Яңы материалды өйрәнү «Өфө-Башҡортостандың баш ҡалаһы» (4 класс)
Башҡорт теле. 4 класс.
Уҡытыусы: Хөснөтдинова Гүзәлиә Мәҙийәровна
28 – се дәрес
Дәрес темаһы: |
Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ябай һәм ҡушма һандар. |
Дәрес төрө: |
Яңы материалды өйрәнеү. |
Дәрес маҡсаттары: |
Белем биреү: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, баш ҡала тураһында әңгәмә ойоштороу, мәғлүмәтте артырыу. Ябай һәм ҡушма һандар менән таныштырыу. Үҫтереүсе: фекерләү һәләтен, тыңлап аңлау, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Тәрбиәүи: Тыуған илгә, баш ҡалабыҙға һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү. |
Көтөлгән һөҙөмтәләр: |
Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәтеү, телмәрҙә ҡулланыу. Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре: а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау; б) танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, дөйөмләштерә, һығымта эшләй белеү; в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап диалог ҡороу, үҙ-ара аралаша, тасуири уҡый белеү. Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: әңгәмәлә ҡатнаша белеү, төркөмдәрҙә, парлап эшләгәндә хеҙмәттәшлек итә, бер-береңде тыңлай, килешеп эшләй белеү, |
Йыһызландырыу: |
Толомбаев Х. А. , Дәүләтшина М. С. һ.б. “Башҡорт теле”, 4-се класс уҡыусылары өсөн дәрәслек. – Өфө: Китап, 2014; эш дәфтәре, “Өфө” темаһына слайдтар. |
Дәрес этаптары |
Уҡытыусы эшмәкәрлеге |
Уҡыусылар эшмәкәрлеге |
Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ |
I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу. Белемдәрҙе актуалләштереү. |
– Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн! Һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ. Артикуляцион күнегеүҙәр. Башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшер өсөн телдәрҙе шымартып алайыҡ. а)телде уңға-һулға, аҫға-өҫкә йөрөтәбеҙ; б)өҫкө тештәр менән-аҫҡы, аҫҡы тештәр менән өҫкө иренде “тырнайбыҙ”; в)ижектәр уҡыйбыҙ. |
Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашалар. Хор менән ҡабатлайҙар. |
Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша. Ш.: белем алыуға, уҡыуға, дәрескә ҡарата ыңғай ҡараш формалаша. Т.б.: яңы белем алыу кәрәклеген аңлау |
II.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. |
1.Шиғыр аша дәрестең темаһын, эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү. -Тау башында балҡый бер ҡала, Ул ҡала Өфө тип атала. Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары, Матурҙар егет һәм ҡыҙҙары. |
Шиғырҙы уҡыйҙар,Өфө тураһында әңгәмәлә ҡатнашалар. Дәрестә нимә тураһында һөйләшеүҙәре тураһында әйтәләр. |
Р.: уҡытыусы менән берлектә дәрестең, үҙҙәренең эшмәкәрлектәренең маҡсатын билдәләргә өйрәнәләр. Ш.: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша. Т.б.: логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү формалаша. |
III.Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. |
1.Өфө ҡалаһы тураһында әңгәмә.(Слайдтар). 2.Матур яҙыу минуты. Ө Өө Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы. 3.Текст өҫтөндә эш. Ә һеҙҙең тыуған ауылығыҙ ниндәй? Нимәләр әйтә алаһығыҙ был ауыл тураһында? 4.Текстағы һандарҙы ҡулланып яңы материалды үҙләштереү, ҡағиҙәне уҡыу.
|
Яңы һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайҙар. Тексты иғтибар менән тыңлайҙар. Һорауҙарға яуап бирәләр. |
К.: диалогка инергә, һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңлай, әңгәмәгә ҡушыла белергә, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнәләр.. |
IV.Ял минуты. |
Өфөнөң урамдары киң, Йорттары бейек. Еләҫ ел иҫә, Ағастар бәүелә. |
Уҡытыусы артынан хор менән ҡабатлайҙар, хәрәкәттәрҙе күрһәтә баралар. |
Ш.: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта. |
V.Белемде нығытыу (яңы белемде практикала ҡулланыу). |
1. Дәреслек менән эш. а)Рәшит Шәкүр “Өфө” шиғыры менән эш. Тимәк, Өфө тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ? б)Группала эшләү.(Һандарҙы һүҙҙәр менән яҙырға, ребустарҙы сисергә). в)Парлап эшләү. Диалог өҫтөндә эш. |
Яңы һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайҙар. Һорауҙарға яуап бирәләр. Һандарҙы цифр менән яҙалар. Ребустарҙы сисәләр. Диалогты парлап уҡыйҙар, оҡшатып үҙҙәре төҙөйҙәр. |
Р.: уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү формалаша. К.: һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңлай белергә, һөйләмдәр төҙөргә, әңгәмәгә ҡушылырға, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтергә өйрәнәләр. |
VI.Ял минуты. |
1,2 – был баш, 3,4 – былар ҡаш, 5,6 – ҡулдар, 7,8 – күҙҙәр, 9,10 – аяҡтар, Танау, ауыҙ, ҡолаҡтар. |
Уҡытыусы артынан хор менән ҡабатлайҙар, бармаҡтар менән күрһәтә баралар. |
Ш.: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта |
VII.Өйгә эш. |
Китап- 58-се бит, 3-сө күнегеү, шиғырҙы ятларға.. |
Көндәлеккә өйгә эште яҙалар. |
Р.: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә, үҙҙәренең эшмәкәрлеген ойоштора белеү формалаша. |
VIII.Дәресте йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккә рефлексия. |
-Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ? -Нимәгә өйрәндегеҙ? -Һөйләмдәрҙе тултырып әйтегеҙ. Дәрестә мин ... белдем. Мин ... өйрәндем. Миңә ... оҡшаны (оҡшаманы). (Слайдта) Уҡыусыларҙы баһалау. |
Уҡыусылар яуап бирәләр. Нимәгә өйрәнеү тураһында әйтәләр. Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай. Башҡорт телендә һаубуллашалар. |
Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреүгә, уҡытыусы баһаһына адекват ҡараш формалаша. |