Урок «Зимняя природа»
Тема: Ҡышҡы тәбиғәт.Сифат һүҙ төркөмөн ҡабатлау.
Маҡсат :
1) “Сифат” һүҙ төркөмөн ҡабатлау;
2) тема буйынса уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен артабан үҫтереү; ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен асыҡлау;
3) Башҡортостан тәбиғәтен, уның матурлығын, байлығын күрһәтеү, һаҡларға өйрәтеү ;
4) шәхси, коммуникатив-универсаль уҡыу ғәмәлдәрен үҫтереү.
Йыһазландырыу: электрон уҡыу ҡулланмаһы, (Башҡорт теле,6-сы класс), уҡыу ҡулланмаһы, карточкалар.
1.Һаумыһығыҙ уҡыусылар! Хәйерле көн! Ултырығыҙ!
Отчет.
- Бөгөн класта кем дежур?
- Бөгөн класта мин дежур.
- Бөгөн класта кем юҡ?
- Бөгөн класта бөтәһе лә бар.
- Класта дәрескә әҙерме?
- Эйе, класс дәрескә әҙер.
2-се дежур уҡыусы.
- Бөгөн нисәнсе число?
- Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? Как вы думаете, о чём будем говорить сегодня на уроке? (Ҡыш, ниндәй? Һорауына яуап биргән һүҙҙәр тураһында)
-Ниндәй? Һорауына яуап биргән һүҙҙәр нимә тип атала? (сифат)
2.Ҡуйылған уҡыу мәсьәләһен сисеү. 1.Дәфтәрҙәргә датаны һәм теманы яҙыу.
-Аҙнаның ниндәй көнө?
-Аҙнаның өсөнсө көнө,шаршамбы.
- Ниндәй йыл миҙгеле?- Ҡыш миҙгеле.Тышта матур, һалҡын көн.
Артикуляцион күнегеү.(слайд)
Йомшаҡ ҡына ҡар яуҙы,
Бөтә ерҙе ҡапланы.
Ап-аҡ булды болондар
Ап-аҡ булды кин ҡырҙар.
(уҡытыусының шиғырҙы тасуири уҡыуы, хор менән уҡыу)
3.Уҡыу ситуацияһы тыуҙырыу.
Уҡыусылар, был шиғыр юлдары ниндәй миҙгел тураһында? В стихотворении про какое время говорится? Как узнали? Какие слова говорят об этом? (слайд)
Йомшаҡ ҡар-пушистый снег
кин ҡырҙар-широкие поля
ап-ак булды-стал очень белым
- На какой вопрос отвечают слова йомшаҡ,кин,ап-аҡ(Какой? Ниндәй?)
- Что они обозначают? (признак предмета, предметтың билдәһен)
Шулай итеп, уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? Как вы думаете, о чём будем говорить сегодня на уроке?
-Ниндәй? Һорауына яуап биргән һүҙҙәр нимә тип атала? (сифат)
4.Ҡуйылған уҡыу мәсьәләһен сисеү. 1.Дәфтәрҙәргә датаны һәм теманы яҙыу.
Сифат темаһын ҡабатлау. Ә хәҙер, уҡыусылар, беренсе күнегеүҙең биремен иғтибар менән уҡығыҙ. Карточкалар таратам. Текст өҫтөндә эш:
1. Һөйләмдәрҙе иғтибар менән уҡығыҙ.
2. Аңлашылмаған һүҙҙәр өҫтөндә эш.
3. Сылбырлап уҡып сығайыҡ.
4. Күсереп яҙығыҙ.
5. Сифаттарҙын аҫтына һыҙығыҙ.
Ҡыш
Ап-аҡ ҡарҙары, етеҙ бурандары менән ҡыш та килеп етте.Киң ҡырҙар ҡалын ҡар аҫтында ҡалды. Уның һалҡын һулышын ҡоштар,йәнлектәр бик тиҙ һиҙеп алды.Улар ҡышҡы йоҡоға талды.Ҡышҡы урманда бик тыныс,әкиәт доньяһын хәтерләтә.
-Уҡыусылар беҙҙен Башҡортостанда ҡыш ниндәй? Был һорауға яуап бирерҙән алда таҡталағы һөйләмдәрҙе укығыҙ әле. Һөйләмдәр аңлашыламы? Улар матурмы? Юҡ. Ә хәзҙер был һөйләмдәрҙе тейешле сифаттар ҡуйып уҡып ҡарайыҡ әле.(сиратлап интерактив таҡтаға сығып яҙалар, ҡалғандар урында)(слайд)
Бөтә ер ...
... бурандар ... ҡар бөртөктәрен ҡыуып уйната.
Кешеләр ...тундарын кейгән.
Көндәр ... төндәр оҙон...(ҡыҫҡараҡ,ап-аҡ,шаян, ҡышҡы,оҙонораҡ,йылы)
- Сифаттар ни өсөн кәрәк?
-Эйе, сифаттар өҫтәгәс, һөйләмдәр матурайҙы, тулыланды.
5. Ял минуты
Шулай бөгөлә талдар,
Ошондай бейек тауҙар,
Шулай ҡағына ҡаҙҙар,
Шулай бейеп алалар,
Шулай ерҙе ҡаҙыйҙар,
Шулай ырғый балалар,
Шунан шым ғына ултырып
Тағы белем алалар.
6. Сифат дәрәжәләрен ҡабатлау. (слайд )
Электрон дәреслектә видео яҙма ҡарау. Уҡыусылар беҙгә дәрескә ҡыш көнө килә торған ҡунаҡтар рәхим иткән:шыршы,ҡар бөртөгө һәм санғы.Ниндәй? һорауына яуап биргән һүҙҙәр уйлап Хәҙер был һуҙҙәрҙе сифат дәрәжәләрендә төрләндерегеҙ.
1-cе төркөм шыршы һуҙе,
2-се төркөм санғы
3-сө төркөмгә кар бөртөгө.
- Башҡорт телендә ниндәй сифат дәрәжәләре була? (төп дәрәжә - основная степень, сағыштырыу - сравнительная, артыҡлыҡ - превосходная, аҙһытыу - уменьшительная дәрәжәләре) (таблица ) (слайд )
- Как образуется сравнительная степень прилагательных? Сифаттың сағыштырыу дәрәжәһе нисек яһала?
- Как образуется превосходная степень прилагательных? Сифаттың артыҡлыҡ дәрәжәһе нисек яһала?
- Как образуется уменьшительная степень прилагательных? Сифаттың аҙһытыу дәрәжәһе нисек яһала?
Сифаттарҙы төрлө дәрәжәгә ҡуйып яҙыу.
5. Бик яҡшы, уҡыусылар, афарин! Бына сифаттың дәрәжәләрен дә иҫкә төшөрҙөк.Был ҡунаҡтар ябай түгел,эш менән килгән икән.Йомаҡтарҙы уҡып яуап бирегеҙ.
Йомаҡ ҡойоу.
Ап – аҡ юрған таптым,
Ер өҫтөнә яптым. ( Кыш)
Аҡ бабай, аҡ бабай
Аҡ туныңды ҡаҡ ,бабай (кыш)
Шәкәр тиһәң, шәкәр түгел,
Һөт тә түгел, үҙе аҡ,
Мамыҡ тиһәң, мамыҡ түгел,
Йә, был нимә? Уйлап тап! (ҡар)
Үкерә лә ҡотора,
Бөтә ерҙе тултыра. (буран)
Ишектән керә, түргә уҙа,
Ҡулһыҙ – һүрәт төшөрә,
Тешһеҙ – тешләй. (һыуыҡ)
6. Рефлексив анализ. Презентация.
Бөгөн дәрестә мин:
- Белдем...
- Өйрәндем...
- Аңланым..
- Ҡыҙыҡлы булды...
Беҙ бөгөн дәрестә ниндәй теманы ҡабатланыҡ? Видеояҙма ниндәй темаға тап килә?
Башҡортостанда 2017-cе йыл президентыбыҙ Хәмитов Рөстәм Ҙәки улы тарафынан тирә-яҡты һаҡлау йылы тип иғлан ителде.
Мин һеҙгә дәрестә бик яҡшы эшләгәнегеҙ өсөн ошондай миҙалдар бүләк итәм. Был миҙалдарға һеҙҙең дәрестәге эшегеҙҙе характерлаған сифаттар яҙылған.
7. Өйгә эш. Беҙ бөгөн дәрестә ниндәй теманы ҡабатланыҡ? Видеояҙма ниндәй темаға тап килә?
Башҡортостанда 2017-cе йыл тирә-яҡты һаҡлау йылы тип иғлан ителде.Һеҙ тәбиғәтте нисек һаҡлайһығыҙ ?
Ҡыш миҙгеле тураһында экология темаһын сағылдырған һүрәт төшөрөргә.
Һау булығыҙ.