалиев, ученик 3Б класса
Уйҙар тыуған ерҙәрҙә.
Көмөш таҫма һынлы йылға аҡҡан ерҙә
Ҡояшлы ла була көндәр, бар ямғыр.
Моңһоу көҙҙәр алтын япраҡ менән
Юлдың саңын берсә ҡаплайҙыр.
Аяҙ,зәңгәр күк йөҙөндә осоп,
Һабан турғай сут та сут һайрай,
Бала-саға ҡояшта ҡыҙынып
Йылға буйлап балыҡ ҡармаҡлай.
Боҙло йылға ем-ем ялтырай,
Тик йыраҡта олпат ҡарағайҙар
Ҡыштың һыуығынан арынмай.
Бер- бер артлы миҙгел алышына:
Үтә көндәр, үтәләр айҙар.
Тик ҡайҙа торма ,ҡайҙа йөрөмә,
Тыуған яҡҡа ҡайталар уйҙар.
Соколова Елена Борисовна