«Әсә йөрәге» ҡобайыры

0
0
Материал опубликован 5 December 2020









t1607161684aa.gif

5-се класс













Тема: “Әсә йөрәге” ҡобайыры.

Маҡсат: әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү;

халыҡ педагогикаһының тәрбиәүи алымдары менән таныштырыу;

уҡыусыларҙың ижади фекерләүен үҫтереү;

синонимдарҙы ҡабатлау;

әсәйҙәргә һөйөү, ихтирам тойғолары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: ҡояш һүрәте, башҡорт халыҡ ижады томлыҡтары

Актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр: әсәй, ҡобайыр, егет, ҡыҙ, һөйөү, күңел

Дәрес барышы

Ойоштороу мәле

Артикуляцион күнегеү

Бөгөнгө көн, һауа торошо хаҡында әңгәмә

Шиғыр уҡыу

Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй,

Изгелеге – үлсәү тапҡыһыҙ?!

Ул – әлбиттә, йәшәү сығанағы,

Тормош ҡото – әсә, ҡатын-ҡыҙ.

Был шиғыр кем хаҡында?

(Шиғыр юлдарында бөтәбеҙҙең дә иң изге кешеһе – әсә хаҡында һүҙ бара)

Дәрестең маҡсатын билдәләү.

Бөгөн беҙ дәрестә Әсә йөрәге тип аталған ҡобайыр стилендә яҙылған әҫәр менән танышырбыҙ.

Ә нимә ул ҡобайыр?

(Ҡобайыр – дан йыры, маҡтау йыры.)

Дөрөҫ, батырҙарын, Тыуған илен данлаған әҫәр ҡобайыр була.

Төп өлөш

Таҡтала һәм дәфтәрҙә число, көн исеме, тема яҙыла.

Уҡытыусы: Һәр эштең йүнәлешен, төп фекерен билдәләгән асҡыс була. Уны икенсе төрлө эпиграф тип тә йөрөтәләр.

Беҙҙең дәрестең дә шундай фекере бар.

Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала мәҡәлен уҡыусылар бергәләп уҡыйҙар, дәфтәрҙәренә күсереп алалар.

Әле беҙ уҡыған һөйләм мәҡәл жанрына ҡарай. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре лә, ҡобайырҙары ла айырым китаптарға тупланған.

(Уҡытыусы мәҡәлдәр һәм ҡобайырҙар томлыҡтарын күрһәтә)

Һүҙлек эше:

йәйләү, шом, йәр, арғымаҡ, биртенгән, шарт, ант һүҙҙәренең мәғәнәләрен асыҡлау.

Әҫәр йөкмәткеһе өҫтөндә эш.

а) әҫәрҙе уҡытыусы тасуири итеп уҡый;

б) Сылбырлы уҡыу;

в) Ролдәргә бүлеп уҡыу;

г) Тәржемә итеү

Уҡытыусы: Ҡобайырҙы маҡтау йыры, данлау йыры тигәйнек. Был әҫәрҙә маҡтау, данлау бармы?

(Был шиғырҙа данлау, маҡтау юҡ. Унда һағыш, ҡайғы бар.)

Ниндәй ҡайғы, һағыш һуң ул?

(Егет әсәһенең күкрәген аса ла йөрәген һурып ала һәм яратҡан ҡыҙына илтә).

Эйе, донъяла иң ҡәҙерле кешеһен рәнйткән, үлтергән кешене беҙ ғәйепләйбеҙ. Йәмғиәттә ундай кешене хөкөм итәләр. Беҙ ҙә үҙ дәресебеҙҙе дәрес-хөкөм тип атайыҡ.

Ғәҙәттә, хөкөм залында ғәйепләүселәр, яҡлаусылар, хөкөм итеүселәр була. Беренсе рәтте – ғәйепләүселәр, икенсеһен – яҡлаусылар, өсөнсөһөн хөкөм итеүселәр тип билдәләйек. Тәүге һүҙ ғәйепләүселәргә бирелә.

Ғәйепләүселәр төп ғәйепле итеп ҡыҙҙы атай. Ул егетте оло енәйәткә этәрә. Шунда егет менән ҡыҙ диалогы сәхнәләштерелә.

Ғәйепләүселәр сығышы:

Бында егет тә ғәйепле. Һөйгәне әйтә тип, ул үҙ әсәһен үлтерергә тейеш түгел ине.

Мин әсәй ҙә лә ғәйеп күрәм. Ул улында үҙенә ҡарата һөйөү тәрбиәләй алмаған.

Уҡытыусы ғәйепләүселәр һүҙен йомғаҡлай. Унан яҡлаусылар сығыш яһай:

Мин егетте яҡлайым. Ул ҡыҙҙы шул тиклем көслө яратҡан, хатта үҙ әсәһен үлтереүгә тиклем барып еткән.

Әсәне лә ғәйепләп булмай. Уның йөрәге, улы абынып киткәс, улым, биртенмәнеңме, ауыртынманыңмы, тип улын ҡайғырта. Тик әсә генә шулай тип әйтә ала.

Әҫәрҙә ҡыҙҙы бөтөнләй яҡлап булмай. Буласаҡ әсә кеше ниндәй хәлдә лә һөйгән егетен ундай аҙымға этәрергә тейеш түгел ине.

Ә хөкөм итеүселәр нимә әйтер икән?

Хөкөм итеүселәр:

Бында иң ғәйепле кеше – ҡыҙ.

Егеттең дә ғәйебе кәм түгел. Үҙеңде тыуҙырған, ғүмер биргән әсәңде үлтереү мөмкин түгел.

Эйе, был хәл бөгөн булһа, ҡыҙҙы ла, егетте лә ҡаты хөкөмгә тарттырырҙар ине.

Физминутка.

Нисек уйлайһығыҙ, ҡобайырҙа һүрәтләнгән ваҡиғалар ысын булған хәлме?

(Юҡ, ул әкиәткә оҡшаған)

Әммә ошо әҫәр аша халыҡ ниндәй фекерҙе еткерергә теләгән?

(Әсәләрҙе хөрмәт итергә кәрәк, әсәгә булған һөйөү ҡыҙға булған һөйөүҙән көслөрәк булырға тейеш. Бындай хәлдәр әкиәттә генә булһын, тормошта осрамаһын ине).)

Хәҙер ҡояш һүрәтенә иғтибар итегеҙ. Ул тирә-яҡҡа нур сәсә. Кемгә оҡшаған ул?

(Ул әсәйҙәргә оҡшаған. Әсәйҙәр ҙә һәр саҡ тирә-йүнгә нур сәсә бит).

Мин һеҙгә нурҙар таратып сығам. Шуларға әҫәр геройҙарына хас сифаттарҙы яҙығыҙ.

1-се рәт әсәләргә, 2-се рәт егеткә, 3-сө рәт ҡыҙға ҡарата сифаттар яҙалар.

(Шунан бергәләп тикшерәләр һәм ҡояштың тирә-яғына нурҙар рәүешендә йәбештереп сығалар)

Уҡытыусы: Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле, нимә ул синоним?

Ҡобайырҙы үҙ аллы уҡығыҙ һәм синонимдарҙы табығыҙ, уларҙы дәфтәрегеҙгә яҙып алығыҙ.

Үҙаллы эште синыф менән бергәләп тикшереп, хаталарын төҙәтеү.

Йомғаҡлау.

Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала әйтемен нисек аңлайһығыҙ?

Егеттең ҡылығы һеҙгә оҡшаймы? Һеҙ шулай эшләр инегеҙме? Ҡыҙ һеҙҙә ниндәй уйҙар тыуҙыра?

Өйгә эш биреү.

Әсә тураһында инша яҙып килергә.

Баһалау.

в формате Microsoft Word (.doc / .docx)
Комментарии
Комментарии на этой странице отключены автором.