Проектно-исследовательская работа «Башҡорт телендә атама һөйләмдәр һәм уларҙың үҙенсәлектәре»

0
0
Материал опубликован 1 December 2018 в группе

Башҡорт телендә атама һөйләмдәр һәм уларҙың үҙенсәлектәре.

ИНЕШ

Тел – кешеләр аралашыуының иң мөһим ҡоралы һанала. Уның коммуникатив функцияһы телмәрҙең иң ҡыҫҡа өлөшө булған һәм тамамланған фекерҙе белдергән һөйләм аша реалләшә. Шуға күрә һөйләмдәр төҙөлөшөн, уларҙың төрҙәрен өйрәнеү синтаксиста ҙур урын алып тора. Грамматик яҡтан ҡарағанда, һәр бер һөйләм үҙ киҫәктәренең эске берҙәмлеген, уларҙың урынлашыу тәртибе һәм интонацияһы берҙәмлеген тәшкил итә. Улар ябай һөйләм йәки ҡушма һөйләм булмаһын, телдең закондарына ярашлы рәүештә грамматик яҡтан формалаша, үҙенсәлекле интонация менән әйтелә һәм билдәле дәрәжәлә тамамланған уй фекерҙе белдерә. Һөйләм кәмендә бер һүҙҙән һәм бик күп һүҙҙәр теҙмәһенән төҙөлә. Айырым бер һүҙ һөйләм була алһын өсөн, уның билдәле бер текст эсендә тороуы һәм үҙенсәлекле интонация менән әйтелеүе мөһим шарт. Әгәр берәй һүҙ контекстҡа бәйләнмәйенсә бирелһә, ул һүҙ һөйләм була алмай, ә ниндәйҙер предметтың, күренештең, хәл ваҡиғаның йәки төшөнсәнең атамаһы функцияһын ғына башҡара. Һүҙ һөйләм булып килгәндә, үҙенең аңлатҡан мәғәнәһен байтаҡ конкретлаштыра һәм билдәле бер йөкмәткегә эйә була. Шундай һөйләмдәр араһында атама һөйләмдәр мөһим урын алып тора.

Тикшеренеүҙең актуаллеге. Башҡорт телендә бер составлы һөйләмдәрҙең бер төрө булараҡ, атама һөйләмдәр айырым урын алып тора. Әгәр бер составлы һөйләмдәргә ҡараған эйәһеҙ, инфинитив-модаль, билдәле эйәле, дөйөм эйәле, билдәһеҙ эйәле һөйләмдәрҙә фәҡәт хәбәр составы ғына урын алһа һәм эйә составы бөтөнләй булмаһа, атама һөйләмдәрҙә, киреһенсә, эйә йәки эйә составы ғына бирелә. Һөйләмдең был төрө предметтың, кешенең эш-хәрәкәте хаҡында, төрлө күренештәр, хәл-ваҡиғалар хаҡында хәбәр итмәй, ә тик уларҙың булыуҙарын атап ҡына йөрөй. Шуға күрә атама һөйләмдәрҙе өйрәнеү, уларҙың грамматик, стилистик һәм функциональ үҙенсәлектәрен асыҡлау хәҙерге тел белемендә актуаль мәсьәлә булып тора.

Эштең төп маҡсаты – хәҙерге башҡорт теленең атама һөйләмдәренә грамматик характеристика биреү. Ҡуйылған маҡсаттан сығып түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

- атама һөйләмдәрҙең тел ғилемендә өйрәнелеү кимәлен асыҡлау;

- атама һөйләмдәрҙең стилистик үҙенсәлектәрен билдәләү;

- аңлатҡан мәғәнәләренә, үтәгән функцияларына ҡарап, атама һөйләмдәрҙең классификацияһын биреү;

- мәктәптә атама һөйләмдәрҙе өйрәтеү методикаһын барлау.

Тикшеренеүҙең методологик һәм теоретик нигеҙе итеп атама һөйләмдәрҙе өйрәнеү буйынса башҡорт, төрки һәм рус телдәре буйынса эшләүсе лингвистарҙың хеҙмәттәре алынды.

Тикшеренеү барышында В.В. Виноградов, А.А. Шахматов, А.А. Потебня, Н.К. Дмитриев, М.З. Зәкиев, Д.С. Тикеев, Ғ.Ғ.Сәйетбатталов, М.В. Зәйнуллин, Р.Я.Хөснөтдинова һ.б. ғалимдарҙың хеҙмәттәре өйрәнелде.

Тикшеренеүҙең объекты булып хәҙерге башҡорт телендәге бер составлы атама һөйләмдәр тора.

Сығарылыш квалификация эшенең предметы – атама һөйләмдәрҙе барлыҡҡа килтереүсе синтаксик саралар, һөйләм төҙөлөшө.

Тикшеренеүҙә ҡулланылған метод һәм алымдар. Эште яҙыу барышында хәҙерге көндә киң ҡулланылған метод һәм алымдар ҡулланылды. Тикшерелә торған материал һөйләм, контекст эсендә ҡаралғанлыҡтан, төп метод булып контекстуаль метод торҙо. Атама һөйләмдәрҙең грамматик үҙенсәлектәре семантик йәһәттән өйрәнеү тасуирлау методы ярҙамында алып барылды. Тел үҙенсәлектәрен башҡа төрки телдәре факттары менән сағыштырып тикшереү осрағында сағыштырма методҡа таянылды.

Тикшерелгән материал. Хеҙмәттә башҡорт халыҡ ижады жанрҙарынан һәм матур әҙәбиәттең поэзия, проза, драматургия, публицистика әҫәрҙәренән алынған миҫалдар фактик материал итеп файҙаланылды.

Эштең ғилми яңылығы булып түбәндәгеләр тора:

­атама һөйләмдәрҙең телмәрҙәге функцияһы билдәләнә.

башҡорт телендә атама һөйләмдәрҙең структур типтары асыҡлана.

мәктәптә атама һөйләмдәрҙе өйрәтеүҙең методтары һәм алымдары тикшерелә.

Эштең теоретик һәм практик әһәмиәте. Тикшеренеүҙең эшләнеше һәм һығымталары мәктәптә башҡорт теле буйынса үткәрелгән дәрестәрҙә ҡулланылырға мөмкин.

Эштең апробацияһы. Эштең төп һығымталары менән Борай районы башҡорт теле уҡытыусылары методик берекмәһе ултырышында сығыш яһалды, урта мәктәптең етенсе класында “Бер составлы һөйләмдәр. Башҡорт аштары” темаһына үткәрелгән асыҡ дәрестә ҡулланылды.

Структураһы. Эш инештән, өс бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.

 

Беренсе бүлек

Башҡорт һәм төрки тел ғилемендә атама һөйләмдәрҙең өйрәнелеү кимәле

Хәҙерге башҡорт телендә баш киҫәге ниндәй һүҙ төркөмөнән килеүенә ҡарап, бер составлы һөйләмдәр өс төркөмгә - баш киҫәге исемдән, ҡылымдан һәм рәүештән килгән һөйләмдәргә бүленә. Бындай һөйләмдәрҙә әйтелгән фекерҙең субъекты менән предикаты хәбәр (хәбәр составы) йәки эйә (эйә составы) ярҙамында бирелә.

Бер составлы һөйләмдәр башҡорт тел ғилемендә аҙ өйрәнелгән. Был өлкәлә тикшеренеүселәр араһында бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәрен билдәләү мәсьәләһендә берҙәмлек юҡ. Мәҫәлән, профессор Н.Н.Дмитриевтың грамматикаһында был һөйләмдәрҙең ике төрө - эйәһеҙ һәм атама һөйләмдәр генә бирелгән. Дөйөм эйәле һәм билдәһеҙ эйәле һөйләмдәрҙе ул эйәһеҙ һөйләм төрҙәре тип тикшерә. Ғөмүмән, Н.К Дмитриев “Башҡорт теленең грамматикаһы” исемле танылған хеҙмәтендә: “Атама һөйләм хәбәре булмаған кәм һөйләмдең айырым бер күренеше. Шулай ҙа хәбәре булмаған һәр кәм һөйләм атама һөйләм була алмай. Атама һөйләмдәрҙең атауҙы, билдәләүҙе, номенклатураны күрһәтә торған үҙенең айырым функцияһы бар”, - тигән билдәләмәне бирә. Әҙәби әҫәрҙәр, учреждениелар, газета исемдәрен уларҙы асыҡлап килгән һүҙҙәре менән бергә ғалим атама һөйләмдәр тип ҡарай һәм шундай миҫалдар килтерә: Курстың директоры – кабинет ишегендәге яҙыу; А.С Пушкиндың “Евгений Онегин”е; Башҡорт халыҡ әкиәттәре һ.б. Шулай итеп, Н.К.Дмитриев атама һөйләмдәрҙең тик бер төрөн генә ҡарап китә [8;24 ].

Ҡ. Әхмәров классификацияһында ла, хәҙерге башҡорт әҙәби теле грамматикаһында ла билдәле эйәле һөйләм бирелмәй. Ә атама һөйләмдәрҙе ул дүрт төркөмгә бүлә. Был классификация түбәндәгесә: 1) бик тиҙ алмашынып торған ваҡиғаларҙы, хәл-күренештәрҙе һанап китеүҙе белдергән һөйләмдәр. Азат Ҡырым. Диңгеҙ тулҡындары… Пальма баҡсалары…Русалка… 2) берәй күренештең, ваҡиғаларҙың йәки күренештәрҙең йәшәүен, булыуын күрһәтә. Көҙ. Алтынлы, көмөшлө көҙ. 3) өндәү формаһында килеп, предметтарҙы, күренештәрҙе, атау менән бергә, ниндәй ҙә булһа тойғоно ла белдерәләр. Бындай һөйләмдәрҙән һуң өндәү билдәһе ҡуйыла. Ниндәй саф көҙ! Кейем кейенә дала… 4) ниндәй ҙә булһа предметтың исемен күрһәткән һөйләмдәрҙе китап, газета, журнал исемдәрен, таблицалар, диаграммалар, вывескалар яҙыуҙарын индерә [5; 47 ].

Бер составлы һөйләмдәр теорияһын яңы һығымталар менән байытҡан тел ғалимы, профессор Ғ.Ғ.Сәйетбатталовтың тикшеренеүҙәре ҙур әһәмиәткә эйә. Уның фекеренсә, ике һәм бер составлы һөйләмдәрҙе айырғанда уларҙың грамматик һәм семантик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға кәрәк. Ошо принциптан сығып автор бер составлы һөйләмдәрҙе түбәндәге алты төргә бүлә:

1) эйәһеҙ һөйләмдәр;

2) инфинитив-модаль һөйләмдәр;

3) билдәле эйәле һөйләмдәр;

4) дөйөм эйәле һөйләмдәр;

5) билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр;

6) атама һөйләмдәр.

Атама һөйләмдәргә иһә Ғ.Ғ.Сәйетбатталов түбәндәге билдәләмәне бирә: “Алда һөйләнәсәк һәм күрһәтеләсәк күренештең, ваҡиғаның урынын, ваҡытын, уларҙың дөйөм фонын тасуирлау йәки берәй предметты атап, исемләп йөрөтөү өсөн ҡулланылған бер составлы һөйләм атама һөйләм тип атала” [18; 242]. Артабан атама һөйләмдәрҙе ентекле тикшереп ул “…асылда атама һөйләмдәрҙә баш киҫәк аша субъект ҡына аңлатыла, ә предикативлыҡ – мәғәнә яғынан тамамланғанлыҡ - уҡығанда интонация менән, яҙғанда нөктә йәки өндәү билдәһе ярҙамында белдерелә”, - тигән фекерен әйтә [18; 232]. Тимәк атама һөйләмдәрҙең хәбәр итеү интонацияһы менән әйтелеүе уларҙың коммуникатив функция үтәй алыуына, йәғни аралашыу ҡоралы булып ҡулланыла алыуҙарына килтерә.

Шулай уҡ профессор Ғ.Ғ.Сәйетбатталовтың “Башҡорт теленең синтаксисы” исемле фундаменталь монографияһында атама һөйләмдәрҙе классификациялау принциптары ысыҡлана. Үтәгән функциялары һәм аңлатҡан мәғәнәләренә ҡарап атама һөйләмдәрҙе ике ҙур төркөмгә бүлә.

- Атама һөйләмдәрҙең бер төрө берәй күренеш, йә булмаһа төшөнсәнең булыуын, йәшәүен аңлатып, атап йөрөй. Был типтағы атама һөйләмдәр художестволы әҫәрҙә билдәле бер осорҙо, урынды тасуирлағанда, ҡапыл үҙгәреүсән булған йәки тиҙ алмашынып тороусы күренештәр, хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләгән саҡта ҡулланыла.

- Атама һөйләмдәрҙең икенсе төрө тип, ниндәй ҙә булһа предметтың атамаһын, уның исемемен белдергән һөйләмдәрҙе билдәләй. Бындай атама һөйләмдәр тип учреждениелар, предприятиелар, колхоз, совхоз исемдәрен, китап, газета, журнал атамаларын, телеграмма менән хаттарҙың адрестарын, вывеска яҙыуҙарын иҫәпләй.

Был ике төрҙән тыш, телсе атама һөйләм рәтенә дан, сәләм һүҙҙәре менән тамамланған синтаксик конструкцияларҙы – лозунгылар, патриотик саҡырыуҙарҙы ла индерә [17; 239- 242].

Башҡорт тел ғилемендә атама һөйләмдәрҙе, ғөмүмән, һөйләм, текст төҙөлөшөн өйрәнеүгә профессор Д.С.Тикеев ҙур өлөш индерә. Бер составлы һөйләмдәрҙең үҙенсәлекле төрөн, атама һөйләмдәрҙе ул кешеләрҙең шәхси кисерештәрен, үткәндәге хәтирәләрен һүрәтләүҙең иң ҡулайлы формаһы, тип билдәләй. Артабан: “… атама һөйләмдәрҙең эҙмә-эҙлекле сылбырын ҡулланып, телмәр авторы айырым мөһим күренештәрҙе һыҙыҡ өҫтөнә алып күрһәтә, деталдәрҙең контекстан еңел аңлашылғандарын йәки мөһим булмағандарын төшөрөп ҡалдыра”, - тигән фекерен нығыта[20; 122].

Артабан атама һөйләмдәрҙең функциональ-семантик төрҙәрен асыҡлауҙа Р.Я.Хөснөтдинованың хеҙмәте мөһим урын алып тора.

Төрки телдәренең сиснтаксисына арналған хеҙмәттәрҙә атама һөйләмдәрҙең грамматик тәбиғәтен билдәләүҙә иһә ҡапма-ҡаршылыҡтар юҡ. Улар составында эйә менән хәбәр бәйләнештәре булған ике составлы һөйләмдәрҙән айырым торған бер составлы һөйләмдәрҙең үҙенсәлекле төрө тип билдәләнә. Атама һөйләмдәрҙең нигеҙен төп килештәге исем тәшкил итә.

Йөкмәткеһе яғынан атама һөйләмдәр предметтарҙың, күренештәрҙең ысынбарлыҡта булыуын атай. Грамматик яҡтан улар айырым һүҙ йәки һүҙбәйләнештән тора. Татар тел ғилеме белгесе М.З.Зәкиев билдәләүенсә, атама һөйләмдәр предикативлыҡҡа эйә. Бындай төр һөйләмдең баш киҫәге исемдән, сифаттан, рәүештән килә алыуын әйтә. Ул шулай уҡ хәбәрлеге бер генә баш киҫәктә белдерелгән һөйләм бер составлы һөйләм, тип аталыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала [13; 132].

Ф.С.Сафиуллина тикшеренүҙәренән күренеүенсә, атама һөйләмдәрҙә предикативлыҡ синтаксик ваҡыт (хәҙерге ваҡыт) һәм синтаксик модаллек (реаллек) ярҙамында бирелә. Ул предметтарҙың, күренештәрҙең хәҙерге ваҡытта булыуын раҫлаусы интонация аша реалләшә [17; 105]. Синтаксик хәҙерге ваҡытта ҡулланылып, атама һөйләмдәр үткән заман күрһәткесе булған ине ярҙамсы ҡылымы менән ҡулланылырға мөмкин: Йәй баштары ине. Ғалимә шулай уҡ ниндәйҙер фекерҙе уҡыусыға еткерер алдынан, уның темаһын атаған һөйләмдәрҙе, газета, журналдар, вывескалар исемдәрен белдергән һөйләмдәрҙе лә формалары яғынан атама һөйләмдәр менән тап килгән конструкциялар тип тикшерә һәм уларға предикативлыҡ хас түгел, тигән фекерҙә. [17; 143]. Ф. Сафиуллина артабан был төр һөйләмдәрҙе структур-семантик принцип буйынса түбәндәге төргә бүлә: 1) предикация белдергән конструкциялар. 2) нигеҙ һөйләмгә буйһоноп килгән конструкциялар. 3) айырым ҡулланылып йөрөгән конструкциялар (газета, журнал, вывеска исемдәре). Предикация белдергән атама конструкциялар үҙ сиратында ысынбарлыҡты раҫлай торған (бытийные), күрһәтеү (указательные) баһалау һөйләмдәренә, вокатив һөйләмдәргә, шулай уҡ диалогҡа ҡоролған атама репликалар формаһында ҡулланылған һөйләмдәргә бүленә [17; 112].

Татар телендә атама һөйләмдәр тасуирлау, күрһәтеү,төрлө модаль мөнәсәбәттәрҙе сағылдырыу функцияларын башҡара. Өндәү интонацияһы менән әйтелгән атама һөйләмдәрҙе М.З.Зәкиев айырым төркөмгә индерә: Их, минем авылым! Нинди матур ул! Шулай уҡ хәтер ҡалған тон менән йәки бик шатлыҡлы тон менән әйтелгән исемдәр йәки көслө тойғо менән әйтелгән мөрәжәғәт, өндәш һүҙҙәр ҙә атама һөйләмдәр, тигән ҡарашта М.З.Зәкиев һәм уларҙы вокатив һөйләмдәр тип атама һөйләмдәрҙең айырым бер төрөнә индерә.

Хәҙерге үзбәк теленең синтаксисына арналған хеҙмәттәрҙә лә атама һөйләмдәрҙең төрҙәрен билдәләү мәсьәләһендә фекерҙәр айырыла. А.Н.Кононов үзбәк телендә атама һөйләмдәр төп килештәге исемдән торған һөйләмдәрҙе атай [14; 404]. Исем эргәһендә асыҡлаусы һүҙҙәр ҙә булырға мөмкин. Атама һөйләмдәрҙә предмет тик аталып ҡына китә, ти артабан ғалим, тимәк, бындай һөйләмдәрҙә предмет тик потенциаль рәүештә бирелә, ә эйә лә, хәбәр ҙә бирелмәй. А.Н.Кононов үзбәк теленең атама һөйләмдәрен өс төргә айыра. 1) ысын мәғәнәһендә атама һөйләмдәр.Уларға китап, газета, журнал, вывеска исемдәре ҡарай. 2) экзистенциаль атама һөйләмдәр. Улар тиҙ алмашына барған ваҡиғалар һүрәтләнгәндә ҡулланыла. 3) күрһәтеү һөйләмдәре. Күрһәтеү алмаштары менән бирелмәгән осраҡта улар тейешле интонация менән алмаштырыла. Мәҫәлән: Паспорт. Ун йил узлуксиз ишлаганим хаҡидагы справка.

А.Н.Кононов төрөк теленең синтаксисын өйрәнеп, атама һөйләмдәргә түбәндәге билдәләмәне бирә: “Атама һөйләмдәрҙә, кәм һөйләмдәрҙән айырмалы рәүештә, эйә лә, хәбәр ҙә булмай, һәм улар күҙ уңында ла тотолмай” [ 14; 512].

Ҡаҙаҡ тел ғилемендә атама һөйләмдәр бер составлы һөйләмдәрҙең үҙенсәлекле бер төрө тип ҡарала. Ике составлы һөйләмдәрҙән улар структур нигеҙендә эйә-хәбәр мөнәсәбәттәре булмауы менән айырыла. Һөйләмдең нигеҙен бер генә баш киҫәк тәшкил итә. Был баш киҫәк эйә менән дә, хәбәр менән дә йәнәш тора алмай.

Шулай итеп, хәҙерге башҡорт тел ғилемендә атама һөйләмдәрҙең бер нисә классификацияһы билдәле. Барлыҡ хеҙмәттәрҙә лә атама һөйләмдәрҙең баш киҫәге эйә тип билдәләнә. Атама һөйләмдәр семантик, структур, функциональ йөкмәткеләре яғынан бик бай синтаксик конструкция иҫәпләнә.

Икенсе бүлек

Атама һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә

2.1. Атама һөйләмдәрҙең структур үҙенсәлектәре

Атама һөйләмдәрҙең хәҙерге башҡорт телендәге башҡа синтаксик конструкциялар системаһында тотҡан урыны асыҡ билдәләнгән. Төп килештәге исемдән йәки исемләшкән башҡа һүҙ төркөмдәренән килгән баш киҫәк тарафынан белдерелгән предметтарҙың, күренештәрҙең, хәл-ваҡиғаларҙың булыуын, йәшәүен, уларҙың урының, ваҡытын, фонын атап йөрөткән бер составлы һөйләмдәр атама һөйләмдәр була. Атама һөйләмдәр предметтарҙың йәиһә кешеләрҙең эш-хәрәкәте, торошо тураһында хәбәр итмәй, ә төрлө күренештәрҙең, хәл-ваҡиғаларҙың, эш-хәрәкәттең, предметтарҙың булыуҙарын, йәшәүҙәрен раҫлап, уларҙы атап ҡына йөрөй. Мәҫәлән: Шат тауыш. Күңелле йырҙар. (Р.Ниғмәти). Төнгө тынлыҡ. Ағаслыҡта һандуғас моңо. (С.Юлаев).

Атама һөйләмдәрҙә предметтарҙың, күренештәрҙең йәшәүен раҫлап, атап биреү мәғәнәһенә күрһәтеү, баһалау, тасуирлау, һүрәтләүҙәрҙән тыш, бойороу, фараз итеү, ихтималлыҡ, теләк мәғәнәләре лә өҫтәлергә мөмкин. Ғөмүмән, модаллек мәғәнәһе һәр һөйләмдә була. Сөнки һәр һөйләмдең йөкмәткеһе теге йәки был кимәлдә реаль ысынбарлыҡ менән бәйле. Атама һөйләмдәрҙә бындай мәғәнәләр модаль һүҙҙәр, киҫәксәләр, интонация ярҙамында бирелә. Мәҫәлән: Тик атайым һаман ауырып тора. Өҫтәүенә ана туй мәшәҡәттәре (Ә.Хәкимов).

Бындай төр һөйләмдәр кешенең аңында тыуған образдар, йәғни хәтерләүҙәр, күҙ алдына баҫтырыуҙар ҙә атама һөйләмдең йөкмәткеһен тәшкил итә. Миҫал: Һе, күбекле йылға. Зөлхәмиҙәнең яулығы, Зәңгәртау, аҡ болан… Әллә ниндәй төш булды (Н.Мусин).

Атама һөйләмдәр телмәр ағышында үҙенән алда йәки үҙенән һуң килгән һөйләмдәр менән тығыҙ бәйләнгән булырға мөмкин. Уларҙа атама һөйләмдәрҙә аталған предмет, күренеш тураһында алдан уҡ һүҙ бара йәки һуңынан дауам ителә. Миҫалдар: Ә һеҙ, балалар, ҡулдарығыҙҙы йыуа тороғоҙ. Ана, йыуынғыс… (К.Мәргән). Фәнилә үҙе лә һиҙмәҫтән сәхнәгә йотолдо. Ғәжәп! Ниндәй ҙә саф, ниндәй ҙә моңло һәм яғымлы тауыш! (Ғ.Лоҡманов).

Атама һөйләмдәрҙә алдағы һөйләмдә хәбәр ителгән предмет йәки кешенең сифаттары аталырға мөмкин. Был осраҡта ла һөйләмдәр үҙ-ара тығыҙ мөнәсәбәттә тора. Мәҫәлән: Ул үҙ заманы өсөн генә түгел, хәҙерге көндәр өсөн дә ғәжәп интеллегентлы кеше: ҡара костюм, суҡлы аҡ галстук, уйсан тыныс йөҙ, алыҫҡа төбәлгән аҡыллы, ышаныслы, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҡараш (Б.Бикбай).

Бирелгән һөйләмдәрҙән күренеүенсә, контекстан тыш үҙаллы һөйләм булып йөрөй алмайҙар, тип кенә, был һөйләмдәрҙе номинатив һөйләмдәр рәтенән алып ташлап булмай. Сөнки алдағы һөйләмдә һүҙ барған кешенең тышҡы ҡиәфәтен һүрәтләү менән бергә был һөйләмдәрҙә ысынбарлыҡтағы предметтар, күренештәр атала, беҙҙе уратып алған мөхиттә уларҙың булыуы раҫлана.

Атама һөйләмдә уларҙың семантикаһына һәм функцияһына ҡарап, хәбәр итеү, өндәү, һорау интонациялары булырға мөмкин.

Өндәү интонацияһы атама һөйләмдең йөкмәткеһен эмоциональ яҡтан биҙәй. Атама һөйләмдәр ҙә кешенең төрлө хис-тойғоларын, кисерештәрен белдерә ала. Мәҫәлән: Тантана! Ҡыуаныс! (З.Биишева). Мәрхүм ағайымдың ҡойолған ҡанын ярҙамға саҡырам. “Үс! Үс! Үс!!!” – тип ҡабатлайым (М.Кәрим).

Һорау интонацияһы фараз итеүҙе, икеләнеүҙе белдергән атама һөйләмдәрҙә, шулай уҡ тыңлаусының йәки уҡыусының иғтибарын нимәгәлер йәлеп итеү, әңгәмәсе онотҡан предмет, күренеште уның хәтеренә төшөрөү өсөн әйтелгән осраҡтарҙа ҡулланыла. Мәҫәлән: Ә буяуҙарҙың сифаты һуң?.. Ә һуң иҙәнгә йәйелгән сей таҡталар, таралып төшөргә торған тәҙрә рамдары, ҡатырғанан эшләнгән ишектәр? Шунан беҙ эшселәрҙән ниндәй сифат талап итә алабыҙ (А.Ҡәҙерғолов).

Атама һөйләмдәрҙең төп грамматик билдәһе булып уларҙың бер составлы төҙөлөшө һәм был һөйләмдәрҙең баш киҫәгенең морфологик тәбиғәте тора. Алда әйтелгәнсә, атама һөйләмдәрҙең баш киҫәге төп килештә торған исемдән һәм исемләшкән башҡа һүҙ төркөмдәренән килә. Был баш киҫәктең синтаксик функцияһы тураһындағы мәсьәлә бәхәсле. Рус тел ғилемендә бер төркөм ғалимдар (А.А.Потебня, Ф.Ф.Фортунатов, А.М.Пешковский һ.б.) номинатив һөйләмдең баш киҫәген хәбәр тип билдәләй. Икенселәр (В.А.Богоролицкий) уны эйә тип билдәләй. Өсөнсөләр (“Грамматика русского языка”) баш киҫәкте эйә тип тә, хәбәр тип тә билдәләмәү яғында тора. Дүртенсе төркөм рус телселәре (А.А. Шахматов, Е.М. Галкина-Федорук) эйәле номинатив һөйләмдәрҙе һәм хәбәрле номинатив һөйләмдәрҙе айырып йөрөтә.

Башҡорт тел ғилемендә иһә барлыҡ телселәр ҙә (Н.К.Дмитриев, Ҡ.З.Әхмәров, Ғ.Ғ.Сәйетбатталов) уны эйә тип билдәләй. Ә “Хәҙерге башҡорт әҙәби теле грамматикаһы” нда номинатив һөйләмдең баш киҫәген һөйләмдең ниндәйҙер айырым бер киҫәге тип ҡарауҙың нигеҙе юҡ, тип әйтелә. Ғөмүмән, ғилми әҙәбиәттә һөйләмдәрҙә эйә тик хәбәр булған осраҡта һәм, киреһенсә, хәбәр тик эйә булған осраҡта ғына була ала, тигән ҡараш йәшәй. Мәҫәлән, проф. Ғ.Ғ.Сәйетбатталов был турала шулай ти: “… эш-хәрәкәттең эшмәкәрен белдергән баш киҫәк эйә тип атала. Эйә (эшмәкәр) хаҡында ни ҙә булһа белдергән, һөйләмдәге уй-фекерҙең тамамланыуын күрһәтеүсе баш киҫәк хәбәр тип йөрөтөлә” [18;88]. Тимәк, бер баш киҫәк булмаған һөйләмдә икенсеһе лә була алмай. Был күренеш һөйләмдә сағылған уй-фекерҙең мотлаҡ ике өлөштән, ике киҫәктән торорға тейешлеге менән аңлатыла. Йәғни уй-фекерҙең субъекты – эйә, ә предикаты хәбәр аша белдерелә. Ә уй-фекер субъекттан ғына йәки предикаттан ғына тора алмағас, һөйләмдә лә тик эйә генә йәки тик хәбәр генә була алмай. Шуға күрә атама һөйләмдең баш киҫәге морфологик бирелеше йәһәтенән ике составлы һөйләмдәрҙең эйәһенә оҡшаш булһа ла, эйә тип иҫәпләнмәй. Шуға күрә уны атама һөйләмдең баш киҫәге тип йөрөтәләр. Әммә эйә менән хәбәрҙең бер-береһенән айырым ҡулланыла алмайҙар тигән фекер дөрөҫлөккә тап килмәй. Ҡайһы бер осраҡтарҙа эйә йәки хәбәрҙең төшөрөлөп ҡалдырылыуы мөмкин. Эйә төшөп ҡалып, һөйләмдә тик хәбәр генә була, әммә һөйләм һөйләм булыу үҙенсәлеген юғалтмай, ә эйәһеҙ һөйләмгә әйләнә.

Тел үҫешенең хәҙерге этабында ике составлы һөйләмдәрҙең хәбәре төшөп ҡалыу һөҙөмтәһендә эйәһе генә тороп ҡалған һөйләмдәр осрай һәм улар атама һөйләмдәр тип ҡабул ителә.

Ҡайҙалыр, ниндәйҙер предметтарҙың, күренештәрҙең булыуы, барлығы һаналып киткәндә һөйләмдәге был хәбәрҙәр төшөрөлөп ҡалдырыла, предметтарҙың йәиһә күренештәрҙең барлығы үҙенән-үҙе аңлашыла. Иғтибар тулыһынса предмет йәки күренештәрҙең үҙеңә йүнәлтелә: Унда Тәлгәшле туристары өсөн кәрәкле нәмәләр күп булды. Граждандар һуғышы осоронда булып үткән ваҡиғалар… Ошо тирәнән сыҡҡан айырым партизандарҙың һүрәттәре… биографиялары… Ҡайһы бер мөһим документтар (К.Мәргән).

Күҙ алдынан бер-бер артлы уҙған күренештәр, предметтар, эҙмә-эҙлекле булған йәки барған, буласаҡ хәл-ваҡиғалар һүрәтләнгәндә хәбәр төшөрөлөп ҡалдырыла: Ауылды уҙғас, тағы ҡыйыр ялан китә… һаман шул ҡыйылып ятҡан күк арҡалар… һерәйеп ултырып ҡалған ҡамылдар, йәм-йәшел ужымдар (Ж.Кейекбаев).

Хәбәр төшөп ҡалыуҙың тағы бер үҙенсәлекле формаһы – ике составлы һөйләмдең эйәһе үҙаллы һөйләм итеп айырып ҡабатлана. Ҡабатлау иһә уҡыусының иғтибарын был эйәгә йәлеп итеү өсөн эшләнә. Сөнки тәүге һөйләм генә был эйәгә һалынған бөтә йөкмәткене бирә алмай. Мәҫәлән: Һуғыш сыға имеш… Һуғыш… Ниндәй ҡабәхәт, ҡот осҡос һүҙ!...

Тел факттарынан күренеүенсә, һирәк осраҡта атама һөйләмдәр ике составлы һөйләмдәрҙең исемдән килгән эйәрсән киҫәктәренән дә яһала. Мәҫәлән: Шулай бына бер сәғәт буйы көҙгө алдында әйләнә. Бер сәғәт!.. Алтмыш минут!.. был ваҡыт эсендә күпме файҙалы эш башҡарып булыр ине… (З.Биишева).

Атама һөйләмдәрҙең йөкмәткеһе бер төшөнсә йәки образдан тора. Ул ябай йә ҡатмарлы булырға мөмкин. Төшөнсә йәки образ субстантив характерҙа була. Улар аңда үҙҙәре генә айырым ҡабул ителә. Йәғни алда әйтелгән төшөнсәләр йәки образдар менән предикатив мөнәсәбәттәргә инмәй. Йөкмәткенең бындай характеры атама һөйләмдәрҙең лексик-морфологик төҙөлөшөн тәьмин итә. а) һөйләмдең баш киҫәге исемдән йәки исемләшкән башҡа һүҙ төркөмдәренән килергә тейеш, сөнки тик исем генә фекерҙең йөкмәткеһен предмет характерында бирә ала. б) был исем төп килештә торорға тейеш, сөнки тик төп килеш кенә айырым торған төшөнсә йәки предметтарҙы белдерә ала.

Шулай итеп, атама һөйләмдең бер генә баш киҫәге була һәм ул һөйләмдең предикатив үҙәген тәшкил итә.

Һөйләмдең баш киҫәге төп килештәге исемдән килгән осраҡ – атама һөйләмдәрҙең барыһынана да йышыраҡ ҡулланылған форма. Миҫалдар: Ямғыр ҙа ямғыр… Һары көҙ. Һағыш… (М.Кәрим).

Атама һөйләмдең баш киҫәге исем эргәһендә “ана”, “бына” күрһәтеү алмаштарынан килә: Ана колхоз үҙәге (А.Таһиров). Бына ауыл, бына өйҙәр… («Йәшлек»).

Берлектә һәм күплектә торған исемдәр эйәлек ялғауҙары ҡабул итеп, уларҙың төп килештәге формалары ла атама һөйләмдең баш киҫәге булып килә. Мәҫәлән: Бына Ҡырым, мәңге йырлар йырым… (Р.Назаров). Ана Фәйзуллалар ихатаһы (З.Ғәлимов). Сабый сағым… (М.Кәрим). Беҙҙең алда мәмерйәбеҙ-ҡыуышыбыҙ… (Т.Йосопов).

Атама һөйләмдәрҙең баш киҫәге төп килештә торған алмаштарҙан килә: Миҫалдар: Ҡарт йолҡош: Таяҡ! Бына ул! (М.Кәрим). Бына үҙе (Н.Мусин).

Атама һөйләмдәрҙең баш киҫәге урынында һандар ҙа килгән осраҡтар бар. Бындай осраҡтарҙа һан исем урынында ҡулланыла, йәғни асыҡланып килгән исем төшөрөп ҡалдырыла: Майҙан ситенә еткәс, ҡулдарын уға йәтеш кенә итеп һалды. … Тәүге әйләнеш, икенсеһе, өсөнсөһө… (Т.Килмөхәмәтов).

Атама һөйләмдәрҙең баш киҫәге булып исем ҡылымдар килә: Мең төрлө уй, ҡатты баш, Ни эшләргә лә аптыраш… (Ш.Бабич).

Сифат ҡылымдар исем урынында ҡулланылған атама һөйләмдең баш киҫәге булып килә алалар. Мәҫәлән: Салауаттың диңгеҙгә әйтеп ҡалдырғаны (Аҫылғужа).

Тотош һүҙбәйләнештәр, хатта һөйләмдәр ҙә атама һөйләмдәрҙең баш киҫәге ролендә килә ала: Төрлө хәлдәр күҙ алдынан үтте: Ҡайынлыҡулдағы шишмә, һалҡын йорттағы ҡуҙ яҡтыһы, тыҡрыҡтағы осрашыу, «Аҡмал, туйыңа саҡыраһыңмы?», Нәҡиәнең тәкәббер күҙ ҡараштары… (Р. Солтангәрәев).

Атама һөйләмдәрҙең икенсе грамматик үҙенсәлектәре булып уларҙың синтаксик төҙөлөшө тора. Үҙҙәренең синтаксик төҙөлөшө, составында баш киҫәккә эйәреп килеүсе эйәрсән киҫәктәре булыу-булмауына ҡарап, атама һөйләмдәр йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәргә бүленә.

Йыйнаҡ атама һөйләмдәр тик баш киҫәктән генә тора, ә был баш киҫәк исем, алмаш һандарҙан һәм исемләшкән башҡа һүҙ төркөмдәренән килә. Миҫалдар: Төн (З.Биишева). Коридор. Балалар. Шау-шыу (Р.Ниғмәти).

Тарҡау атама һөйләмдәрҙә баш киҫәк һәм уны асыҡлап килгән эйәрсән киҫәктәр айырылып йөрөтөлә. Ғәҙәттә, баш киҫәк эргәһендә аныҡлаусылар була һәм улар түбәндәге һүҙ төркөмдәренән килә.

1. Шартлы сифаттарҙан. Мәҫәлән: һалҡын һауа. Һалҡын елдәр. Һалҡын ҡар. Һалҡын ҡараш. Һалҡын уйҙар. Һалҡын йәр (Р.Хисамова).

2. Аныҡлаусы һандарҙан килә. Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл (Р.Ғарипов).

3. Атама һөйләмдәрҙең баш киҫәген асыҡлап килгән аныҡлаусы алмаштар менән белдерелә. Ай шул тау менеүҙәре. Нисә боролош, нисә бөгөлөш, нисә үр! (Р.Солтангәрәев). Ә ул һаман һылыулана, алланып бешә генә бара (З.Биишева).

4. Аныҡлаусы вазифаһын сифат ҡылымдың төрлө формалары үтәй. Беренсе сиратта, үткән заман сифат ҡылымдар: Аҡтарылған тупраҡ… Туҙан болото (Р.Бикбай). Таушалыңҡыраған костюм. Галстук. (З.Биишева).

Хәҙерге заман сифат ҡылымдар. Винтовка,… теңкәгә тейеп шылтыраусы котелок, һабы менән бер туҡтауһыҙ ботҡа бәрелеүсе көрәк... (Х.Мохтар).

Артабан киләсәк заман сифат ҡылымдың төрлө формалары: Әйтәйек, бына ҡола ялан ер. Буласаҡ ҡала урыны (З.Биишева).

5. Аныҡлаусы булып –ғы, -ге ялғаулы урын ваҡыт килештәге исем килә. Бындай аныҡлаусылар урын аныҡлаусылары тип тә йөрөтөлә. Миҫал: Ҡайынлыкүлдәғе шишмә, һалҡын йорттағы ҡуҙ яҡтыһы… (Р.Солтангәрәев).

6. Рәүештән -ғы, -ге ялғауы ҡушылып яһалған аныҡлаусылар атама һөйләмдәрҙең баш киҫәген асыҡлап килә: Йәнә әлеге хәл. (Р.Солтангәрәев). Ана әлеге ауыл Советы председателе (Д.Бүләков).

7. Баш киҫәккә эйәреп килгән аныҡлаусы эйәлек килештәге исемдәр менән бирелә. Мәҫәлән: Яугирҙарҙың күҙ йәштәре… Ниңә илағандар улар, туғандар? (Ш.Бикҡол).

8. Төрлө яһаусы ялғауҙар ярҙамында яһалған сифаттар атама һөйләмдәрҙең аныҡлаусыһы ролен үтәй. Миҫал: Эҫе. Донъя ҡорортҡос эҫелек (С.Агиш).

9. Атама һөйләмдәрҙең баш киҫәген асыҡлап килгән аныҡлаусылар исем йәки исем ҡылым һәм кеүек, һымаҡ һәм башҡа бәйләүестәр менән белдерелә: Күрҙең: тоҙ һымаҡ таш (С.Агиш).

Ике аҡҡош кеүек ике башҡорт,

Буй һындары күркәм тамаша (Р.Шәкүр).

Атама һөйләмдәрҙең баш киҫәге эргәһендә килгән ике йәки бер нисә аныҡлаусы тиң һәм тиң булмаҫҡа мөмкин. Әгәр аныҡлаусылар аныҡланыусы исемдән аңлашылған предметтың төрлө төрҙәрен һанауҙы белдерһә, улар тиң булалар һәм бер береһенән өтөр менән айырылалар. Тиң аныҡлаусылары булған һөйләмдәргә миҫалдар: Тирә яҡ – аҡ сәскә. Аҡ, ҡыҙыл, күк, һары, зәңгәр, алһыу сәскәләр. Ебәк тажлы, көмөш бәбәкле нәфис сәскәләр (Б.Рафиҡов).

Атама һөйләм эсендә бер-береһен асыҡлап килгән аныҡлаусылар, баш киҫәкте төрлө яҡлап асыҡлаусы аныҡлаусылар тиң булмайҙар, һәм улар араһында өтөр ҡуйылмай. Миҫалдар: Дөм ҡараңғы ҡурҡыныс төн … Мәңге атмаҫ нурлы таң… (Д.Юлтый). Урман, икһеҙ-сикһеҙ ҡуйы урман (З.Биишева). Төнгө Рига. Төнгө тын баҡса (М.Кәрим).

Атама һөйләмдең баш киҫәге эргәһендә тултырыусылар ҙа килә ала. Ғәҙәттә, тултырыусыға һөйләмдең хәбәре вазифаһын үтәүсе ҡылымдан сығып һорау бирелә.Тултырыусылар мәғәнә яғынанан ҡылымға бәйләнгән була, ҡылымдарҙы асыҡлап, тултырып килә. Шуға күрә атама һөйләмдә тултырыусылар һөйләмдең баш киҫәге исем ҡылымдар менән бирелгән осраҡта килә алалар. Миҫалдар: Граждандар һуғышы, …Башҡортостанда совет власын урынлаштырыу өсөн көрәш… (Я.Хамматов).

Атама һөйләмдәрҙең баш киҫәге эргәһендә хәлдәр ҙә урын алырға мөмкин. Әммә хәлдәр һөйләмдә ҡылымға бәйләнеп, шул ҡылымдан аңлашылған эш-хәрәкәттең нисек, ни рәүешле , ни дәрәжәлә, ниндәй шарттарҙа, ҡасан, ҡайҙа, ни сәбәпле ниндәй маҡсат менән эшләнеүен йәки эшләнмәүен белдергән эйәрсән киҫәктәр булып иҫәпләнә. Хәлдәр үҙҙәре ҡараған ҡылымдар менән бәйләнеп килә. Уларҙан буйһондороҡло була. Ә атама һөйләмдең баш киҫәге төп килештәге исемдән килә. Шуға күрә атама һөйләм составында хәлдәрҙең булыуы мөмкин түгел. Әммә ҡайһы бер хәлдәр бөтә һөйләмдең мәғәнәһен асыҡлап килә, бөтә һөйләмдең мәғәнәһенә бәйләнә. Уларҙың айырым һүҙҙәр менән бәйләнеше булмай, улар бөтә һөйләмдең предикатив үҙәгенә ҡарай. Бындай хәлдәр сағыштырмаса үҙаллы булалар, ғәҙәттә һөйләмдең башында киләләр. Бындай һөйләмдәрҙең атама һөйләм булып иҫәпләнеүендә ваҡыт, урын мәғәнәләрен аңлатҡан һүҙҙәрҙең (эйәрсән киҫәктәрҙең) ҡайһы урында килеүҙәре мөһим роль уйнай. Ике тәҙрә араһында – ҙур радиоалғыс, мөйөштә - телевизор (Н.Мусин). Иртәгә ярыш (Т.Килмөхәмәтов). Был һөйләмдәр атама һөйләмдәр. Сөнки улар ике составҡа бүленмәй. Уларҙа ҡайҙа, ҡасан ниндәй предметтарҙың барлығы ғына раҫлана. Әгәр бирелгән һөйләмдәрҙең киҫәктәре араһында урын алмаштырһаҡ, улар хәбәре бирелмәгән кәм һөйләмдәр рәтенә инә. Мәҫәлән: Ҙур радиоалғыс ­– ике тәҙрә араһында, телевизор – мөйөштә. Ярыш иртәгә. Бындай осраҡта эйәнән һуң пауза яһала. Ярыш ҡасан? Ярыш иртәгә. Был пауза һөйләмде ике составҡа бүлә. ике тәҙрә араһында, мөйөштә, иртәгә һүҙҙәре һөйләмдә бирелмәгән хәлдәрҙе асыҡлап килгән урын һәм ваҡыт хәлдәре. Был һөйләмдәрҙә предметтарҙың, хәл-күренештәрҙең ҡасан булыуы, ҡайҙа буласағы хәбәр ителә. Ә тәүге төркөм һөйләмдәрҙә пауза булыуға ҡарамаҫтан һөйләмдәр ике составҡа бүленмәй, сөнки уларҙа ҡайҙа, ҡасан ниндәй предметтарҙың, күренештәрҙең булыуы ғына раҫлана.

Ҡайһы осраҡта хәлдәр постпозитив урында килгәндә лә һөйләм атама һөйләм була ала. Был осраҡта интонация ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән: Телевизор мөйөштә. Ярыш иртәгә тибындағы һөйләмдәрҙә логик баҫым баш киҫәккә төшә, иғтибар предметтың, күренештең барлығын раҫлауға йүнәлдерелә. Баш киҫәк менән хәлдәр араһында пауза ҡуйылмай. Ике һүҙ бер ритмик төркөм тәшкил итеп, бер тын итеп әйтелә.

Атама һөйләм составында артабан урын йәки ваҡыт хәлдәре килә. Миҫалдар: Көн дә байрам, көн дә туй. Аҙаҡ - ыҙғыш-талаш (Я.Вәлиев). Ә хәҙер ҡыш… (Н.Нәжми).

Ҡайһы бер осраҡта атама һөйләм составында урын һәм ваҡыт хәлдәре бергә килергә мөмкин: Аҡланда бөгөн шомло тынлыҡ (Н.Мусин).

Хәлдең башҡа төрҙәре атама һөйләм составында бик һирәк осрай. Сөнки, тел ғилемендә билдәле булыуынса, хәлдәр ҡылымдарға ҡарай һәм үҙҙәре ҡараған ҡылымдар менән ныҡ бәйле булыуҙары менән аңлатыла.

Теге йәки был эйәрсән киҫәктең мәғәнәһен, автор күҙлегенән мөһимлеген көсәйтеү, икенсе бер һүҙҙең мәғәнәһен асыҡлаү, аныҡлау өсөн атама һөйләм составында эйәрсән киҫәктәр айырымланып килергә мөмкин. Ғәҙәттә, аныҡлаусы менән тултырыусы һирәк осраҡта ғына айырымлана, ә өҫтәлмәлек менән ваҡыт һәм урын хәлдәре бик йыш айырымланып киләләр. Мәҫәлән: Ә өйҙә, Емештәрҙең өйөндә, бөтөнләй икенсе күренеш (З.Биишева). Уның алдында Үҙәштең шаршыһы ­ ­- әрәмәгә сыға торған кисеү (Ж.Кейекбаев).

Артабан атама һөйләм составында һөйләүсенең йәки яҙыусының берәй нәмәгә ҡарашын йәки мөнәсәбәтен белдергән инеш һүҙҙәр килә ала. Улар һөйләмгә ышаныу, дөрөҫләү, тыңлаусының иғтибарын нимәгәлер йәлеп итеү, әйтелгән фекергә йомғаҡ яһау, оҡшатыу, сағыштырыу һәм башҡа мөнәсәбәттәрҙе белдерә. Миҫалдар: Әйтәйек, бына ҡола ялан ер (З.Биишева). Бер яҡтан һәйбәт әле, бөгөн, ысынлап та, ял көнө. (Д.Бүләков).

Атама һөйләм аша аңлашылған төп уй-фекергә иҫкәрмә яһау рәүешендә өҫтәмә мәғлүмәт, аңлатма биреү өсөн атама һөйләм эсендә инеш һөйләмдәр ҙә ҡулланыла. Миҫалдар: Тау-тау урман яҡтарында иһә (иң күп ағас шул яҡтарҙа ултыртыла) бөтөнләй икенсе хәл (Н.Мусин).

Ҡайһы бер осраҡта кәм атама һөйләмдәр ҙә осрай. Йәғни һөйләмдә баш киҫәк бирелмәй, уны асыҡлап килгән эйрсән киҫәк кенә була. Мәҫәлән: Тағы шартлау… Тағы… Тағы… (Я. Хамматов).

Атама һөйләмдәрҙең структур үҙенсәлектәренең береһе булып, ҡабатлауҙар тора. Һөйләмдең экспрессивлығын сағылдырыу өсөн атама һөйләмдең баш киҫәге ҡабатланып килә. Бындай ҡабатлауҙар телмәрҙе тасуири йәһәттән көслө, тәьҫирле итеү өсөн ҡулланыла: Һуғыш, һуғыш, һуғыш… Илсеғол ошо бер йыл эсендә генә лә биш-алты тапҡыр ҡулдан-ҡулға күсте лә баһа (З. Биишева). Беләкте еҙ тастағы һыуға батыра…. Ҡан…ҡан…. Ҡан (З. Биишева). Бына бирерәк ҙур гостиница…. Йорттар… йорттар… тағы йорттар (К.Мәргән). Бындай ҡабатлауҙар хәл-ваҡиғаларҙың даими ҡабатланып тороуын, йәки уларҙың көсөргәнешле, тетрәнгес булыуын, предметтарҙың, күренештәрҙең күп булыуын һәм башҡа мәғәнәләрҙе белдерә.

Хәҙерге башҡорт телендә атама һөйләмдәр ябай һөйләмдәр формаһында ҡулланылыу менән бер рәттән, ҡушма һөйләмдәр, ҡатмарлы синтаксик конструкциялар составында ла осрай.

Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең компоненттары тик атама һөйләмдәрҙән торорға мөмкин. Бындай һөйләмдәрҙә хәл-ваҡиғалар барған урын, урын, тирә-яҡ мөхит, портрет характиристикаһы, пейзаж интерьер, бер үк функция менән бәйле предметтар һаналып китергә мөмкин. Мәҫәлән: Бында иркен. Саф һауа. Тауҙар, ағастар, йылға... (К.Мәргән). Ап-аҡҡа буялған түшәм, сайыр бүрәнәләр, һап-һары иҙән… Ҙур, яңы тәҙрәләр, Яңы тупһалар (Н.Ғәйетбай).

Атама һөйләмдәрҙән төҙөлгән теркәүесһеҙ ҡушма һөйләмдәрҙә бер үк ваҡытта башҡарылған хәл-ваҡиғалар, күренештәр, шулай уҡ бер-бер артлы эҙмә-эҙлекле барған эш-хәл, күренеш ваҡиғаларҙы һанап сығыуҙы белдерә. Миҫалдар:Тимербайҙы туҡмайҙар. Илаш, ҡысҡырыш, ғәрәсәт (З.Биишева). Улар бер генә һуғыштан да ситтә ҡалманылар. Граждандар һуғышы, Польша фронты, Махно һәм Петлюра бандаларынан Украина ерҙәрен таҙартыу, Башҡортостанда совет власын урынлаштырыу өсөн көрәш… (Я.Хамматов).

Ысынбарлыҡтың динамик үҫешен һүрәтләгән картина атама һөйләмдәр менән бер рәттән башҡа төр һөйләмдәр килгән теркәүесһеҙ теҙмә конструкцияла ла бирелергә мөмкин. Бындай ҡушма һөйләмдәрҙә яҙма телмәрҙә өтөрҙәрҙән тыш башҡа тыныш билдәләре ҡулланыла. Миҫалдар: Етмәһә, команда өҫтөндә һаман хәл ителмәгән йөк килә. … Бүрәнәләр… һырма… бысаҡ...(К.Мәргән). Хәҙергә бына һиңә кәңәш: кешеләргә ғәҙел бул… (Я. Вәлиев).

Атама һөйләмдәрҙән төҙөлгән теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма конструкцияларҙа күп осраҡта һөйләмдәр бер-береһенең бөтә йөкмәткеләре менән үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә була. Йәғни бер һөйләм икенсеһенең бөтә мәғәнәһен асыҡлап, тултырып килә. Был осраҡта бер һөйләмде икенсе һөйләмдән айырыу паузаһы оҙағыраҡ була. Яҙма телмәрҙә улар ике нөктә, һыҙыҡ йәки өтөр менән айырыла. Миҫалдар: Йылғаның уң яғында заводтың Новоселка тип йөрөтөлгән өлөшө: ҡалай менән япҡан төкәтмәле матур-матур йорттар, урам-урам булып теҙелеп киткән һәр йорт эргәһендә бәләкәй-бәләкәй баҡсалар (Ж.Кейекбаев). Әйҙә, күңелем, … Күккә ос: күктә тыныс, бында һуғыш, бында ҡылыс! (Ш.Бабич).

Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр составындағы атама һөйләмдәрҙең үҙ-ара бәйләнеше күп төрлө. Бындай конструкциялар ҙа бер-бер артлы булған, бер үк ваҡытта башҡарылған эш-хәрәкәт, күренеш, хәл-ваҡиғаларҙы атайҙар. Теҙмә ҡушма һөйләм составындағы атама һөйләмдәр эргәһендә төрлө теркәүестәр ҡулланыла.

Әҙәби телдә һәм бәйләүесе менән бәйләнеп килгән атама һөйләмдәр йыш осрай. Был теркәүес дөйөм бергәлекте, ике йәки бер нисә күренеш, хәл-ваҡиғаның бер үк ваҡытта булыуын, йәки береһе артынан икенсеһе эшләнеүен белдерә. Миҫал: Бер-береһенә һыйынып, өймәкләшеп теҙелгән тауҙар. … Тау һәм урман. Тағы тау һәм тағы урман (К.Мәргән).

Һәм теркәүесе теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм составында атама һөйләм менән бер рәттән ике составлы йәиһә бер составлы башҡа төр һөйләмде бәйләп килә: Тағы ике аҙым, һәм Айвар юҡҡа сыҡты (Ф. Исхакова).

Ҡайһы бер һөйләмдәрҙә вә йыйыу теркәүесе осрай. Миҫалдар: Ҡап-ҡараңғы төн, вә күктә ай ҙа юҡ, йондоҙ ҙа юҡ (Ш.Бабич).

Теҙмә ҡушма һөйләм составында атама һөйләмдәр үҙ-ара да, дә, ҙа, ҙә, ла, лә, та, тә теркәүестәре ярҙамында бәйләнә. Миҫалдар: Иҙел сите. Эҫе ҡом да үлән (Р.Ниғмәти). Хәҙер бына һалда иркен, күпме ҡарап барһаң да була. Тауҙар ҙа урмандар… (К.Мәргән).

Бер-береһенә ҡапма-ҡаршы мәғәнәле булған атама һөйләмдәр ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре менән бәйләнә: Таныш һүҙҙәр, тик ҡасан кемдән ишеткәйнем мин уларҙы? (Б.Рафиҡов). Тыуған йорт, ә ҡаршы алыусы, “балам!” тип сәсрәп килеп ҡосаҡлаусы юҡ… (З.Ғәлимов).

Атама һөйләмдәр һирәк осраҡта мәғәнә яғынана да, грамматик яҡтан да бер-береһенә ныҡ бәйләнгән һөйләмдәрҙән торған ҡушма һөйләм, йәғни эйәртеүле ҡушма һөйләм составында килә ала. Бындай һөйләмдәрҙә атама һөйләмдәр баш һөйләм функцияһын да, эйәрсән һөйләм функцияһын да башҡарырға мөмкин. Миҫалдар: Мәхмүт: Улайһа, бына нимә: беҙ ғәфүҙәр, фатихалар менән маташып тормайыҡ (М.Кәрим). Ә-ә… бына нимә: мин бит тораташ түгелмен, һинең күңел ғазаптарыңдың сәбәпсеһе икәнемде күптән аңланым (М.Кәрим). Мин каторганан ҡайтҡас, Илсеғолда итек тегеп ултырған мәл (З.Биишева).

Хәҙерге башҡорт телендә атама һөйләмдәр күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр составында ла ҡулланыла. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр составындағы атама эйәрсән һөйләмдәр һәр ваҡытта тиң булалар, сөнки атама һөйләмдәр төҙөлөштәре яғынан да тик бер төрлө, йәғни уларҙың баш киҫәге тик төп килештәге исемдән йәки исемләшкән башҡа һүҙ төркөмөнән килә. Тик эйәрсән атама һөйләмдәр үҙ-ара теркәүесле лә, теркәүесһеҙ ҙә бәйләнештә торорға мөмкин.

Шулай итеп, атама һөйләмдәрҙең телмәрҙә актив ҡулланылышы уларҙың мәғлүмәт биреү ролен үҫтерә. Әммә был һөйләмдәрҙең билдәле бер структур сиктәре бар, һәм улар ысынбарлыҡта предметтар, күренештәр, хәл-ваҡиғаларҙың булыуын раҫлауҙы белдерә. Текст атама һөйләмдәр ярҙамында төҙөлгәндә, уларҙын спецификаһын боҙмайынса, уларға күберәк йөкмәтке, мәғлүмәт һалырға була. Бындай функцияны үтәү бурысы атама һөйләмдең баш киҫәген асыҡлап килгән эйәрсән киҫәктәргә, атама һөйләм эргәһендә килгән эйәрсән һөйләмдәргә төшә.

Тарҡау атама һөйләмдең баш киҫәге эргәһендә аныҡлаусылар, өҫтәлмәлек, тултырыусы, хәлдәр, айырымланған эйәрсән киҫәктәр, хәл әйтемдәре, өндәш һүҙҙәр, инеш һүҙ һәм инеш һүҙбәйләнештәр, инеш һөйләмдәр килә ала. Бынан тыш, атама һөйләмдең эйәрсән һөйләмдәре лә булырға мөмкин. Шулай уҡ атама һөйләм үҙе эйәрсән һөйләм функцияһында килгән осраҡтар бар.

Атама һөйләмдәрҙән төҙөлгән теҙемдәр башҡорт халыҡ ижадында, башлыса ҡобайырҙарҙа, легендаларҙа, эпостарҙа, ҡулланыла.

Ай тыуған ер, тыуған ер,

Олатайҙар торған ер…

Алпан-толпан атлаған

Айыуы күп еребеҙ,

Кәкре ҡойроҡ, йылтыр күҙ

Бүреһе күп еребеҙ,

Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ

Ҡуяны күп еребеҙ,

Ҡыҙ балалай биҙәнгән

Төлкөһө күп еребеҙ;

Ояларға урыны мул

Ҡоштары күп еребеҙ,

Балығы аттай тулаған,

Һыуы ярына һыймаған

Йылғаһы күп еребеҙ!

Ай тыуған ер, тыуған ер,

Олатайҙар торған ер,

Йылҡылары сыңырап,

Һыйырҙары мөңөрәп

Ҡуй-һарығы ҡуңырап,

Көтөү-көтөү йөрөгән ер;

Ятып ҡалған бер бәрәс

Йөҙ ҡуй булып үрсер ер,

Тороп ҡалған яңғыҙ тай

Өйөр булып йөрөр ер;

Атам кейәү булған ер,

Әсәм килен булған ер (“Тыуған ил” ҡобайыры).

Шулай итеп, атама һөйләмдәр ҡатмарлы синтаксик конструкциялар составында ҡушма һөйләмдәр төҙөү өсөн материал булып хеҙмәт итә. Теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә бер үк ваҡытта, бер-бер артлы булған, бер-береһен алмаштырып килгән күренештәрҙе, бер үк урын, ваҡыт, функция менән бәйле предметтарҙы сағылдыралар. Бынан тыш, бер-береһенең мәғәнәһен тултырып, асыҡлап, дөйөмләштереп йәиһә ҡапма-ҡаршы фекерҙе белдереп килә алалар.

Эйәртеүле ҡушма конструкцияларҙа баш һөйләм вазифаһын, шулай уҡ эйәрсән һөйләмдәр функцияһын да үтәйҙәр. Ике осраҡта ла препозитив һәм постпозитив хәлдә тора алалар.

Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә атама һөйләмдәр баш һөйләм ролендә лә, эйәрсән һөйләм функцияһында ла,бер-береһенә теҙмә юл менән бәйләнгән һөйләмдәр рәүешендә лә килә ала. Улар теҙемдәр составында ла актив ҡулланыла.

2.2. Атама һөйләмдәрҙең функциональ-семантик классификацияһы

Телмәрҙә үтәгән функцияларына, семантик йөкмәткеләренә, һөйләм составында башҡа атама һөйләмдәр менән бәйләнештәре, интонациялары буйынса атама һөйләмдәр бер нисә төргә бүленә. Номинатив һөйләмдәрҙең төрлө төрҙәрен, уларҙың баш киҫәктәренең бер үк формала булыу, төрлө предметтар, күренештәр, хәлдәрен раҫлап, атап йөрөүҙәре берләштерә. Ә функциялары йәһәтенән күп төрлө булыуҙары объектив ысыбарлыҡты танып белеү процесы булған фекерләү, фекер йөрөтөүҙең үҙенсәлектәре менән бәйле. Морфологик составы, синтаксик төҙөлөшө яғынан да атама һөйләмдәрҙең күп төрлө булыуҙары ошо уҡ шарттарға бәйләнгән. Шулай уҡ атама һөйләмдәрҙең төҙөлөш үҙенсәлектәре һәм уларҙы ҡулланылышы һәр айырым осраҡта яҙыусы йәки һөйләүсе үҙ алдына ҡуйған стилистик маҡсаттар менән дә тығыҙ бәйле була.

Атама һөйләмдәр йөкмәткеһе буйынса ҡатмарлы була, ул йөкмәтке бер генә һөйләмгә һыймай, шуға күрә әлеге һөйләмдән тыш, унан алда йә һуңынан, ғөмүмән, уның эргәһендә яңы синтаксик конструкциялар булыу талап ителә. Йәғни бер һөйләмгә бер нисә функция үтәү бурысы йөкмәтелә.

Атама һөйләмдәрҙе анализлау, улар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе, функцияларының бер-береһе менән бәйләнештәрен ҡарап сығыу нигеҙендә был һөйләмдәрҙең түбәндәге төрҙәрен айырып йөрөтәләр:

Реаль ысынбарлыҡты сағылдырған, константациялаған атама һөйләмдәр (бытийные-номинативне предложения).

Баһалау-эмоциональ атама һөйләмдәр (оценочно-эмоциональные номинативные предложения).

Бойороҡ-өндәү атама һөйләмдәре (побудительно-пожелательные номинативные предложения).

Конкрет атама булып йөрөгән атама һөйләмдәр (собственно названные предложения).

Реаль ысынбарлыҡты сағылдырған, константациялаған атама һөйләмдәр. Был төркөмгә ҡараған атама һөйләмдәр иң күп һанлы һәм маҡсаттары буйынса иң күп төрлө һөйләмдәр. Функциялары, йөкмәткеләре һәм ҡулланылыштары яғынан улар түбәндәге төркөмдәргә бүленә:

һүрәтләү-хикәйәләү функцияһын башҡарған атама һөйләмдәр;

йөкмәткеһен образдар, хәтирәләр, иҫкә төшөрөүҙәр, күҙ алдына баҫтырыуҙар тәшкил иткән атама һөйләмдәр;

ысынбарлыҡты танып белеү функцияһын үтәгән һөйләмдәр;

диалогта ҡулланылыусы атама һөйләмдәр, репликалар.

Һүрәтләү-хикәйәләү функцияһын башҡарған атама һөйләмдәр.

1.1)Был төр һөйләмдәр бөтәһенән элек ысынбарлыҡты статик рәүештә һүрәтләү өсөн ҡулланыла. Ваҡиғаларҙың үҙгәреше, үҫеше барышының бер моменты тотоп алына һәм ул эш-хәрәкәттең артабанғы үҫеше өсөн фон булып тора. Күп осраҡта был төр һөйләмдәр һүрәтләнгән ваҡиғаның урынын йәки ваҡытын күрһәтеп, уҡыусыны шунда уҡ ваҡиғалар барышына йәлеп итә, сюжеттың киҫкен үҫешенә йәлеп итә.

Һүрәтләү-хикәйәләү функцияһын башҡарған атама һөйләмдәренең түбәндәге функцияларын айырып йөрөтәләр.

Улар ваҡиғалар барған урынды һүрәтләйҙәр. Мәскәү. Калинин проспекты. Егерме биш ҡатлы бейек йорттарҙың береһе. (Н.Ғәйетбай).

Хәл-ваҡиға барған ваҡытты атай. Миҫал: Ноябрҙең урталары. Ҡара көҙ. (З.Биишева).

Хәл–ваҡиғалар барған шарттар, тирә-яҡ мөхит, уратып алған предметтар һүрәтләнә. Мәҫәлән: Йәнә тынлыҡ. Шундай тынлыҡ (Р.Назаров).

Ваҡиғаларҙың барған урынын, ваҡытын, уратып алған шарттарҙы айырым-айырым атаған атама һөйләмдәр теҙмәһе дөйөм алғанда шулай уҡ хәл-ваҡиғалар барған мөхитте һүрәтләргә мөмкин. Мәҫәлән: 1984 йыл. Сентябрь айы. Көҙгө Магнитогорск… Эргәлә сәңгелдәк, турник һәм хисмәттең баяғы фекере… (Н.Ғәйетбай).

Геройҙарҙың эмоциональ хәле атала. Бер үк ваҡытта бындай функция үтәгән атама һөйләмдәр артабан һүҙ барасаҡ ваҡиға һүрәтләнәсәк фон да булып тора. Мәҫәлән: Һары көҙ. Һағыш. (М.Кәрим). Ҡарасәс көлөп ебәрҙе. Ләкин көлөүендә лә шул уҡ һағыш, шул уҡ һүлпәнлек (Ә.Хәкимов).

Атама һөйләмдәр предмет йәки күренеште атай, ә артабанғы һөйләмдәр был предмет йә иһә күренеште киңерәк һүрәтләй, асыҡлай, уларҙың яңынан-яңы сифаттарын, үҙенсәлектәрен күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта тасуирлау был күренештән ситкә китмәй. Мәҫәлән: Бала саҡ! Донъялағы һәр бер кешенең бәхетле лә, ғәмһеҙ ҙә йәшәү дәүере, ат башындай ҙа алтын биреп тә ҡайтарып булмай торған иң ҡиммәтле тормош киҫәге (М.Ямалетдинов).

2) Һүрәтләү-хикәйәләү функцияһын башҡарған атама һөйләмдәрҙең икенсе төркөмөнә берәй төрлө хәл-ваҡиғалар тураһында хикәйәләүҙе тамамлап ҡуйған постпозитив һөйләмдәр ҙә инә. Бындай атама һөйләмдәр һүрәтләүгә йомғаҡ яһай, һығымта сығара. Мәҫәлән: Их, һуңғы тапҡыр күререн белмәне шул. Әлеге йәшлек, әлеге саялыҡ (Ф.Иҫәнғолов).

Постпозитив һүрәтләү һөйләме айырым фекерҙе, абзацты ғына түгел, тотош тексты, әҫәрҙе лә йомғаҡлап ҡуйырға мөмкин. … Үкенесле яҙмыш. Беҙҙең быуын кешеләренең күптәренә хас булған аяуһыҙ, әсе яҙмыш. (“Шоңҡар”).

Берәй предмет, пейзаж, интерьер, портреттың айырым Бер детален һүрәтләгән атама һөйләмдәр. Бындай һүрәтләү статик характерҙа була. Дөйөм фондың бер детален генә айырым күрһәтеү статик һүрәтләүҙе тағы ла көсәйтеп ебәрә. Бындай һөйләмдәр түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла:

Тәбиғәт күренеше, интерьер һүрәтләнгәндә атама һөйләм уларҙың детален атай. Мәҫәлән: Бүлмәбеҙ иркен генә. Уртала ҙур өҫтәл тора. Түр мөйөштә этажерка. Икебеҙгә ике карауат. (М.Кәрим). Һил. Япраҡтар һелкенмәй. Урман һағайып, шымып ҡалған. Тып-тын. Шомло тынлыҡ. Ҡоштар осмай. Ҡоштар һайрамай. Кипкән үләндәр араһында шылт иткән тауыш та юҡ. Сиңерткәләр ҙә өнһөҙ. (С.Агиш).

Атама һөйләм предметтың, күренештең айырым детален атау менән бергә, уларҙың дөйөм һүрәтләнешенә өҫтәлмә һыҙат индерә. Был деталь ваҡиғалар үҫешенән айырып алынған кеүек тойола. Миҫалдар: Ауыл малайҙары өсөн тартынырлыҡ та урын бар ине шул: Киң таҙа мунса, байҙар өйө лә был тиклем ҙур булмаҫ (Б.Бикбай).

Дөйөм картина һүрәтләнгәндә айырым деталдәр ә, һуң киҫәксәләре менән килгән атама һөйләмдәр ярҙамында бирелә. Был осраҡта уҡыусының йәки тыңлаусының иғтибары тап ошо деталгә йүнәлтелә. Һөйләмдәрҙә һоҡланыу, хайран ҡалыу төҫмөрҙәре сағыла. Миҫал: Ә күк һуң, күк көмбәҙе! Көмбәҙ түгел – төпһөҙ зәңгәр гүзәллек! (Р.Байымов). …Ҡулда терһәккә еткән тар ҡуңыслы ҡара бирсәткә, күҙҙә… ҡара күҙлек… Ә ирендәге буяуҙар, ҡулдағы сумка, сәғәт, йөҙөктәр һуң? (З.Биишева).

Атама һөйләмдәр теҙмәһе күренештәр, күренештәргә, персонаждарға хас деталдәрҙе күрһәтеп образ тыуҙырыуға булышлыҡ итә. Персонаждың портрет характеристикаһы бирелә: Өҫтә алтын уҡалар менән сигелгән ал ебәк күлдәк, ҡолаҡта алтын алҡалар, муйында ынйы-мәрйен муйынсалар. Беләктә, бармаҡтарҙа аҫыл ташлы, фирүзә ҡашлы беләҙектәр, йөҙөктәр… Аяҡта осло тағалы, сәмсәле ситек, башта ынйылы ҡалпаҡ (З.Биишева). Артабан атама һөйләмдәр кешенең буй-һыны, тышҡы ҡиәфәте, физик сифаттары, кейеменең айырым-айырым деталдәрен һүрәтләп, геройҙың характеристикаһын хасил итә. Мәҫәлән: Ниндәй матур һын. Төҙ, оҙон боттарға килешеп торған тар ҡара салбар, яғаһын ысҡындырып, еңдәрен терһәккә хәтле төрөп ҡуйған килешле күк сатин күлдәк, тарамыштары ишелеп торған көслө, йөнтәҫ беләктәр… ҡоростан ҡойоп эшләнгән кеүек ҡаҡса, ҡеүәтле йөҙ… (З.Биишева).

Һүрәтләү атама һөйләмдәр ярҙамында тәбиғәт күренештәре, пейзаж һүрәтләнә. Миҫалдар: Яҡ-яҡ тауҙа ҡарағусҡыл тауҙар, ҡара урмандар, алда бер төрлө ҡаҡ яйла, ә унан ары ете-ят Урал арты киңлектәре, ҡырыҫ, күңелһеҙ яҡтар… (З.Биишева). Эреле-ваҡлы тау суҡылары, йәм-йәшел урмандар, ә аҫта. Монар тулҡындарына бәүелеп ятҡан киң дала бәғерендә, көҙгөләй яҡты күлдәр (Ә.Хәкимов).

Атама һөйләмдәр артабан интерьерҙарҙы һүрәтләүҙә лә уңышл ы сара: Уның бер яҡ мөйөшөндә өлкән ап-аҡ рус мейесе. Уның уң яғында киң таҡта өҫтәл (Һ.Дәүләтшина). Ингәс тә ҙур икмәк мейесле алғы яҡ. Мейес ҡаршыһында һике. …Ҙур түрьяҡ. Ап-аҡҡа буялған түшәм, сайр бүрәнәләр, һап-һары иҙән. …Ҙур, яңы тәҙрәләр, яңы тупһалар. Бүлмә эргәһендәрәк ҡараға буялған түңәрәк мейес. Кейем шкафы. Матур итеп йыйыштырылған карауат. Диван. Уртала – ҙур өҫтәл. Ултырғыстар. (Н.Ғәйетбай).

Артабан һүрәтләү һөйләмдәре ысынбарлыҡты динамикала, йәғни үҫештә һүрәтләй һәм предметтар, күренештәр, хәл-ваҡиғалар бер-бер артлы йәки бер-береһен алмаштырып килгән осраҡта ҡулланыла. Һәр яңы һөйләм һүрәтләнгән ваҡиға үҫешендә артабанғы этап булып тора. Был осраҡта атама һөйләмдәрҙе урындары менән алмаштырыу мөмкин түгел. Сөнки киләһе һөйләм үҙенән алдағы һөйләм менән ваҡыт эсендә лә, төрлө сәбәптәр менән дә тығыҙ бәйләнештә була. Бындай атама һөйләмдәрҙең түбәндәге төркөмдәрен айырып йөрөтәбеҙ.

а) персонаждың аңында ысынбарлыҡтың ниндәйҙер моменты (предмет, күренеш, зат һ.б.) ҡабул ителә, атама һөйләмдә был процесс ваҡиғалар үҫешенең айырым этабын, ҡайһы бер осраҡта сираттағы этабын һүрәтләү итеп бирелә. Ғәҙәттә, бындай осраҡта атама һөйләмдәр яңғыҙ ғына була һәм күберәк беренсе зат менән һүҙ алып барылғанда ҡулланыла. Мәҫәлән: Мин дә эйәрҙем бер төркөм артынан. Ҡыуаҡлыҡтар аша кескәй йылғаға етеү булды – ни күрәм: фашистар! (Б.Ноғоманов). Кемдер ҡулымдан эләтереп тә алды. Ҡараһам, милиционер! (М.Кәрим). Мин … абынып йығылдым да танауым менән һөрлөгөп киттем. Танау аҫтынан йылы нәмә тама башланы. Ҡул һыртым менән һөртөп алдым – ҡан! (М.Кәрим).

Йыш ҡына бындай һөйләмдәр ситләтелгән телмәр рәүешен ала, персонаждың аңында ҡабул ителгән предмет, күренеш автор һүҙҙәре аша бирелә. Ҡыҙ ҡарап шаҡ ҡатты: розалар! Уның иң яратҡан сәскәләре (С.Агиш). Шул саҡ кемдеңдер траншеяға һикереүе ишетелде. Рота командиры лейтенант Шербань (Я.Хамматов).

б) атама һөйләмдәр бер-бер артлы йәиһә бер-береһен алмаштырып килгән хәл-ваҡиғаларҙың сираттағы звеноһын, сираттағы күренеште һүрәтләй. Был һөйләмдәрҙең урындарын алмаштырыу мөмкин түгел, ул саҡта ваҡиғалар үҫешенең эҙмә-эҙлелеге юғалыр ине. Мәҫәлән: Улай-былай иткеләгәнсе команда ла уянды, берәм-берәм тороп тышҡа сыҡтылар. Унан иртәнге гимнастика. Йыуыныу. Дежур алмашыныу. Иртәнге аш (К.Мәргән).

в) атама һөйләмдәр ҡапыл үҙгәреүсән булған йәки тиҙ алмашынып торған күренештәр, хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләгән саҡта ҡулланыу өсөн дә иң уңайлы сара. Сөнки ваҡиғалар тиҙ-тиҙ алмашынып торған саҡта мөһим моменттарға ғына иғтибар йүнәтелә.Шуға күрә улар тураһында һөйләгәндә лә өҙөк-өҙөк кенә тәьҫораттар һаҡлана. Ә уларҙы уҡыусыға йөки тыңлаусыға еткереү тап атама һөйләмдәр аша еткерелә. Миҫалдар: Ульянов һәм малай йүгерҙеләр урам буйынса. Бына бер йорт. Текә һәм тар баҫҡыс. Бүлмә. Йомшаҡ ҡулдар. Һәм …мунса (Р.Ниғмәти). …ҡалғандары баҫҡыс буйлап өҫкә күтәрелә. Бер ҡат, икенсе ҡат, өсөнсө… Бына кәрәкле квартира (Ф.Иҫәнғолов). Хәйҙәр альбомдың тәүге битен асты. Нурсиләнең бәләкәй сағы. … Нурсилә сығарылыш кисәһендә… Альбом биттәрен аҡтара торғас аҡ халат кейгән Нурсилә лә килеп сыҡты. Янында тағы үҙе кеүек ҡыҙҙар, егеттәр ҙә бар. Ниндәйҙер аппараттар, приборҙар… (Д.Бүләков).

г) атама һөйләмдәр бер үк ваҡытта һәм бер үк урында булған хәл-ваҡиғаларҙы, эш-хәрәкәтте һүрәтләй. Бындай төр һөйләмдәрҙә бер үк функция менән бәйле предметтар, заттар, күренештәр төркөмө бирелә. Атама һөйләмдең баш киҫәге нигеҙҙә исемдән йәки исем ҡылымдан килә. Миҫалдар: Аллы-артлы карауандар ағыла. Ҡыйҡыу-һөрән, туҙан, төтөн… (Ә.Хәкимов). Шат йөҙҙәр. Күңелдәр көрҙәр. Гөрләшеү, тәбрик, сәләм (Р.Ниғмәти).

д) атама һөйләмдәр теҙмәһе билдәле бер тәртиптә ҡабатланып килгән күренештәрҙе, хәл-ваҡиғаларҙы сағылдыра. Мәҫәлән: Һыу шаптырҙауы… Шунан тимергә тимер тейгән тауыш… Шунан тағы һыу шаптырҙауы… Тағы тимер… Бик таныш бит былар Иршатҡа (К.Мәргән). Ятаҡ- класс- мастерской. Ялҡытҡыс өс мөйөш. Шуларҙан тыш беҙҙең башҡа тормошобоҙ юҡ та төҫлө ине (Б. Бикбай).

2. Реаль ысынбарлыҡты сағылдырған атама һөйләмдәр араһында йөкмәткеһен уй-фекерҙәр, уйланыуҙар, хәтерләүҙәр, иҫкә төшөрөүҙәр, төрлө тәьҫораттар һәм уй-кисерештәргә анализ яһау менән бәйле образ йәки төшөнсә тәшкил иткән һөйләмдәр айырым урын алып тора.

Уй кисерештәрҙең ниндәйҙер тышҡы предметтар, күренештәр тәьҫире һөҙөмтәһендә тыуыуы йәки образдарҙың ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында иҫкә төшөүе мөмкин. Бындай атама һөйләмдәр бер нисә төркөмгә бүленә:

а) атама һөйләмдәр ысынбарлыҡта булған предметтарҙы, күренештәрҙе атай, артабанғы һөйләмдәр атама һөйләмдә аталған образды конкретлаштыра, тәрәнәйтә, уның яңынан-яңы деталдәрен атай. Һүрәтләү функцияһын үтәгән һөйләмдәрҙән айырмалы рәүештә, был осраҡта предмет йәки күренеш күҙ алдына баҫтырыла йәки иҫкә төшөрөлә. Мәҫәлән: Ҡымыҙ. Ҡорот. Ҡаҙы. Ҡурҙаҡ. Тултырма. Буҙа. Талҡан. Ойотҡан… Башҡорт халыҡ аштары. Әүәлдән килгән затлы аш-һыуыбыҙ. Милли тормошобоҙ асылы. Уларҙан баш тартыу – тимәк, тотош йәшәү мәғәнәһен үҙгәртеү, хужалыҡ итеү ысулдарын алмаштырыу, бүтәнсә йәшәй башлау тигән һүҙ (“Шоңҡар”).

б) ысынбарлыҡтағы күренештәр, предметтар, ваҡиғалар сылбыры һүрәтләнгәндә, уларҙың береһе иғтибарҙы үҙенә тарта, һәм был күренеш йәиһә предметтың исеме ҡабатланып, атама һөйләм барлыҡҡа килтерә. Улар ниндәйҙер яңы кисерештәр менән бәйле был предмет йә күренешкә иғтибарҙы туплау. Мәҫәлән: Рәүеф тора-бара бер нәмәгә иғтибар итте:кемдер уға сестра арҡылы инде тапҡыр тере сәскәләр индертте. Ҡыш башында тере сәскәләр… Кем килтерә уларҙы? (Д. Бүләков).

в) атама һөйләмдәр теҙмәһе, йәғни образдар-фекерҙәр ысынбарлыҡтағы билдәле бер предмет йәки күренеш йоғонтоһо һөҙөмтәһендә тыуа. Образ-фекерҙәр тыуыуға уратып алған мөхит, килеп тыуған шарттар ҙа сәбәпсе булырға мөмкин. Мәҫәлән: Ә һағынып һөйләрек күпме иҫтәлектәр, күпме хәтерләүҙәр бәйләнгән был һыуға: вайымһыҙ бала саҡ… Мөхәббәт… (Ж. Кейекбаев).

г) атама һөйләмдең йөкмәткеһен тәшкил иткән образ теге йәки был һүҙҙе асыҡлап, уның тураһында өҫтәмә мәғлүмәттәр биреп килә. Мәҫәлән: Ҡайғынды уртаҡлашыусы юҡ. Тик Сабир ғына (Айбүләк ауылы, Мөхәмәтйәнов Сабир) үҙ ҡайғыһын миңә һөйләй, мин уға (Т. Сәғитов). … ә Павлов әйткән Казармандың (Каһарман Насиров) райком аппаратында эшләгәнлеген һөйләне. (М. Сәғитов).

д) образдар-фекерҙәр тәүге образға оҡшаш һыҙаттарҙы хәтерләү,сағыштырып ҡарау нигеҙендә тыуа. Мәҫәлән: - Һылыу ҡыҙ…-тине Закир, төшөнкөләнеп. Тик бына бүтән ҡыҙҙарға оҡшатмай кейенергә тырыша? Аяҡта бейек үксәле сәмсәле ситек, билендә сигелгән аҡ алъяпҡыс… Ал ебәк яулыҡ… Беҙҙә, еңгә, ҡыҙҙар уның йәшендә ялан баш йөрөй түгелме һуң? (З. Биишева). Тау кешеһе йөҙ төҙөлөшө менән генә түгел, ҡылыҡ-фиғеле,бөтмөшө менән дә ҡоштар батшаһына оҡшап тора- шундай уҡ ғорурлыҡ, көсғәйрәт, ҡыйыулыҡ һәм… оя ? һаҡлай белеү. (“ Ватандаш”).

е) образдар аңдан тотош сылбыр менән үтергә мөмкин. Персонаж уйҙарының осона сығырға, уларҙы анализларға, ниндәйҙер һығымталар яһарға тырыша. Мәҫәлән: Ғөбәйҙуллин тамам хәлһеҙләнде… башы әйләнде… зиһене буталды… Бөгөн һигеҙенсе март бит, ҡатын-ҡыҙ байрамы… Миңлеғәленең дә байрамы… Тыуған көнө… Эйе, ул тыуған көн… Байрам… Юҡ, яңылыша… Бында һуғыш!.. Тимерғәле ағаһын үлтергән ҡәбәхәт һуғыш!.. (Я. Хамматов).

Бындай йөкмәткеле атама һөйләмдәр ә, әммә, ләкин, шулай ҙа теркәүестәре менән бирелергә мөмкин. Был теркәүестәр, ғәҙәттә, йөкмәткеһе алда әйтелгән уй-фекер менән ҡапма-ҡаршы булған һөйләмде алдағы һөйләм менән бәйләп килә. Мәҫәлән: Юҡ… кеше бәхетенә аяҡ һалырға хаҡым юҡ. Улар бер-береһенә тиң. Ә мин… Мине Гөлнур йәлләй генә… Юҡ, кәрәкмәй…(Д.Бүләков). Татлы һүҙҙәр сәсеп мине алдауы, ышандырыуы мөмкин түгел хәҙер… Ләкин Хәмит? Ул Нәжипич түгел бит. Мин уны бик ныҡ хөрмәт итәм. Ләкин мөхәббәт? Йөрәк?.. Ул бит Ғәҙелдә?.. (З.Биишева).

ж) йөкмәткеһен хәтирәләр тәшкил иткән атама һөйләмдәр бар. Образдар-хәтирәләр персонаждың ихтыярынан тыш ҡалҡып сыға, уның иғтибарын яулап ала. Персонаж хәтирәләргә бирелә, әммә улар анализланмай, улар араһында бәйләнеш булдырылмай. Мәҫәлән: Емештең хәтерен… дәһшәтле бер күренеш биләп алды: атаһы үлтерелгән… Һуғыш Илсоғолға ла килеп еткән. Аҡтар… Ҡыҙылдар… Атыш… Үлтереш… (З.Биишева). Зифаның күҙ алдына Кәбире килеп баҫа. Бына военкомат эргәһендә уны һуңғы тапҡыр күргән сағы… Кәбир хәрби кейемдә… Шарт та шорт атыш… (Н. Мусин). Һәм мин бөтәһен бер юлы хәтерләнем: кәүҙәгә бәләкәйерәк, оялсан ҡиәфәтле ҡыҙ, ҡулында – ҡалын дәфтәрҙәр, ундағы ихлас күңелдән һәм ярайһы уҡ оҫта яҙылған юлдар… (Н.Мусин). Ҡайһы бер осраҡта хәл-ваҡиғалар, күренештәр автор йәки әңгәмәсе тарафынан, йәғни икенсе кеше ихтияры менән күҙ алдына баҫтырылырға мөмкин.

з) персонаждарҙың тормош юлын ҡыҫҡаса ғына һүрәтләп биреү өсөн дә атама һөйләмдәр бик уңайлы сара. Бындай һөйләмдәрҙе лә ошо төркөмдөң бер төрө тип ҡарарға кәрәк, сөнки бындай һүрәтләү ысынбарлыҡтың тураранан-тура сағылышы түгел, ә ҡасандыр булып үткән хәл-ваҡиғаларҙы уҡыусының күҙ алдына баҫтырыу ғына: Баку… Грозный… Майкоп… Ишембай… Ә унан һуң Туймазы… Йәмле Ыҡ буйы. Мәңге тыныс ултырған Нарыштау итәге ... Әгәр үҙенең биографияһына бәйле булған берәй мөһим ваҡиғаны хәтерләргә кәрәк булһа, ул… шул ваҡиғаның ҡайһы ҡалала, ҡайһы һыу буйында, ҡайһы тау итәгендә булғанын ғына иҫенә төшөрә (К.Мәргән).

3. Ысынбарлыҡты танып белеү функцияһын үтәгән атама һөйләмдәр объектив ысынбарлыҡтағы ниндәйҙер предметтарҙы, күренештәрҙе, хәл-ваҡиғаларҙы күреп таныу, уларҙы танып белеү, нимә йәки кем икәнлеген асыҡлауҙы белдерәләр. Күреп ҡалынған һәм танылған предметтар, күренештәр тураһында тирә-яҡтағыларға хәбәр ителмәй, ул һөйләүсенең үҙе асыҡлана. Һөйләм үҙ алдына ғына әйтелә, яҙма телмәрҙә автор һүҙҙәре йәиһә тура телмәр менән бирелә. Әсәһенең аяҡ тауыштары ишетелде. Әсәһенең атлауы, уның аяҡ тауыштары (Н.Мусин).

Предметтарҙы, күренештәрҙе, әйберҙәрҙе таныуға улар тураһында эргә-тирәләге кешеләргә хәбәр итеү мәғәнәһе лә өҫтәлергә мөмкин. Бындай һөйләмдәрҙең йөкмәткеһе ҡатмарлыраҡ була, улар күреп ҡалынған предмет хаҡында хәбәр итеү маҡсаты менән әңгәмәсегә йүнәлтелә. Миҫалдар: Шул саҡ ҡапылда көтөлмәгән мөғжизә тетрәтеп ебәрҙе: - Аҡҡош! Ҡустым, ҡарасәле, аҡҡош! Күрәһеңме, ана… (Х.Тапаков). Күпмелер ара уҙғас, итек табандарым ҡаты юлға тейҙе. ­– Юл! –тинем. Бөтәбеҙ ҙә үксәләребеҙ менән ҡат-ҡат ҡапшап ҡараныҡ. Эйе, юл (М.Кәрим).

Күренеүенсә, бында атама һөйләмдәр тирә-яҡ мөхиттә танып, күреп ҡалған предметтар, күренештәрҙе атау өсөн әйтелә, әммә һөйләмдәр һөйләүсе тарафынан ҡысҡырып әйтелә, һәм әйләнә -тирәләгеләр тарафынан улар хәбәр итеү булып ҡабул ителә. Бындай осраҡтарҙа атама һөйләмдәр аралашыу сараһы булып сығыш яһай. Бындай типтағы һөйләмдәрҙе һөйләм-репликалар тип атарға мөмкин.

4. Туранан-тура әңгәмәсегә йүнәлтелгән, йәғни телмәрҙә ҡулланылған атама һөйләмдәрҙе айырым төркөмгә индереп ҡарарға мөмкин. Уларҙа тел ғилемендә һөйләм-репликалар тип йөрөтөү бар. Телмәрҙә ҡулланылыштары буйынса уларҙы бер нисә төркөмгә бүлергә мөмкин.

а) беренсенән, атама һөйләмдәр әйләнә-тирәләге ниндәйҙер хәл-ваҡиға, күренеш, предмет тураһында әңгәмәсегә, тирә-яҡтағыларға хәбәр итеүгә йүнәлтелгән була, уларға яуап талап ителмәүе лә мөмкин. Миҫалдар: -Ай, афарин егеттәр, Үтә ваҡытлы килдегеҙ. …Хәҙер аш өлгөрә. Бисәкәй! Ҡунаҡтар! (М.Кәрим).Ул Хаммат янына йүгерҙе. – Ағай, аҡтар! Ете һыбайлы! (З.Биишева).

Хәбәр итеү функцияһын башҡарған атама һөйләмдәргә көслө хис-тойғо менән әйтелгән һөйләмдәр ҙә ҡарай. Бындай һөйләмдәр, ғәҙәттә, үтә ҡайғылы, йә шатлыҡлы, йә ҡурҡыныс, хәүефле хәл-ваҡиғаларҙы атап, улар тураһында хәбәр итә. Миҫалдар: Тап ошо ваҡыт урамға, йән-фарман сабып бер һыбайлы килеп инде. –Һуғыш!.. Һуғыш!.. Һуғыш!.. (З.Биишева). Ни күҙе менән күрһен: әлеге буровой вышкаларының өҫтөнән урғылып-урғылып ҡараһыу шыйыҡса атыла. – Фонта-ан! – тип ҡысҡырып ебәргәнен ул һиҙмәй ҙә ҡалды… (К.Мәргән).

б) икенсенән, атама һөйләмдәр иҫкәртеү характерында булырға мөмкин. Ниндәйҙер предметты, күренеште, хәл-ваҡиғаны күреп ҡалып, уның тураһында эргә-тирәләгеләргә хәбәр итеү менән бергә, бындай һөйләмдәр кешеләргә тейешле сара күрергә, ни ҙә булһа эшләргә саҡыра, йәиһә ҡурҡыныс барлығын иҫкәртә. Мәҫәлән: Һауа! Дошман бомбардировщиктары! Ҡыҙылармеецтар тәрән траншея төбөнә һырыҡты (Я.Хамматов). – Третьяк, һулдан икенсе танк! – тип ҡысҡырҙы Петров (Я.Хамматов).

в) өсөнсөнән, атама һөйләмдәр-репликалар диологта ҡулланыла. Улар йә һорауға яуап формаһында булалар, йәки үҙҙәре яуап талап итәләр, йәиһә диологты тамамлап ҡуялар. Бындай функцияла ҡулланылыусы атама һөйләмдәр эҙмә-эҙлелекле фекер алышыуҙың сираттағы звеноһын тәшкил итә. Шуға күрә бындай функцияла ҡулланылған осраҡта атама һөйләмдең үҙенең эргәһендәге һөйләмдәр менән грамматик бәйләнештә булыуы күҙәтелә. Был бәйләнеш төрлө теркәүестәр ярҙамында бирелә. Күрше һөйләмдәр менән бәйләнештең булыуы аңлашыла, сөнки фекер алышыу барышында бик ҙур мәғлүмәт алына, хәбәр ителә, атама һөйләмдең йөкмәткеһен тәшкил иткән образ башҡа образдар менән тығыҙ бәйле була. Һөйләүсе әйтергә теләгән фекер бер генә һөйләмгә һыймай, шуға күрә төп фекер атама һөйләмдә атала. Ә уның тураһында белергә йәки хәбәр итергә теләгән артабанғы мәғлүмәттәр, фекерҙәр өсөн икенсе һөйләмдәр өҫтәлә, өҫтәмә һорауҙар бирелә. Диологта ҡулланылған атама һөйләмдә билдәле бер мәғлүмәт алырға теләгән кешенең исеме, предмет, күренеш айырым атала. Һөйләм, ғәҙәттә, һорау интонацияһы менән әйтелә. Миҫалдар: Ә мөхәббәт? Яратмайһығыҙмы ни? (Я.Вәлиев). Миҙхәт һуң? Ул ни ҡылып йөрөй? Инде нисәһе тула? (Н.Ғәлимов).

Диалогтарҙа ҡулланылған атама һөйләмдәрҙә аталған предметтар, күренештәр, хәл-ваҡиғалар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәттәр бирелә. Мәҫәлән: Ә юлдары? Юрамал иң алама ерҙәрҙән үтәләр. Тик мин дә алдана торған кешеләрҙән түгел – тегеләрҙең эҙен тоҫмаллап әкрен генә шылышам (Т.Ғарипова). – Атайым ҡаршы килмәйәсәк. Бына әсәйем… Әсәйем икенсе хәл… (Я.Хамматов). – Аты һуң, атын ҡарағыҙ! Ҡанатлы аҡбуҙ атҡа менеп алған даһа?! (З.Биишева).

Артабанғы диалог атама һөйләмдәрҙә әңгәмәсе күҙ уңынан ысҡындырған йәки онотҡан предмет, күренеш, хәл-ваҡиға атала. Һөйләүсе был турала әңгәмәсеһенең иҫенә төшөрә. Миҫалдар: Мәхмүт: Ниңә? Ә костюм? Зәмзәгөл: Костюмды кисә көндөҙ үк алып киттеләр (М.Кәрим).

Шулай уҡ билдәле бер ваҡиға, кеше тураһында әңгәмәсеһенең хәтеренә төшөрөү маҡсатында, һөйләүсе ул ваҡиға булып үткән урын, ҡала йәки кешенең исемен, ул ваҡиғаларға ҡағылышлы бер әй деталде атай. Был атамалар атама һөйләмдең йөкмәткеһен тәшкил итә: Ҡәҙимге хеҙмәттәштәренде танымайһыңмы ни, комиссар… Ташкент… Съездар… Бәхәс… Оноттоңмо? (Р.Байымов).

Атама һөйләмдәр репликаларға сәләмләүҙәр, теләк теләүҙәрҙе лә индерәбеҙ. Хуш, балаҡайым, хәйерле юл! – тигән әсәһе (“Ҡамыр батыр” әкиәтенән). Үәт рәхмәт, ҡустым, ауыҙыңа бал да май!.. (С.Агиш).

5.Баһалау- эмоциональ атама һөйләмдәр. Эмоционаллек һәм баһалау төшөнсәләре үҙ аллы күренеш һанала. Эмоциялар һәм хис-тойғолар, әлбиттә, йөкмәткеһе буйынса саф психик күренеш һанала. Баһалау, асылда, логик категория. Шулай ҙа аралашыу һәм танып белеү процесында баһалай йыш ҡына эмоцияһыҙ мөмкин түгел, сөнки баһалау ниндәй ҙә булһа ыңғай һәм кире хис-тойғолар менән белдерелә. Баһалау атама һөйләмдәрендә баш киҫәкте асыҡлап килгән аныҡлаусы һөйләүсенең аталған предметтар, күренештәр, хәл-ваҡиғаларға ҡарата бирелгән субъектив баһаһын белдерә. Баһалау һөйләмдәре икеләтә функция башҡара: улар ысынбарлыҡта предметтар, күренештәр, хәл-ваҡиғаларҙың булыуын раҫлайҙар, бер үк ваҡытта уларға эмоциональ баһа ла бирәләр. Аталған предметҡа ҡарата һөйләүсенең аңында тыуған эмоцияларҙы сағылдырыу өсөн ҡулланылалар. Үҙҙәренең грамматик төҙөлөштәре яғынан баһалау һөйләмдәре түбәндәге формаларҙы бирәләр:

1) баһалау мәғәнәһе ниндәй, ни тиклем, ни хәтлем, шундай һ.б. һүҙҙәр менән бирелгән аныҡлаусылар аша бирелә. Миҫалдар: Ни тиклем ҙур үҙгәреш, - тип уйлай Юлдаш, ғәжәпләнеп. – Көҙ көнө бындай елдә нисек була икән был урын?.. (З.Биишева). Ниндәй ғәҙелһеҙлек! Ниндәй хурлыҡ! Ядкәр мырҙаның хатта үҙенә махсус төбәлгән урыны ла юҡ (К.Мәргән). Аһ, ҡандай мөһабәт тынлыҡ! Ҡандәй наҙлы тыйнаҡлыҡ, баҫалҡылыҡ!.. – тип һоҡланған ҡояш тағы (З.Биишева).

Күренеүенсә, баһалау һөйләмдәре кешенең нәфрәтләнеүен, ғәжәпләнеүен, аптырауын, һоҡланыуын аңлатырға мөмкин. Һөйләмдәр ергәһенә ымлыҡтар, модаль һүҙҙәр ҡулланылһа, баһалау мәғәнәһе тағы ла көсәйтелеп ебәрелә.

2) атама һөйләм төп килештәге исемдән генә килә, ә баһалау мәғәнәһе баш киҫәк эргәһендә килгән ымлыҡтар, шулай уҡ бына, бына исмаһам һүҙҙәре аша белдерелә. Мәҫәлән: Ә Юламан ҡарт менән Бурагша нисек ышаналар ине бит уға?! Һаәй, һуҡырлыҡ… Һай, бер ҡатлылыҡ!.. (З.Биишева). – Бына тимерсе, исмаһам! – ти Нәҙек Ғәби Йыуан Ғәбигә (М.Кәрим). – Бына ир, исмаһам… тип маҡтайҙар (З.Биишева).

Төп килештәге исем менән бирелгән баш киҫәктең сифаттарҙан, алмаштарҙан килгән аныҡлаусыһы булырға мөмкин: - О, сихри матурлыҡ!.. О, бөтмөҫ-төкәнмәҫ тылсымлы дәрт, илһам шишмәһе! – тип тағы маҡтарға керешкән Ай (З.Биишева). Икенсе көндө, дауыл тынғас, Бураншаның кәмәһендә Ирйегет яңғыҙы ҡайтып килде. Эй-й … ул көндәге ҡайғылар… (З.Биишева).

3) баһалау мәғәнәһен яңғыҙ ғына килгән исемдән торған атама һөйләмдәр ҙә белдерә. Тик был осраҡта исем эйәлек заты ялғауҙары менән бирелә. Бындай атама һөйләмдәр контекст менән тығыҙ бәйле була, шулай уҡ тейешле интонация бик ҙур роль уйнай. Бындай һөйләмдәрҙә ымлыҡтар, көсәйтеү киҫәксәләре менән килгәндә, эмоциональ яҡтан тағы көсәйә. Мәҫәлән: Йәүҙәт яҡ-яғына күҙ йүгертте. Ҡурғашты хәтерләткән ялтыр стеналар. Бейеклеге… О-о-о! (Ф.Аҡбулатова). Ашты термостан котелоктарға бүлеп һалғанда уҡ ләззәтләнеп тамшанған Байдәүләтов ыһылданы: - Ә-ә-әх, йылҡы ите һурпаһы! (Я.Хамматов).

Хис-тойғоно, баһалауҙы тағы ла көсәйтеп күрһәтеү өсөн атама һөйләмдәрҙең баш киҫәге ҡабатланып бирелә: - Их, тауары ла тауары! –тип маҡтап ҡуялар (С.Агиш).

4) эйәлек заты ялғауҙары ҡабул иткән исем эргәһендә уны асыҡлап килгән эйәрсән киҫәктәр бирелә. Бындай конструкциялар шулай уҡ ымлыҡтар менән ҡулланыла. Миҫалдар: Ул айыуҙың ҙурлығы! … Айыу башын ҡалҡытып ҡарап тик тора. Уй, уның ҙурлығы (Н.Мусин). – Эй, ул ҡәлғәләрҙең ныҡлығы, матурлығы! (Ә.Хәкимов).

5) эйәлек заты ялғауҙарын атама һөйләмдәрҙең баш киҫәге урынында килгән исем ҡылымдар, исемләшкән башҡа һүҙ төркөмдәре лә ҡабул итергә мөмкин. Ҡайтҡас: Минең тиклем дә түгелһең, һинең яҙыусы исеме күтәреп йөрөүең, - тип төртмә телләнеп алды, етмәһә (Н.Мусин). Һай, ул ауырлыҡтарға күнегеүе, туғанҡайым! Бына мин егерме йылдан артыҡ күнекһәм дә, өйрәнә алмайым (Н.Мусин).

6) ул киҫәксәһе менән бирелгән атама һөйләмдәрҙең предметтарҙың билдәләре, сифаттары менән һоҡланыуҙы, уларҙы маҡтауҙы белдергән төрҙәрен шулай уҡ баһалау һөйләмдәре рәтенә индерергә мөмкин. Бер саҡ Ҡарас инәй мәрхүм… Емеште йырлай-көйләй маҡтарға керешеп киткән имеш: “Ул бөгөлөп торған оҙон керпектәр, һөрмәле түп-түңәрәк ҡара күҙҙәр… Ул ҡыйылып киткән ҡалын ҡара ҡаштар… - ти икән” (З.Биишева).

Баш киҫәктең тәбиғәте, аныҡлаусылар булып килеүсе һүҙ төркөмдәренең лексик мәғәнәләренә ҡарап, баһалау һөйләмдәре функциональ яҡтан, телмәрҙә ҡулланылышы йәһәтенән төрлө була. Билдәләп үтеүебеҙсә, баһалау һөйләмдәре предметтарға, күренештәргә баһа биреү менән бергә, уларҙың ысынбарлыҡта булыуын атап, раҫлап йөрөйҙәр. Шунлыҡтан реаль ысынбарлыҡты сағылдырған һөйләмдәргә хас булғанса, баһалау һөйләмдәре һүрәтләү функцияһында ла ҡулланылырға мөмкин. Бындай функцияны ниндәй, шундай һ.б. һүҙҙәр менән килгән баһалау һөйләмдәре башҡара. Был төр атама һөйләмдәр контекст менән тығыҙ бәйләнмәйҙәр, үҙаллы булалар.

Икенсенән, баһалау һөйләмдәренең ҡайһы берҙәре ниндәй генә контекста булмаһын, һәр ваҡытта ла берәй кешегә, предметҡа, күренешкә баһа, характеристика биреп, уларға һөйләүсенең мөнәсәбәтен белдереү өсөн ҡулланыла. Ғәҙәттә, бындай баһалау һөйләмдәренең баш киҫәге йә кире , йә ыңғай баһа, характеристика мәғәнәһендәге һүҙ була. Бындай һөйләмдәр ниндәйҙер кимәлдә үҙаллы булһалар ҙа, баһаның кемгә, нимәгә ҡарата әйтелеүе контекста ғына билдәле була. Мәҫәлән: Бына бер дыуамал, - тип шелтәләгән булды тегене Аҡйондоҙ… (М.Кәрим). Бына йүнһеҙ! Бына аҡылһыҙ! Моғайын берәй хөсөтлөк уйлап йөрөйҙөр ул… (К.Мәргән).

Өсөнсөнән, баһалау функцияһында ҡулланылған һөйләмдә баһа биреү мәғәнәһе баш киҫәк эргәһендә аныҡлаусы булып килгән сифаттарҙың лексик мәғәнәләре аша белдерелә. Бындай һөйләмдәрҙең баһалау мәғәнәһе контекст эсендә генә билдәле була, йәғни баһа бирелгән предмет, кеше йәиһә күренеш алдағы һөйләмдән билдәле булырға тейеш. Мәҫәлән: Ә-ә, Шик! Белорус егете. … Шәп егет, шул килгән икән (Р.Солтангәрәев). Ун дүрткә яңы сыҡты әле минең ҡыҙым Хәнәкә исемле. Матур ҡыҙ. Һөйкөмлө ҡыҙ. Бик тә аҡыллы бала (К.Мәргән).

Дүртенсенән, баһалау һөйләмдәре уй-фекерҙәргә, кисерештәргә анализ яһау, баһа биреү өсөн ҡулланыла. Миҫал: Эй, йөрәгемдең ярһыуы шул көндө! Ниҙер һиҙенгәндер инде (Р.Солтангәрәев).

6.Бойороҡ-өндәү атама һөйләмдәр. Билдәле булыуынса, бойороҡ-өндәү атама һөйләмдәр берәй эш-хәлде эшләргә йәки эшләмәҫкә ҡушыуҙы, бойороуҙы, талап итеүҙе, өндәүҙе белдерә. Бындай мәғәнәләр атама һөйләмдәрҙә лә бирелергә мөмкин. Бойороҡ-өндәү атама һөйләмдәрҙә лә үтенес, бойороҡ, өндәү мәғәнәләре урын ала.

Атама һөйләмдәрҙең был төркөмөнә төрлө лозунгыларҙа, саҡырыуҙарҙа ҡулланылған һөйләмдәрҙе индерергә мөмкин. Бындай конструкцияларҙың баш киҫәге дан, сәләм, хөрмәт, рәхмәт һәм башҡа һүҙҙәрҙән килә. Мәҫәлән: Башҡорт генералы Шайморатовҡа дан, дан, дан! – тип һөрән һалып ҡысҡырыша-ҡысҡырыша ҡунаҡтар берҙәм йыр башланы (Я.Хамматов). Егетһең икән! – Дан һиңә дан! (К.Мәргән).

Артабан атама һөйләмдең баш киҫәге башҡарылырға тейеш эш-хәлдең атамаһы булып тора һәм ул, нигеҙҙә, исемдән, исем ҡылымдан килә. Мәҫәлән: Йүгереш! Юлайҙың әйтеүе булды, әҙерләнгән малайҙар сафына ҡыҙҙар ҙа килеп ҡыҫылды (К.Мәргән).

Йәнә атама һөйләмдең баш киҫәге ниндәйҙер эш-хәлде үтәргә бойороҡ булып тора. Нимә эшләргә кәрәклеге ситуацияның үҙенән үк аңлашылып тора. … һис бер төрлө паникаға урын булырға тейеш түгел. Дисциплина! Тимер тәртип! Дружиналарҙы көсәйтергә кәрәк! (А.Карнай).

Атама һөйләмдең баш киҫәге булған исем предмет мәғәнәһендәге һүҙ булһа, ул башҡарылыуы талап ителгән эш-хәрәкәттең объекты булырға тейешле предметты атай. Мәҫәлән: Обой, тәҙрә пәрҙәләре, люстралар, самауырҙар, сынаяҡтар, сәйнүктәр, башҡа һауыт-һаба, шкафтар, гөл ултыртырға көршәктәр. … Завхозға әйт, Иртәгә үк алып ҡайтып бөтә малсы йорттарына таратып сыҡһын (М.Кәрим).

7.Конкрет атама булып йөрөгән һөйләмдәр. Атама һөйләмдәрҙең был төрө ниндәй ҙә булһа бер предметтың атамаһын, исемен белдерә. Бындай һөйләмдәргә китап, журнал, газета, әҫәр, учреждение, предприятие исемдәре инә. Был исемдәр үҙҙәре атап йөрөткән предметтарҙың конкрет атамаһы булыу менән бер рәттән, был предметтарҙың барлығын, булыуын раҫлай. Шуға күрә был берәмектәр атама һөйләмдәр рәтенә индерелә. Үҙҙәре атап йөрөткән предметтарҙың тәғәйенләнешен аңлатыу - был синтаксик конструкцияларҙың төп функцияһы. Мәҫәлән: “Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ” (Ҡ.Дәүләткилдиевтың картинаһы исеме), “Бөйрәкәй” (Т.Ғарипованың пенталогияһы исеме), “Ай ҡыҙы” (кинофильм исеме) һ.б.

Артабан, был төр атама һөйләмдәр хәбәр итеү функцияһын да үтәй. Мәҫәлән, магазин һүҙен алһаҡ, айырым торғанда ул – билдәле бер мәғәнә аңлатҡан һүҙ генә. Әгәр был һүҙ магазин урынлашҡан бинаның тышына эленгән булһа, был урында магазин урынлашыуын аңлатҡан һөйләмдәргә әйләнә. “Аҙыҡ-түлек магазины” вывескаһы тулы мәғәнәле фекер йөрөтөүҙе белдерә. Миҫалдар: Башҡорт, татар һәм мари телдәре кафедраһы, Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы.

Конкрет атама булып йөрөгән атама һөйләмдәр күп осраҡта яҙма телмәрҙә ҡулланыла. Йәнле телмәрҙә иһә атама һөйләмдәргә хас булған констатациялау интонацияһы менән әйтелә. Атама һөйләмдәрҙең функциональ-семантик төрҙәре араһында фараз итеү, ихтималлыҡты белдергән конструкциялар осрай. Фараз итеүҙе йәки ихтимал булыуҙы белдергән бындай атама һөйләмдәр мөхиттәге теге йәки был предмет, күренештең барлығы, булыу-булмауы тураһында фараз итеүҙе, икеләнеүҙе, аныҡһыҙлыҡты белдерә. Бындай атама һөйләмдәр икеләнеүҙе белдергән модаль һүҙҙәр ярҙамында төҙөлә. Сопка баштарында әллә болот, әллә инде дары төтөнө (Р.Ниғмәти). Камера эсе дөм ҡараңғы. Төн, ахырыһы (Р.Ниғмәти). Мин сығайым әле, тип бышылданы Ирназар. – Кейенеп сыҡ, ел, шикелле (Н.Мусин).

Фараз итеү интонация ярҙамында ла бирелергә мөмкин. Яҙма телмәрҙә ул һорау билдәһе менән белдерелә. Бындай интонация был осраҡта һорау мәғәнәһенән бигерәк уйланыу, предмет, күренештең нимә икәнен асыҡларға тырышыуҙы сағылдыра. Ҡайһы бер осраҡта һөйләмдә уйланыу мәғәнәһе бөтөнләй булмайынса, предмет йәки күренеште асыҡлау өсөн, һорау-фараз итеү әңгәмәсегә адреслана һәм унан раҫлай йәки инҡар итең талап ителә: Ә тау түбәһендә ниндәй ҡыҙыл ут күренеп ҡалды. Йондоҙ? Юҡ, хәрәкәтләнә лә баһа… (Т.Ғарипова).

Шулай итеп, матур әҙәбиәт телендә, халыҡтың йәнле һөйләү телмәрендә атама һөйләмдәр ныҡлы урын алып тора.

Өсөнсө бүлек

3.1. Мәктәптә атама һөйләмдәрҙе өйрәтеү методикаһы

Мәктәптәрҙә белем һәм тәрбиә биреүҙең сифатын күтәреү, уҡытыуҙың тормош менән бәйләнешен нығытыу, балаларҙы тормошҡа өйрәтеү һәм йәмғиәттә файҙалы хеҙмәткә әҙерләү бөгөнгө көндөң төп бурысы һанала. Дөйөм белем биреү мәктәптәренең үҫеш кимәле уҡыу-уҡытыу процесының активлашыуы менән билдәләнә. Шуға күрә мәктәптәрҙә уҡытыу һәм тәрбиә биреүҙең төп формаһы булған дәрестең сифатын күтәреү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе һанала.

Урта мәктәпте тамамлап сығыусы уҡыусы үҙ фекерен дөрөҫ, төҙөк, аныҡ итеп һөйләй һәм яҙа белеүсе кеше булырға тейеш. Ошо күҙлектән сығып фекер йөрөткәндә, башҡорт телен тәрәнәйтеп өйрәтеүсе инновацион уҡыу йорттарында эшләүселәрҙең, тел күренештәрен бер бөтөн система итеп ҡараған, уларҙың телмәр төҙөүҙәге стилистик мөмкинселектәрен иҫәпкә алған, үҙенең эш алымдары, методтары булған, йәғни уҡыу процесын ижади технологияға нигеҙләнеп ойоштора белгән шәхес булырға тейешлеге асыҡлана.

Минеңсә, бындай алымға нигеҙләнгән эште туған телдең синтаксик ҡоролошон өйрәнеү сәғәттәрендә бик уйлап, төплө фекер йөрөтөп ойошторорға һәм ҡулланырға кәрәктер. Сөнки тел күренештәрен стилистик аспектта өйрәнеү алда ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.

Был йәһәттән башҡорт теленең ябай һөйләмдәренең функциональ типтарын, һөйләм төрҙәрен балаларға аңлатҡанда, хәбәр, һорау, бойороҡ һөйләмдәр тураһында ғына түгел, тойғо һәм тойғоло һөйләмдәр, уларҙың мәғәнә биҙәктәре хаҡында ла уҡыусыларға ҡабул итерлек кимәлдә белем биреү талап ителә. Сөнки башҡа телдәрҙәге кеүек үк, башҡорт телендә лә телмәр процесында конструктив үҙенсәлектәре төрлө булған һөйләм төрҙәре барлыҡҡа килә. Улар иҫәбенә йә бер генә һүҙҙән торған, йә киҫәктәргә бүленмәүсе тотороҡло һүҙбәйләнештәрҙән килгән, йәнле һөйләү телмәренең һәм китап стиленең үҙенсәлеге булған атама һөйләмдәрҙе лә индерергә мөмкин.

Билдәле булыуынса, атама һөйләмдәрҙе өйрәнеү урта мәктәп программаһының етенсе класында өйрәнең ҡаралған. Уҡыусыларға бер составлы һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә биргәндә үк бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре асыҡлана. Тәү сиратта хәбәр составынан ғына троусы бер составлы һөйләмдәр: билдәле эйәле һөйләм, билдәһеҙ эйәле һөйләм, эйәһеҙ һөйләм, дөйөм эйәле һөйләмдәр тураһында төшөнсә бирелә. Аҙаҡ килеп, телдә эйә составынан ғына тороусы бер составлы һөйләмдең булыуы, ғилми телдә бындай һөйләмдәрҙең атама һөйләмдәр, тип атап йөрөтөлөүе һыҙыҡ өҫтөнә алына.

Дәрестең төп белем биреү маҡсаты булып бер составлы һөйләмдәрҙе айыра белеү һәм уларҙың стилистик үҙенсәлектәрен һәм мөмкинлектәрен билдәләү тора. Шуға ярашлы уларҙы телмәрҙә ҡуллана белергә өйрәтеү төп шарт иҫәпләнә.

Тема буйынса нығытыу күнегеүҙәре башҡарғанда, эйәле һөйләмдәрҙе эйәһеҙ һөйләмдәр менән алмаштыра белергә һәм уларҙы телмәрҙә файҙаланырға өйрәтеү беренсе урында тора. Шулай уҡ тәбиғәтте тасуирлағанда, урынды, ваҡытты һүрәтләгәндә атама һөйләмдәрҙе ҡуллана белергә өйрәтеү күнекмәләре биреү мөһим. Бының өсөн дәреслектәге (Аҙнабаев Ә.М., Таһирова С.А. Әсә теле . Ябай һөйләм синтаксисы.- Өфө,2005) 164-се, 165-се күнегеүҙәрҙе башҡарырға мөмкин.

Уҡыусыларҙың ижади фекер йөрөтөүен үҫтереү маҡсатында 168-се күнегеүҙе башҡарырға мөмкин. Тик атама һөйләмдәрҙән генә торған текстың башын дауам итеү уҡыусыларҙы уйланырға мәжбүр итә, мөмкин тиклем төҙөк, матур йөкмәткеле текст төҙөү теләге барлыҡҡа килтерә, сәм уята. Үтелгән материалды нығытыу, системалаштырыу, уны мөмкин тиклем хәтерҙә нығыраҡ ҡалдырыу өсөн өйгә эш рәүешендә художестволы әҫәрҙәрҙең һәр төрөнән атама һөйләмдәр таптырыу, уларҙың текста тотҡан урынын билдәләү кеүек эштәр ойошторорға мөмкин.

Уҡытыу һәм тәрбиә эшен этнолингвокультурологик нигеҙҙә ойоштороу – бөгөнгө көндә актуаль методтарҙың береһе һанала. Уҡытыу һәм тәрбиә эшен этнолингвокультурологик нигеҙҙә ойоштороу халыҡтың көнкүрешен, тәрбиә алымдарын ғөрөф-ғәҙәттәрен дәрестә мотлаҡ ҡулланып туған телгә, тыуған яҡҡа, халҡының мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү, бергә йәшәгән халыҡтарға ихтирам тәрбиәләү тигәнде аңлата.

Дәресте төрлөләндереүҙә, йөкмәткеһен тәрәнәйтеүҙә инновацион технологиялар, яңы уҡытыу алымдары ҙур урын тота. Уҡыусылар эшсәнлеген активлаштырыуҙы күҙ уңында тотоусы блоклап уҡытыу, проектлап уҡытыу технологияларын ҡулланып, синтаксис уҡытыуҙың, атап әйткәндә, бер составлы һөйләмдәрҙең атама һөйләм төрөн үҙләштереүҙең яңы мөмкинлектәрен асырға мөмкин.

Бер составлы һөйләмдәрҙе бер блокка берләштереп, уҡыусыларға уларҙы дөйөм бер система итеп еткереү шулай уҡ әһәмиәтле. Был осраҡта уҡытыусыға ваҡытты мөмкин тиклем экономияларға, дәрестә уҡыусылар менән нығытыу күнегеүҙәре башҡарырға, ижади эштәр үткәрергә байтаҡ ваҡытты бүлергә мөмкинлек бирә. Блоклап уҡытыу технологияһын ҡулланып үткәргән дәрестә балалар бер составлы һөйләмдәрҙе бер бөтөн итеп күҙ алдына килтерә ала, уларҙың айырма һәм оҡшаш яҡтарын сағыштырма рәүештә айыра алыу мөмкинлектәренә эйә булалар.

Проектлап уҡытыу системаһын ҡулланып үткәрелгән дәрес тә телде уҡытыуҙа әһәмиәтле. Был технологияның әһәмиәте уҡытыу материалының төп асылын, үҙенсәлектәрен алдан күҙаллау, билдәләп ҡуйыу.

Дәрестә проблемалы уҡытыу технологияһын ҡулланып, иң сетерекле проблемаларҙы сисергә мөмкин. Уны ғәмәлгә ашырыу өсөн иң киҫкен мәсьәләләр һайлап алына, проблеманы хәл итеү модуле төҙөлә, уҡытыусының оҫталығынан уҡыусыларҙың активлығы тора. Проблемалы ситуация уҡыусыны әүҙемләштереүсе эш-биремдәр, һорауҙар ярҙамында тыуҙырыла. Уҡытыусы уҡыусыларҙы ҡаршылыҡлы күренеш мәнән таныштыра, уларҙы сисеү юлдарын табырға тәҡдим итә. Бер составлы һөйләмдәрҙе үткәндә иһә, уҡыусыларға был һөйләмдәрҙең барлыҡ төрҙәренән матур әҙәбиәттән алынған миҫал тәҡдим ителә. Уҡыусылар ярҙамсы һорауҙар ярҙамында уларҙың һәр береһенең айырмалы һәм оҡшаш яҡтарын табырға тейеш була. Эҙләнеүҙәр нигеҙендә, уҡыусылар бирелгән һөйләмдәрҙең тик хәбәр йәки эйә составынан тороуын, ләкин һәр береһенең айырмалы яҡтары булыуын, йәғни һөйләмдең эйәһе бирелмәгән осраҡта ла эш-хәрәкәтте башҡарыусы эйәнең билдәле, билдәһеҙ булыуын, дөйөм эйәне күрһәтеүен, ә ҡайһы бер осраҡта һөйләмдәр тик эйә составынан тороп, хәбәре бирелмәүен табырға һәм аңларға тейеш. Һөҙөмтәлә уҡыусылар белемде үҙҙәре эҙләп табалар, уны үҙләштерәләр, яңы мәғлүмәт алалар.

Башҡорт телен уҡытыу процесында ҡулланылған һәр технологияны һайлағанда уҡытыусы өс шартты белергә тейеш. 1) технологияның үҙенсәлеген аңлау; 2) ниндәй маҡсат менән ҡулланыу; 3) предметыңды яҡшы белеү һәм яратыу.

3.2. 7-се класта атама һөйләмдәрҙе өйрәнеү

(Дәрес өлгөһө)

Тема: Атама һөйләмдәр. Башҡорт аштары.

Маҡсат: 1.Атама һөйләмдәр тураһында төшөнсә биреү.

2. Башҡорт халыҡ аштары менән таныштырыу.

3. Телмәр үҫтереү.

Йыһазландырыу: 1. Дәреслек.

2. Мультимедиа.

3. Аудиояҙма.

 

Дәрес барышы:

I. Ойоштороу моменты.

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Бөгөн беҙҙә әсә теле

Яратам һине, телем!

Рәхмәт һиңә, һинең аша

Алам мин яҡшы белем.

 

II.Дәрестең темаһы, маҡсаттары менән таныштырыу.

Бөгөн дәрестә милли аштар тураһында белешмә бирермен,атама һөйләмдәр нимә икәнен аңларһығыҙ, телмәрегеҙҙе үҫтерербеҙ, тел байлығын арттырырбыҙ.

Әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе дәрескә әҙерләйек.Дөрөҫ итеп ултырҙыҡ, ҡулдарҙы өҫтәл өҫтөнә ҡуйҙыҡ. Тиҙәйткесте ҡабатлап алайыҡ.

Ҡатыҡҡа ҡаймаҡты ҡалаҡлап-ҡалаҡлап ҡойҙом да

ҡыуана-ҡыуана ҡояшҡа ҡуйҙым.

Ошо тиҙәйткестә мин бер милли аштың рецебын йәшерҙем. Дәресте иғтибар менән тыңлап ултырһағыҙ, нимә рецебы икәнен әйтә алырһығыҙ (бер нисә тапҡыр әүҙем уҡыу).

III.Өйгә эште тикшереү.

IV.Яңы тема үтеү.

1.Уҡытыусы һүҙе:

Уҡысылар! Бөгөн мин һеҙҙе ҡунаҡ табынына саҡырам. Ләкин бер шартым бар – табынды беҙ бергәләп ҡорорбоҙ.

Башҡорт халҡы элек-электән бик ҡунаҡсыл, алсаҡ күңелле булған. Ҡунаҡты бик матур табын ҡороп ҡаршылай белгәндәр.Әлбиттә, табында милли аштар ғына булған.Бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы ла “Милли аштар” тип атала. Дәфтәрҙәргә бөгөнгө числоны һәм дәрестең темаһын яҙып ҡуйығыҙ.

2.Темаға алып кереү:

Ә хәҙер иғтибарығыҙҙы таҡтаға йүнәлтегеҙ (видеояҙма ҡарау).

Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ гүзәл тәбиғәтле ерҙә йәшәгән.

Күҙ ҡарашы етмәҫтәй далаларҙа көтөү-көтөү йылҡы сабып йөрөгән.

Ҡуйы урмандар ниндәй генә еләк-емештәргә, ниндәй генә ҡырағай йәнлектәргә бай булмаған. Ялтырап ятҡан йылға, күлдәрҙә балыҡтар йөҙөп йөрөгән. Ә ҡырағай бал ҡорттары быҙылдашып, сәскәнән сәскәгә күсеп, бал йыйған.Ниндәй матур беҙҙең тәбиғәт эйеме?

Уйлап ҡарағыҙ әле, уҡыусылар, башҡорт халҡы , ошондай тәбиғәт ҡосағында йәшәгәс, нимә менән шөғөлләнгән һуң?

(аусылыҡ, йылҡысылыҡ, балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ, ә һуңыраҡ игенселек менән)

Тимәк, уйлап ҡарағыҙ әле, уҡыусылар, уларҙың табынында ниндәй аштар булған һуң?

(ит аштары, һөт аштары, еләк-емеш, ҡамыр аштары)

Мин һеҙгә “Милли аштар” тигән тексты уҡыйым, ә һеҙ мине иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ.(Ҡурай тауышы аҫтында тексты уҡыйым)

Балалар,был текста һеҙгә таныш булмаған һүҙҙәр бар, эйеме? Әйҙәгеҙ уларҙы тикшереп алабыҙ.

Сел-рябчик

Ҡор- куропатка

Һуйыр – глухарь

Мышы - лось

Ҡаҡланған –ҡояшта тотоп киптерелгән.

Ыҫланған – төтөндә киптерелгән(копчёный)

Көртмәле - ежевика

(тасуири уҡыу абзацлап)

Текстан табып, һөт аштарын әйтегеҙ әле!

Иттән нимәләр бешергәндәр?

Иген культураларынан ниндәй ризыҡтар таптығыҙ?

Еләк- емештәрҙән, үләндәрҙән нимәләр эшләгәндәр?

Был ризыҡтарҙың ҡайһылары һеҙгә таныш, әсәйҙәрегеҙ ҡайһыларын бешерә?

Әйҙәгеҙ, ошо милли аштарыбыҙ менән танышып китәйек(слайд).

3.Атама һөйләмдәр темаһына инеү:

Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү. (Минең яратҡан эсемлек,өҫтәлдә яратҡан ашамлыҡ,майлы һурпа менән ит,йомшаҡ ҡамыр,ҡунаҡсыл башҡорт халҡы)

-Уҡыусылар, ошо һүҙбәйләнештәр һөйләм була аламы?

(Эйе, тик уларҙың хәбәр составы юҡ)

-Тимәк, был һөйләмдәрҙә тик эйә составы йәки уларға эйәргән эйәрсән һүҙҙәр бар. Улар предметтарҙы, заттарҙы, күренештәрҙе атап ҡына китә. Руссаға тәржемә итеп ҡарайыҡ әле.

Был һөйләмдәр нисек атала?

(Назывные)

-Башҡортса атама һөйләмдәр тип атала.

Физкультминутка:

Бауырһаҡ бешерәйем тип,

Күп итеп ҡамыр баҫтым:

Он иләнем дә иләнем,

Ҡамыр йәйҙем дә йәйҙем,

Һунынан уны тураным,

Майға һалып бешерҙем.

Бауырһағым бик унды,-

Ҡулдарыма ял булды.

Бигерәк тәмле килеп сыҡты,әйҙәгеҙ тағы бешереп алайыҡ.

Тиҙәйкес өҫтөндә эш:

Кем иғтибар менән тыңлап ултырҙы икән, был нимә рецебы?(ҡорот)

V.Нығытыу.

1.Алған белемде туплау.

Бына аштар менән танышып сыҡтыҡ, хәҙер һөйләшкәнсә табын әҙерләй башлайыҡ. Ниндәй ризыҡтар төп урын алып тора?(Штейнберг системаһы буйынса схема тултырыу)

Шулар эргәһенә бал менән мөлдөрәмә тулы һауыттарыбыҙҙы ла ҡуйһаҡ,табыныбыҙ тағы ла байыраҡ булып китер.

Ҡарағыҙсы, балалар,ниндәй күркәм табын ҡорҙоҡ!

Ҡатығы ла бар …(табын фотоһы сыға)

2. Күнекмәләр өҫтөндә эш.

Ә хәҙер ошо милли аштарҙың исемдәрен ҡулланып, атама һөйләмдәр төҙөп ҡарағыҙ.

Аппетитлы сәк-сәк

Һап-һары ҡабарып торған сәк-сәк

Баллы, минең яратҡан ашамлыҡ

Сәскәләр менән биҙәлгән сәк-сәк

Телде йоторлоҡ башҡорт ашамлығы

Таҡтала эш.

-Уҡыусылар, иң матур һөйләмде сығып таҡтаға яҙайыҡ.

Майлы һурпа.

Майҙары ағып торған һарыҡ ите, һыйыр ите, йылҡы ите.

Тәмле еҫе бөтә бүлмәгә таралған бишбармаҡ.

Телде йоторлоҡ һурпа.

Әсе ҡымыҙ.

Башҡортостан ҡымыҙы.

3.Әңгәмә ҡороу:

Бына ниндәй ризыҡтар менән туҡланған башҡорт халҡы. Ә һеҙ нимә ашарға, нимә эсергә яратаһығыҙ? Аштарығыҙҙы нимә менән тәмләтәһегеҙ?

…… чипсы, сухарики…

Был ризыҡтар һөйәктәрҙе йомшарта, улар һыныусанға әйләнә, хатта яман шеш сиренә китереп сығара. Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙарына китереп сығара, Кеше әкренгә үҙен-үҙе бөтөрә,ауырыуҙарға бата. Организмға кәрәкле мәтдәләр кермәй. Ә бына милли аштар ашаһағыҙ, киреһенсә, таҙарырһығыҙ ғына.

Башҡорт халҡы ла гел майлы һарыҡ , йылҡы ите ашаған. Ул да бик ауыр аш. Күҙ алдына китерегеҙ әле: ҡаҙанға бер һарыҡ итен һалып бешергәндәр ҙә, шуны ашағандар. Һурпаһында бишбармаҡ бешергәндәр.Ул көн дә бешерелмәгән- ҡәҙерле ҡунаҡтарға ғына әҙерләгәндәр. Ашты тәмләтер өсөн ҡорот һалғандар. Ни өсөн улар шундай майлы итте, һурпаны ашай алғандар? Сөнки ҡымыҙ эскәндәр.Ул майлы итте эшкәртергә ярҙам итә. Шуның өсөн ҡымыҙ уларҙың төп эсемлеге булған. Башҡортостан , балы менән беррәттән, шифалы ҡымыҙы менән дә элек-электән дан тотҡан.

Ҡымыҙ, ит , һөттөң файҙалы яҡтары бик күп.Беҙҙең уҡыусылар уларҙың файҙаһы тураһында белеп килергә тейеш ине.Әйҙәгеҙ, тыңлайыҡ уларҙы.

 

- Ҡымыҙ ашҡаҙанын, эсәк эшен яҡшырта, булған сирҙәрен дауалай, апетитты күтәрә,ауыр аштарҙы эшкәртергә булыша, организмдан ағыуҙарҙы сығара, тынысландыра,көс керетә.Туберкулез, пневмония, анемия кеүек ауырыуҙарҙан дауалай.

- Ит һәм ит аҙыҡтары юғары калориялы, шуның өсөн улар тәнгә көс бирә, тән йылыһын һаҡлай. Ҡан составын нормаға килтерә, баш мейеһенең эшсәнлеген яҡшырта, ағыулы мәтдәләрҙе сығара. Организм нығый, сирҙәргә бирешмәй.

- Һөт ризыҡтары организмда тиҙ эшкәртелә, тимәк, файҙалы йоғонтоһо ла тиҙ барып етә. Шул уҡ ваҡытта улар ашаған ризыҡтарыбыҙҙы эшкәртергә ярҙам итә.Һөйәкте нығыта, сәс, тырнаҡ, тештәрҙең торошон яҡшырта. Тән тиреһен ҡартайтмай.

Ит, һөт ризыҡтары , еләк-емеш файҙалы тинегеҙ. Уйлап ҡарағыҙ әле: ни өсөн улар файҙалы?

- Сөнки йылҡылар саф һауала йөрөйҙәр һәм шифалы үләндәр менән туҡланалар.Шуның өсөн уларҙың иттәре лә, һөттәре лә файҙалы. Юҡҡа мы ни Ғ.Туҡай,Л.Толстой, С.Аксаков, А.Пушкин кеүек күренекле шәхестәребеҙ нәҡ башҡорт ҡымыҙы менән дауаланырға тип Башҡортостанға килмәгәндәр. Әлеге көндә лә уның менән шифаханаларҙа дауаланалар.

4.Текст менән эш:

А)Әйҙәгеҙ, был шифалы эсемлеккә бағышланған шиғырҙы уҡып китәйек.

Б)Үҙ аллы уҡыу.

В)Теләк буйынса тасуири уҡыу.

5.Әҙәби-теоретик төшөнсә өҫтөндә эш:

Уҡыусылар, бөгөн мин һеҙгә әҫәрҙең темаһы һәм идеяһы нимә икәнен аңлатам.

ТЕМА – ул сикләп алынған, әҫәрҙең нигеҙенә һалынған ваҡиғалар. Ябай телмәр менән әйтһәң – нимә тураһында бел әҫәр.Әйҙәгеҙ әлә, әйтегеҙ, нимә тураһында был шиғыр?

(ҡымыҙға дан йырлау)

ИДЕЯ – ул төп фекер.Автор нимә әйтергә тырышҡан. Бына был шиғыр менән беҙгә нимә әйтергә тырышҡандар?( ҡымыҙҙы эсергә өндәү)

Тимәк был шығырҙың темаһы- ҡымыҙға дан йырлау, ә идеяһы – ҡымыҙ эсергә өндәү.

Был Ҡадир Даян яҙған шиғырға бөйөк композиторыбыҙ Заһир Исмәғилев көй ҙә яҙған. Йырҙы тыңлайыҡ әле. Китапҡа ҡарап, ҡушылып йырларға ла була. Ниндәй күңелле йыр,эйеме, уҡыусылар?

Бына беҙ йырлап та алдыҡ, табын да ҡорҙоҡ .Ә үҙегеҙ өсөн ниндәй файҙалы мәғлүмәттәр алдығыҙ? Үҙегеҙҙең дуҫтарығыҙға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

(ҡымыҙ эсһәң таҙа булаһың, уның файҙаһы күп,

ата- бабаларыбыҙ элек-электән ит, һөт аштары ашаған,улар кеүек таҙа ризыҡтар ашаһаң, ауырымайһың,

улар урынына милли аштар, ҡымыҙ эсәргә кәрәк)

Ошо текстан атама һөйләмдәрҙе таба алаһығыҙмы?

V.Дәрестә алған белемде тикшереү:

Ә хәҙер көндәлектәрегеҙ менән компьютерҙар янына күсеп ултырығыҙ, бөгөн алған белемдәрегеҙҙе тикшереп алайыҡ.

V.Баһалау.

VI.Өйгә эш:

1)тексты уҡырға

2)милли аштар китабы табып, схеманы тағы ла тулыландырырға.

VII.Йомғаҡлау.

 

Һығымта

Башҡорт телендә атама һөйләмдәр бер составлы һөйләмдәрҙең үҙенсәлекте төрө булып тора. Уларҙың дөйөм структур үҙенсәлеге бер генә баш киҫәктән, предикатив үҙәктән булыуы менән билдәләнелә. Ике составлы һөйләмдәрҙән айырмалы рәүештә, атама һөйләмдәрҙең был структур-грамматик үҙәге эргәһенә эйә хоҡуғында ла, хәбәр хоҡуғында ла икенсе компонентты ҡуйып булмай.

Атама һөйләмдең баш киҫәге атау функцияһына эйә булған һүҙ менән бирелә һәм ул, нигеҙҙә, төп килештә торған исемдән килә. Шулай уҡ был функцияла төп килештәге алмаштар, һандар,исем ҡылым, исемләшкән сифаттар һәм башҡа һүҙ төркөмдәре йөрөй ала. Әммә атама һөйләмдең грамматик структурһын уның баш киҫәге менән генә күҙ алдына килтереү етмәй. Ғөмүмән, һөйләмдәрҙең баш киҫәктәре һөйләмдең төп ядроһын ғына тәшкил итә. Үҙҙәренең төҙөлөшө, йөкмәткеһе буйынса һөйләм төрлө үҙенсәлеккә эйә булырға мөмкин. Һәм уларҙы бер баш киҫәктәр ярҙамында ғына сағылдырып булмай. Шунлыҡтан, атама һөйләмдәрҙең дә мәғәнәләренең күп төрлөлөгөн эйәрсән киҫәктәр, һәм һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнештәре булмаған һүҙҙәр – инеш һүҙҙәр, инеш һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр, ымлыҡтар ярҙамында сағылдырырға мөмкин.

Атама һөйләмдәрҙә баш киҫәктең эргәһендә эйәрсән киҫәктәрҙең килеү-килмәүенә ҡарап, уларҙы йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәргә бүлеп йөрөтәләр. Йыйнаҡ атама һөйләмдәр бер генә киҫәктән тора. Ә тарҡау атама һөйләмдәр эйәрсән киҫәктәрҙе лә үҙ эсенә ала.

Атама һөйләмдәр теҙмә, эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙең составындағы компоненттар булып сығыш яһай. Эйәртеүле һөйләмдәрҙә улар баш һөйләм функцияһында ла, эйәрсән һөйләм функцияһында ла килә ала. Шулай уҡ күп эйәрсәнле синтаксик конструкциялар, ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр, теҙемдәр составында ҡулланыла ала.

Атама һөйләмдең төп семантик үҙенсәлеге – раҫлау мәғәнәһен сағылдырыу. Уларҙа, нигеҙҙә, хәҙерге ваҡыттың грамматик мәғәнәләре сағыла. Ул һөйләү моменты менән тап килгән ваҡыт булырға мөмкин. Әгәр киләсәк йәки үткән заман формаларына үҙгәртәбеҙ икән, был осраҡта һөйләм ике составлыға әйләнә.

Атама һөйләмдәрҙе анализлау, улар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе, бер-береһе менән бәйләнештәрен ҡарап сығыу нигеҙендә был һөйләмдәрҙең түбәндәге төрҙәрен айырып йөрөтәләр:

Реаль ысынбарлыҡты сағылдырған, константациялаған атама һөйләмдәр (бытийные-номинативне предложения).

Баһалау-эмоциональ атама һөйләмдәр (оценочно-эмоциональные номинативные предложения).

Бойороҡ-өндәү атама һөйләмдәре (побудительно-пожелательные номинативные предложения).

Конкрет атама булып йөрөгән атама һөйләмдәр (собственно названные предложения).

Шулай итеп, атама һөйләмдәр экономиялы, ҡыҫҡа, әммә бай йөкмәткеле һүрәтләү сараһы булараҡ, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең бөтә өлкәләрендә лә уңышлы ҡулланыла. Улар үҙаллы синтаксик категория булараҡ, ябай һөйләм синтаксисының бер составлы һөйләмдәре системаһында айырым урын алып тора.

Шулай уҡ мәктәптә атама һөйләмдәрҙе өйрәтеү методикаһын белеү, бындай төр һөйләмдәрҙе уҡыусыларҙың яҙма һәм һөйләү телмәрендә ҡуллана белеүен камиллаштырыу тел уҡытыуҙа мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора.

 

Библиография

Аҙнабаев А.М., Хайруллина Р.Х. Сопоставительная грамматика русского и башкирского языков: Учебное пособие. – Уфа: Гилем, 2006. – 150 С.

Аҙнабаев Ә.М., Таһирова С.А. Әсә теле. Ябай һөйләм синтаксисы. Урта мәктәптең етенсе синыфы өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2005. – 176 бит.

Аҙнағолов Р.Ғ. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. Норматив методика. - Өфө: БашДУ, 2009. – 262 бит.

Әхмәров Ҡ.З. Башҡорт теле грамматикаһы.Синтаксис.II киҫәк.Өфө. 1964.

Әхмәров Ҡ.З. Башҡорт теленең ябай һөйләм синтаксисы.Өфө.1958.

Баскаков Н.А. Каракалпакский язык. Фонетика и морфология, часть 1, (части речи и словообразование). – Изд-во Академии наук СССР, М., 1952. – 543 С.

Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу. - Өфө: 2008. – 202 бит

Дмитриев Н.К. Башҡорт теленең грамматикаһы. - Өфө: 2008. – 326 бит.

Виноградов В.В. Русский язык. (Грамматическое учение о слове). Издание второе. Изд-во “Высшая школа” Москва, 1975. – 614 С.

Грамматика современного башкирского литературного языка. Москва: “Наука”, 1981. – 500 С.

Закиев М.З. Грамматика татарского языка. Синтаксис. 3том.-Казань.1992

Закиев М.З. Синтаксический строй татарской разговорной речи.Казань. 1963.

Кейекбаев Ж.Ғ. редакциялығында. Башҡорт теле. Педагогия училищелары өсөн дәреслек. – Өфө: “Китап”, 1997. – 352 бит.

Кононов А.Н. Грамматика языка тюркских рунических памятников VII – IX вв. Л.: Наука, 1980. – 255 с.

Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. Күнегеүҙәр менән. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2003. – 192 бит.

Русский язык: Учеб. для студ. высш. пед. учеб.заведений / Л.Л.Касаткин, Е.В.Клобуков, Л.П.Крысин и др. – М.: Издательский центр “ Академия”, 2001. 768 с.

Сафиуллин Ф.С. Синтаксис татарской разговорной речи.Казань.Изд-во Казанского у-та. 1978. 255 стр

Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле. I том. Ябай һөйләм синтаксисы. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1999. – 352 бит.

Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле. II том. Ҡушма һөйләм синтаксисы. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2001. – 432 бит.

Тикеев Д.С. Башҡорт теленең синтаксисы буйынса һайланма хеҙмәттәр. - Өфө: “Ғилем” нәшриәте, 2003. – 305 бит.

Тикеев Д.С. Хәҙерге башҡорт теле. Ябай һөйләм синтаксисы: Юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслек. Өфө: Ғилем, 2002. – 178 бит.

Тикеев Д.С. Основы синтаксиса современого башкирского языка.М:Наука.2004.-312 с.

Хангилдин В.Н. Татар теле грамматикасы. Морфология һәм синтаксис. – Казан: Татарстан китап нашрияты, 1959. – 642 бит.

Хөснөтдинова Р.Я. Хәҙерге башҡорт телендә атама һөйләмдәр. - Өфө, 2002. – 132 бит.

Шахматов А.А. Синтаксис русского языка.Издание второе. Ленинград: учпедгиз, – 1941. – 620 С.

Шахматов А.А. Очерк современного русского литературного языка. – Москва: учпедиз, - 1941. – 288 С.

Мәҡәләләр


 

Арват Н.Н. Об изучении односоставных предложений // Русский язык в национальной школе. – 1977. – № 4

Л.Х.Сәмситова. Һөйләм төҙөлөшө-синтаксистың нигеҙе // Башҡортостан уҡытыусыһы. 2010.-№3

Галкина-Федорук Е.М. Односоставные предложения в современном русском языке // Русский язык в школе. – 1959. – № 2

Орешко М.А. О синонимии односоставных предложений // Русский язык в школе. – 1999. – № 6

Тикеев Д.С. Башҡорт теленең өндәү һәм тойғо һөйләмдәре, уларҙағы һүҙ тәртибе // Башҡортостан уҡытыусыһы, 2002, № 12, 29-33 биттәр.

Тикеев Д.С. Башҡорт телендә атама һөйләмдәр // Изучение родных языков, культуры и истории Башкортостана в образовательных учреждениях Республики. Сборник материалов. – Стерлитамак, 2001, С. 89-94.

Шапиро Н.А. Односоставные предложения. Неполные предложения // Русский язык (приложение к газете «Первое сентября»). – 2003. – № 47

Шхапацева М.Х. Определение типов односоставных предложений // Русский язык в национальной школе. – 1983. – № 3.

Матур әҙәбиәт әҫәрҙәре исемлеге

Асанбаев Нәжиб. Әҫәрҙәр.Биш томда. II том: Пьесалар.-Өфө: Китап, 2006.-650 бит.

Башҡорт халыҡ ижады: Эпос. III том. Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1998. – 448 бит.

Башҡорт халыҡ ижады: Эпос IV том. Өфө: Китап, 1999. – 400 бит.

Башҡорт халыҡ ижады: Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр (иртәктәр). V том. Өфө: Китап, 2000. – 392 бит.

Башҡорт шиғриәте анталогияһы. Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2001. – 816 бит.

Биишева З. Әҫәрҙәр. Биш томда. Беренсе том: роман, повесть, хикәйәләр. - Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1995. – 624 бит.

Биишева З. Әҫәрҙәр. Биш томда. Икенсе том: Роман, повестар, хикәйәттәр, хикәйәләр. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1996. – 576 бит.

Биишева З. Әҫәрҙәр. Биш томда. Өсөнсө том: Емеш. Роман – Өфө: Китап, 2003. – 496 бит.

Ғарипова Т.Х. Бөйрәкәй. Роман-эпопея. – Өфө: Китап, 2006. – 768 бит.

Кейекбаев Ж.Ғ. Туғандар һәм таныштар: Роман. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. – 350 бит.

Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр биш томда, 2-се том: пьесалар. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1996. – 536 бит.

Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр биш томда, 3-сө том: пьесалар, повестар, хикәйәләр. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1997. – 480 бит.

Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр (биш томда), 4-се том: повестар, хикәйәләр, хәтирәләр. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1998. – 496 бит.

Мусин Ноғман. Ер биҙәге. Повестар. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. – 592 бит.

Мусин Ноғман. Мәңгелек урман. Роман. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1976. – 328 бит.

Рафиҡов Булат. Әҫәрҙәр. I том. Романдар. Повесть. – Өфө: Китап, 2003. – 536 бит.

Солтангәрәев Рәшит. Оло юлдың туҙаны. Һайланма әҫәрҙәр. Өфө “Китап” 1995. – 544 бит.

Хамматов Яныбай.Салауат, Һырдаръя. Тарихи романдар. – Өфө: Китап, 200. – 528 бит

Хисамов Ғәлим. Тамып та ғына ҡала ҡандары: Романдар. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1993. – 544 бит.

Хәкимов Әхиәр. Ҡош юлы. Ике роман. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1989. – 448 бит.

Юлтый Дауыт Ҡан. Роман.-Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. -213 бит.

в формате Microsoft Word (.doc / .docx)
Комментарии
Комментариев пока нет.