Программа летнего профильного лагеря с дневным пребыванием детей при школе

1
0
Материал опубликован 9 September 2018

Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учрежденияһы

Яңы Күл урта дөйөм белем биреү мәктәбе

 

“Килешәм”

Мәғәриф идаралығы муниципаль ҡаҙна учрежденияһының етксеһе

 

_______

 

”Раҫлайым”

Балалар ял итеү

үҙәгенең етәксеһе:

________

 

 

 

 

 

Балаларға өҫтәмә белем биреү, рухи һәм физик сәләмәтлектәрен нығытыу йүнәлешендә эшләүсе балалар ял итеү үҙәгенең программаһы

 

Толпар ял итеү үҙәге концепцияһы

“Толпар” - балаларға өҫтәмә белем биреү, рухи һәм физик сәләмәтлектәрен нығытыу йүнәлешендә эшләүсе балалар ял итеү үҙәге. Уның эшен муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учрежденияһы Яңы Күл урта дөйөм белем биреү мәктәбе ойоштора.

Баланы туған мөхит - туған тел, халҡың тарихы, ижады, йыр-моңо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары тәрбиәләй. Был ял итеү үҙәгендә бер смена егерме бер көнлөк. Ошо арауыҡта бала өсөн туған мөхит булдырыу төп маҡсаттарҙың береһе итеп ҡуйыла. Бала рухи яҡтан сәләмәт тәрбиә алһын, республикабыҙҙың, тотош илебеҙҙең илһөйәр шәхесе булып үҫһен өсөн, үҙтәрбиәгә нигеҙ һалыу йүнәлешендә эшләйәсәк был ял үҙәге.

Аҙ ғына ваҡыт эсендә бала күңелендә ҡырҡа боролош яһау күҙҙә тотолмай, ул маҡсат ҡуйылмай ҙа. Ә аңына ыңғай яҡтан тәьҫир итеү, сәләмәт тормош алып барыуҙың мөһимлеген аңлатыу, кеше тормошта яңғыҙ йәшәй алмай, шуға күрә коллективта үҙеңде тотоу, һыйышып тыныс йәшәү принциптарына, сәмле ярыш, бәхәс алымдарына өйрәтеү ҙә һәр үткәрелгән сарала төп маҡсаттарҙың береһе итеп ҡуйыла.

“Толпар” отрядтарға түгел, ырыуҙарға бүленеп эшләй. Балалар тәғәйен ырыуҙарҙан тупланып, ырыу тарихын, шәхестәрен, боронғо шөғөлөн өйрәнеп, дөйөм халыҡтың рухи һәм матди ҡиммәттәрен өйрәнәсәк.

Төп маҡсат-туған телдә телмәр байлығын үҫтереү, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын,йолаларын, балалар уйындарын, ижадын, спорт төрҙәрен өйрәнеү, музыка ҡоралдарында уйнап өйрәнеү, бороңғо шифалы ризыҡтарҙы әҙерләү серҙәренә төшөнөү, ырыу легендаларын өйрәнеү, халҡыбыҙ шәхестәре, сәнғәт әһелдәре менән танышыу.

Бурыстар:

Балаларҙа һәр төрлө уйындар аша тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү;

Ырыу тарихы, йола уйындары һә байрамдары аша тотош халҡыбыҙ булмышын, йәшәйешен өйрәнеү;

Халыҡ йырҙары, бейеүҙәрен һәм уларҙың легендаларын өйрәнеү һәләтенә ярашлы дөрөҫ үҫеш йүнәлеше биреү;

Шифалы үҫемлектәрҙе танырға, йыйырға, һаҡларға, ҡулланырға өйрәтеү;

Үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең, хайуандарҙың, башҡортса атамаларын өйрәтеү, атамалар менән бәйле һынамыштар, әйтемдәр, мәҡәлдәр, йомаҡтар өйрәнеү.

 


 

Ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшеү күҙҙә тотола:

Рухи сәләмәтлек тәрбиәләү өсөн үҙ халҡыңдың быуаттарҙан- быуаттарға күсә килгән рухи ҡиммәттәрен яҡшы белеү;

Республикабыҙға исем биргән башҡорт халҡының һәм быуаттар элек был ерҙәргә күсеп ултырған башҡа милләт вәкилдәренең тарихы, традицияһы тураһында мәғлүмәт алыу, интернациональ тойғо тәрбиәләү. Интернационализм патриотлыҡҡа нигеҙләнә, шул саҡта ғына кеше ысын мәғәнәһендә илһөйәр, толерантлы булып үҫә.Балала үҙ туған теленә, халҡына ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙән башлау отошло.

Ял итеү үҙәгенең маҡсаттарынан һәм бурыстарынан сығып, тәрбиәселәр һәм әйҙәүселәргә булған талаптарҙа юғары: башҡорт телендә бик яҡшы һөйләшеү; тарихын, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, ижадын яҡшы белеү; йыр-бейеүгә маһир булыу.

КӨН ТӘРТИБЕ:

“Арғымаҡ” ял итеү үҙәге тәғәйен бер төбәккә урынлашҡанға тиклем йоҡонан тороу ваҡытының тәбиғәт торошона, сменаның ниндәй миҙгелгә тап килеүенә ҡарап үҙгәреүе ихтимал. Шуның өсөн көн тәртибенең 30 минутҡа иртәрәккә йәки һуңыраҡҡа алға-артҡа шылыуы ихтимал.

1.Йыйыныу

2.Күнекмәләр.

3.Иртәнге аш.

4. Ял өсөн ваҡыт Конкурстарға әҙерләнеү.

5. Конкурстарға әҙерләнеү, уйындар уйнау, түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү.

6.Төшкө аш.

7.Көндәлек эшкә йомғаҡ яһау.

 

Толпар сменаһының программаһы

4 июнь

Толпарға килеү. Ырыу атрибуттарын өйрәнеү. Танышыу.

5 июнь

“Толпар” ял итеү үҙәген асыуға әҙерләнеү. Ырыу йырҙарын өйрәнеү.

6 июнь:Уйындар өйрән. Бөтә ырыуҙар уҙҙәренен ғаиләләре менән бейеү өйрәнеү.

7 июнь.

Ҡунаҡтар ҡаршылау. “Толпар ” ял итеү үҙәген асыу тантанаһы.

8 июнь.

1) Беренсе профессиональ башҡорт рәссамы Ҡасим Дәүләткилдеевҡа арналған ижади ярыштар кисәһе.

2) Ғаиләләр флэшмобы.

9 июнь. " Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ!" конкурсы. Олимпия уйындарын асыу тантанаһы. Ырыуҙар араһында футбол ярышы. “Толпарҙағы йәйге ялым” темаһына мәҡәләләр конкурсы иғлан итеү.

10 июнь. Йырсылар Мәғәфүр Хисмәтуллин, Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова исемендәге призға йырсылар ярышы. Түңәрәктәр эше. Ғаиләләр ярышы.

11 июнь. Аҡмулла исемендәге приз – иң оҫта шиғыр һөйләүсе уҡыусыға бирелә. Милли уйындар. Викторина. “Йәшел дауахана” операцияһы. Түңәрәктәр эше.

12 июнь. Рәсәй көнө. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын башҡарыусылар флешмобы. "Республиканды белэһенме?" - викторина.Үҙидаралыҡ көнө. Үҙидаралыҡ көнө. Ял итеүсе балалар, әсәйҙәр – әйҙәүсе, тәрбиәселәр - тәрбиәсе, әйҙәүселәр – балалар ролендә.Әйҙәүсе, тәрбиәселәрҙең концерты. Флешмоб “Мин – лидер!”

13 июнь. Ҡыпсаҡ ырыуы көнө. Иң яҡшы шиғыр һөйләүсегә конкурс. Ғаилә йылына арналанған ҡыпсаҡ ырыуы концерты. “Толпарҙағы йәйге ялым” темаһына мәҡәләләр конкурсына йомғаҡ яһау.

14 июнь. Мең ырыуы көнө. Асыҡ ишектәр көнө. Түңәрәктәр эше.

Музыка ҡоралдарында уйнау байрамы. Ҡурайсылар сығышы. Ғаилә йылына арналанған мең ырыуы концерты. Флешмоб “Ритайым”

15 июнь. Тамъян ырыуы көнө. Йәш бейеүселәр көнө. Рәшиҙә Туйсина, Мөхәммәт Иҙрисов исемендәге призға бейеүселәр ярышы. Флешмоб Таҡмаҡ әйтешеү. Ғаилә йылына арналанған тамъян ырыуының концерты.


 

16 июнь. Әкиәттәр иленә сәйәхәт. “ Һаумы ,һаумы әкиәт!”. Түңәрәктәр эше.

17 июнь. Гүзәллек көнө. Башҡортостан гүзәлдәре. “Толпар һылыуҡайы” әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар конкурсы. Флешмоб “Эх, һеҙ матур ҡыҙҙар!”

18 июнь. Туған моңдар. “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосы нигеҙендә уйын. Ғашиҡтар көнө. Түңәрәктәр эше.

19 июнь. Әйле ырыуы көнө. Сәсәнлек мәктәбе. Түңәрәктәр эше. Концерт.

20 июнь. Башҡортса бейеү көйҙәренә заманса бейеү флешмобы. Түңәрәктәр эше. Урал батыр эпосын һәм ҡобайыр әйтеүселәр конкурсы. Атайҙар һәм әсәйҙәр балалары менән башҡараусылар ролендә. Ғаиләләр флэшмобы “Бейемәгән башҡорт юҡ!”.

21 июнь. Башҡортостан егеттәре көнө. “Толпар бөркөтө” атайҙар һәм малайҙар конкурсы. Флешмоб “Һай егеттәр, егеттәр, беҙҙең сая бөркөттәр!

22 июнь. Хэтер көнө. Үҫәргән ырыуы көнө. Ғаилә йылына арналанған үҫәргән ырыуы концерты.

23 июнь. Ағастарҙың, үҫемлектәрҙең башҡортса исемдәрФен беләһеңме? Лагерь территоряһына сәйәхәт. Флешмоб “Һау бул, Толпар!”

24 июнь.Ҡайтыу. Ырыуҙарҙың йомғаҡлау концерты.

 


 

Толпар балаларны ял иттереү, һауыҡтырыу һәм үҫтереү үәҙгенең

эш планы (4 – 24 июнь 2018 йыл)

 

Уҙғарыласаҡ саралар

Үткәреү датаһы

Яуаплылар

1.

Балалары ҡабул итеү, лагерь тәртиптәре, тәрбиәселәр, әйҙәүселәр менән таныштырыу.

4.06.2018               

 

2.

Ырыуҙарҙың символикаһын, атрибутикаһын, Толпар гимнын өйрәнеү, балалары ырыуарға бүлеү, ырыу башлыҡтарын һайлау.

05.06

Тәрбиәселәр

Әйҙәүселәр

3.

Лагерь территорияһы менән таныштырыу.

6.06

Тәрбиәселәр

 

Халыҡ уйындарын өйрәтеү .Бөтә ырыуҙар уҙҙәренен ғаиләләре менән бейеү өйрәнеү.

 

Тәрбиәселәр

Әйҙәүселәр

 

Толпар лагерын асыу тантанаһына әерҙлек.

07. 06

Тәрбиәселәр

Әйҙәүселәр

5

Беренсе профессиональ башҡорт рәссамы Ҡасим Дәүләткилдеевҡа арналған ижади ярыштар кисәһе. "Ин якшы рэссам" конкурсы иглан итеу. Ғаиләләр флэшмобы.

8.06

Тәрбиәселәр

Әйҙәүселәр

6

Әкиәттәр иленә сәйәхәт “Һаумы, һаумы, әкиәт!”(башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса инсценировкалар). Иң яҡшы Ғаилә постановкаһы. Ролдәрҙе иң оҫта башҡарыусы малайҙарға –Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге приз, ҡыҙҙарға –Зәйтүнә Бикбулатова исемендәге приз .” Алло беҙ таланттар эҙләйбеҙ»

09.06

Әйҙәүселәр

7

Йәш йырсылар көнө. Йырсылар Мәғәфүр Хисмәтуллин, Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова исемендәге призға йырсылар ярышы. Ғаиләләр ярышы.

10.06

Тәрбиәселәр

8

Иң яҡшы шиғыр һөйләүсегә конкурс. Иң оҫта шиғыр һөйләүсегә Аҡмулла исемендәге приз бирелә.

11.06

Түңәрәк етәкселәре

9

-Рәсәй көнө.

-Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын башҡарыусылар флешмобы -Үҙидаралыҡ көнө. Ял итеүсе балалар, әсәйҙәр – әйҙәүсе, тәрбиәселәр.

- тәрбиәсе, әйҙәүселәр – балалар ролендә.

Әйҙәүсе, әсәйҙәр тәрбиәселәрҙең концерты.

12.06

Тәрбиәселәр

Әйҙәүселәр

Балалар

10

Ҡыпсаҡ ырыуы көнө.

Ғаилә йылына арналанған ҡыпсаҡ ырыуы концерты

13.06

Тәрбиәселәр

Әйҙәүселәр

11

Мең ырыуы көнө. Ғаилә йылына арналанған мең ырыуы концерты

14.06

Әйҙәүселәр

12

Тамъян ырыуы көнө. Ғаилә йылына арналанған тамъян ырыуының концерты.

15.06

Тәрбиәселәр

Әйҙәүселәр

13

Әкиәттәр иленә сәйәхәт. “ Һаумы ,һаумы әкиәт!”.

16.06

Тәрбиәселәр

Әйҙәүселәр

14

Гүзәллек көнө. “Толпар һылыуҡайы” әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар конкурсы.

17.06

Тәрбиәселәр

Әйҙәүселәр

 

Флешмоб “Эх, һеҙ матур ҡыҙҙар!”

   
 

Сәсәндәр мәктәбе

   

15

Туған моңдар. “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосы нигеҙендә уйын. Ғашиҡтар көнө. Түңәрәктәр эше.

18.06

Тәрбиәселәр

Әйҙәүселәр

16

Әйле ырыуы көнө. Сәсәнлек мәктәбе. Түңәрәктәр эше. Концерт. Ғаилә йылына арналанған Әйле ырыуы концерты.

19.06

Тәрбиәселәр

Әйҙәүселәр

17

Урал батыр эпосын һәм ҡобайыр әйтеүселәр конкурсы. Атайҙар һәм әсәйҙәр балалары менән башҡараусылар ролендә.

20.06

Әйҙәүселәр

18

Башҡортостан егеттәре көнө. “Толпар бөркөтө” атайҙар һәм малайҙар конкурсы.

21.06

Әйҙәүселәр

19

Хэтер көнө. Үҫәргән ырыуы көнө. Ғаилә йылына арналанған үҫәргән ырыуы концерты.

22.06

Әйҙәүселәр

20

“Толпар” лагерын ябыуға әҙерлек.

23.06

Тәрбиәселәр

Әйҙәүселәр

21

Ҡайтыу. Ырыуҙарҙың йомғаҡлау концерты.

24.06

 

 

Краткий перевод:

Программа летнего лагеря «Тулпар»
Концепции лагеря «Тулпар»
“Тулпар” – является центром отдыха и дополнительного образования детей, для укрепления физического и духовного здоровья детей.
Одной из основных целей создания этого лагеря является изучение родного языка, истории народа, творчество, обычаи, песни, традиции. Во время летнего отдыха также особое внимание уделяется на понимание важности здорового образа жизни, на духовное воспитание подрастающего поколения.
Смена длится 21 день. В нашем лагере дети делятся не на отряды, а племена – «Ырыу» (у башкир). Дети изучают атрибуты, песни, род племени.
Задачи: 
- Воспитание любви к Родине через каждого ребенка в различных играх;
- Изучение истории рода, традиций, праздников;
- Изучение народных танцев, песен, легенд;
- Обогащение и изучение башкирского языка (языка своего народа)
Планируемые результаты:
- Воспитание духовно здоровой личности.
- Получение информацию о традициях, воспитание чувства патриотизма, толерантности. 
Режим дня:
1.Сбор детей
2.Зарядка 
3.Завтрак. 
4. Время для отдыха и подготовки к конкурсу. 
5. Конкурсы, игры, занятия в кружках.
6.Обед. 
7. Итоги работы. 

Программа смены «Тулпар»
4 июня
Деление на роды (ырыу). Изучение рода, атрибуты. Знакомство.
5 июня 
Подготовка к открытию лагеря. Изучение песен.
6 июня: Изучение народных игр и танцев.
7 июня. 
Встреча гостей. Церемония открытия центра. 
8 июня. 
1) Конкурс рисунков 
2) флэшмоб
9 июня. Конкурс по номинациям "Алло, мы ищем таланты!" Конкурс статей на тему “Летний отдых в лагере «Тулпар” объявляет. 
10 июня. Конкурс танцоров. Работы кружков. Семейные соревнования.
11 июня. Приз имени Мифтахетдина Акмуллы – конкурс чтецов. Национальные игры. Викторины. Работы кружков.
12 июня. День России. Исполнение гимна Российской Федерации и Республики Башкортостан. "Знаешь ли ты свою республику?" - викторины.День самоуправления. 
13 июня. День рода «Кипчаки». Концерт.
14 июня. День рода «Мен». День открытых дверей. 
15 июня. День рода «Тамьян». Работы кружков.
16 июня. Путешествие в страну сказок. Инсценировки сказок “ Здравствуй ,здравствуй, сказка!”. Работы кружков.
17 июня. День красоты. Конкурс “ Красавица лагеря”. Флешмоб “Эх, девушки, вы прекрасны!”
18 июня. Родные мелодии. День Нептуна. Работы кружков. 
19 июня. День рода «Эйле». Концерт. 
20 июня. День чтецов легенд и эпосов. Работа кружков. Танцевальный флешмоб.
21 июня. День батыра (силач). Соревнования среди мальчиков.
22 июня. День рода «Усергэн». Концерт. 
23 июня. Викторина «Знатоки флоры и ыауны». Работа кружков. Подготовка к итоговому концерту. 
24 июня. Итоговый концерт. Флешмоб “Прощай, Тулпар!”

в формате Microsoft Word (.doc / .docx)
Комментарии
Комментариев пока нет.

Похожие публикации