12+  Свидетельство СМИ ЭЛ № ФС 77 - 70917
Лицензия на образовательную деятельность №0001058
Пользовательское соглашение     Контактная и правовая информация
 
Педагогическое сообщество
УРОК.РФУРОК
 
Материал опубликовала
Фазылова Гульгена Фаритовна73
Россия, Башкирская респ., Мечетлинский район, дер. Еланыш

ФИЛИАЛ МУНИЦИПАЛЬНОГО БЮДЖЕТНОГО ДОШКОЛЬНОГО ОБРАЗОВАТЕЛЬНОГО УЧРЕЖДЕНИЯ

ДЕТСКИЙ САД «СВЕТЛЯЧОК» С.БОЛЬШЕУСТЬИКИНСКОЕ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА МЕЧЕТЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН ДЕТСКИЙ САД «АКБУЗАТ» С.ДУВАН- МЕЧЕТЛИНО
















Конспект


Тема: Әсәйем - алтыным,һин  бит  иң  яҡыным!










Выполнила:

Музыкальный руководитель

Фазылова Г. Ф.




с. Дуван – Мечетлино 2021 г.



Тема: Әсәйем - алтыным,һин  бит  иң  яҡыным!

Байрамдың маҡсаты: 

балаларға әсәйҙәр көнө тураһында мәғлүмәт биреү, легендалар, шиғырҙар, йырҙар, аша әсәйҙәр тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү,

балаларҙың телмәрен үҫтереү;  шиғырҙарҙы дөрөҫ интонация менән һөйләү, йырҙарҙы матур йырлау, бейеүҙәрҙе бейеү,

әсәйҙәргә ихтирам, һөйөү тәрбиәләүҙе дауам итеү,

Йыһазландырыу: ноутбук, колонка, телефон.

Ҡатнашалар: Алып барыусы, терпекәй, балалар.

Уйын бүлмәһе матур итеп байрамса биҙәлгән.

Көй аҫтында балалар залға инәләр.

Сара барышы:

А.б: Балалар, Ҡарағыҙ әле, ниндәй матур биҙәлгән зал. Бөгөн беҙҙә ҙур байрам. Әсәйҙәр көнө бөгөн. Балалар, ә һеҙ шундай матур байрамға әҙерләнеп килдегеҙме?

Балалар: Әйе!

А.б: Балалар, Әйҙәгеҙ хәҙер матур итеп ултырайыҡ, мин һеҙгә әкиәт һөйләп ишеттерәм. Йәшел урманда бер бәләкәй өй торған. Шул өйҙә бәләкәй генә терпекәй әсәһе менән йәшәгән ти. Бер көндө әсәһе терпекәйҙе уятып ҡысҡыра: Терпе, терпе, терпекәй, уян инде, торорға ваҡыт килеп етте, Ҡояш апай йылмайып тора! Әсәһе янына килеп ҡараһа, терпекәй әллә ҡайҙа юҡ булған да ҡуйған. Ҡайҙа терпекәй икән?! Ҡайҙа булған балаҡайым?! Әсәһе ҡайғырып илай, илай. Ҡайҙа булған икән терпекәй, балалар? Һеҙ белмәйегеҙ ме? Әллә әсәһенә ярҙам итеп, терпекәйҙе эҙләп ҡарайыҡмы?

Балалар: Әйе!

А.б: Нисек эҙләрбеҙ икән, әһә, мин уйланым. Әйҙәгеҙ матур итеп йыр йырлап алайыҡ. Бәлки терпекәй ишетер, тиҙ генә килеп етер.

Күңелле бөгөн залда,

Әсәйҙәр килгән беҙгә.

Ултырмайыҡ, баҫайыҡ,

Йырлап күңел асайыҡ!

Балалар башҡарыуында йыр: Әсәйҙәр йылмайғас.

А.б: Афарин, бик матур йырланығыҙ, хәҙер инде ултырышығыҙ.

(күңелле музыка аҫтында терпекәй килеп инә)

Терпекәй: Мин бәләкәй генә терпекәй, һеҙгә байрамға ашығып килдем. Һаумыһығыҙ, минең дуҫтарым!

А.б: Һаумы, терпекәй! Беҙ һине күрергә бик шатбыҙ, һинең әсәйең һине юғалтып йөрөй, Ә һин ҡайҙа йөрөйһең?

Терпекәй: Әсәйемде ҡотлайым тип,

Аптырап торҙом – торҙом да,

Иртә тороп, һеҙгә йүгерҙем,

Һеҙҙә байрам булыр икәнен белдем.

Әсәйемә нимә бүләк итергә белмәйем,

Һеҙ миңә ярҙам итә алмаҫһығыҙмы икән?!

А.б:Шулай икән, терпекәй, улай булғас, ихтибар менән тыңла, ҡара беҙҙең балалар, әсәйҙәргә бик күп сюрприҙдар әҙерләгәндәр. Иң тәүҙә терпекәй әсәйеңде ҡотларға тип, шиғырҙар ятларға була. Беҙҙең балалар әсәйҙәренә шиғырҙар әҙерләнеләр. Тыңлап ҡара әле, улар хәҙер һиңә һөйләп ишеттерәләр?

Терпекәй: Йәгеҙ тыңлайым, тыңлайым!

Балалар шиғыр һөйләй.

Терпекәй: Афарин, дуҫтар, әсәй тураһында миңә шиғырҙар биктә оҡшаны.

А.б: Терпекәй, әсәйҙәргә бүләк итеп йыр йырларға ла була, йәки бейергә.

Терпекәй: Улай булғас, мине балалар, бейергә өйрәтегеҙ әле!

А.б: Әйҙәгеҙ балалар, күңелле ашнаҡсылар бейеүен бейеп күрһәтәйек!

Балалар башҡарыуында бейеү: Күңелле ашнаҡсылар бейеүе.

Терпекәй: Ҡайһылай күңелле һеҙҙә! Бик матур бейенегеҙ.

Терпекәй: Хәҙер инде килде ваҡыт беҙгә уйнап алырға! Мин бер ҡыҙыҡ уйын беләм, хәҙер һеҙҙе уйнатам. Бына ҡарағыҙ әле, бында бик күп конструкторҙар ята(күрһәтә). Улар буталып яталар, төҫтәренән айырып һалырға ярҙам итегеҙ әле миңә (ике, өс мәртәбә уйнатыла, өс төҫлө конструкторҙар буталғандар, өс бала кәрзингә төҫтәрен айырып һалырға тейештәр)

Уйын «Конструкторҙы айырып һал»

Терпекәй: Ҡайһылай ысынлап та эшкә бик йегәрлеләр икән, күрҙем, күрҙем! Төҫтәрҙе айыра беләләр. Ә һеҙҙең әсәйҙәрегеҙ һеҙгә тәмлекәстәр бешерәме? Минең әсәйем миңә ҡоймаҡ бешерә. Ә һеҙгә нимә бешерә? (әйтәләр)

Ә хәҙер кескәйҙәр башҡарыуында йыр:

Мамочку мы тоже солнышком зовём!


Солнышко в окошко светит нам с утра

И поёт о маме песню детвора.

Песенку простую весело поём,

Мамочку мы тоже солнышком зовём!


Припев:

Знают дети, знают дети:

Мама может всё на свете!

Пропоём мы песню эту

Для планеты всей!

Нет мудрее и добрее,

Нет дороже и милее,

Нет на свете красивее

Мамочки моей!


Радостно на сердце и поёт душа,

Песенка о маме очень хороша!

Подхватили песню все друзья вокруг,

Потому что мама – самый лучший друг!


А.б: Афариндар. Терпекәй ҡара әле, хәҙер беҙҙең ҡыҙҙар башҡарыуында бөрлөгән бейеүе.

Ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү «Бөрлөгән»

Терпекәй: Һай, афарин, ҡыҙҙар! Ҡайһылай шәп, миңә бик оҡшанығыҙ. Әсәйҙәрегеҙҙе бик яратаһығыҙ икән.?Ҡәҙерле, балалар, шулай итеп һеҙ мине бейергә, йырларға, шиғыр һөйләргә өйрәттегеҙ. ҡайтып әсәйемә бүләк итеп йырлап, бейеп күрһәтәм. Миңә һеҙ бик оҡшанығыҙ.

А.б: Ҡәҙерле әсәйҙәр бына беҙҙең байрам аҙағына ла килеп етте, һеҙҙе тағы бер тапҡыр ысын күңелдән байрам менән ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм эшегеҙҙә уңыштар, сикһеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар теләп ҡалабыҙ. Әсәләрҙең күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын, сабыйҙарҙың киләсәге яҡты булһын!
Әсәйҙәргә оҙон ғүмер теләйем
Шатлык, бәхет теләйем тормошта
Ҡыуаныслы йылмайыуҙар теләйем
Ғүмерҙәре үтһен муллыҡта!



Опубликовано


Комментарии (0)

Чтобы написать комментарий необходимо авторизоваться.