Статья «Мостай Кәримдең "Ауыл адвокаттары" әҫәрендә дуҫлыҡ темаһы»

0
0
Материал опубликован 13 November 2022

Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» әҫәрендә дуҫлыҡ темаһы

 

 

Дуҫлыҡ хисе мәңге тутыҡмай ул

Уралдағы аҫыл таш төҫлө.

                                                                                                                            А.Игебаев.

Ауыл адвокаттары” повесында Мостай Кәрим өс дуҫтың көн-күрешен бик асыҡ тасуирлап һүрәтләй. Ләкин автор: “…был яҙмамда мин өс бер тиҫтерҙең, өс ҡорҙаштың, өс дуҫтың тормошон түкмәй-сәсмәй һөйләп бирергә йыйынмайым,- ти. – Бары улар ҡалдырып киткән аҫыл заттарҙың бәғзе берҙәрен сүпләп, ҡыҫҡа ғына епкә теҙмәксе иттем. Эреле-ваҡлыраҡ булыр-булыуын, әммә тулыны – буштан, дөрөҫтө ялғандан айырырға тырыштым”.1

Улар – Ҡорбанғәле, Кәшфулла һәм Нурислам – ауылдың олпат ҡына, үҙенсә абруйлы, намыҫлы һәм шәфҡәтле кешеләре. Өсөһө, әлбиттә, өс төрлө холоҡ-ҡылыҡлы, өс төрлө яҙмышлы кеше, әммә уларҙы бер-береһенә яҡынайтҡан, дуҫлаштырған яҡтар күп: эскерһеҙ, ярҙамсыл, игелекле заттар. Үҙҙәре сабыр, бары менән ҡәнәғәт. Бер-береһенә, һәр кемгә теләһә ҡайһы ваҡытта ярҙамға килергә, ҡыйырһытылғандарҙы яҡларға, ҡайғы уртаҡлашырға, шатлыҡ бүлешергә әҙер. Улар ҡайғы-шатлыҡта ла ебеп төшмәйҙәр, ҡаза килгәндә лә ашығып бармайҙар. Кәрәк мәлендә тормоштоң ауыр яҡтарын, ҡыҫынҡылыҡтарын уйын-көлкө менән дә ҡаплата беләләр. Хатта яҙмышты, дошманды, албаҫтыны алдатыр йә һемәйтер яйын табыр бәғзеһе. Һәр хәлдә, үтә аҫылдан булмаһалар ҙа, һис тә төшөп ҡалған заттарҙан түгел үҙҙәре, сөнки улар кескенәнән тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып үҫкәндәр. Мәҫәлән, йә аҡтар, йә ҡыҙылдар ауылдарға ингәндә халыҡ бит йәшәүен дауам иткән, ә бала-саға, йәш-елкенсәк бөтәһен дә үҙ йөрәге аша үткәргән. Бына Нурислам да “Кәшфулланың артынан баҫтырып килгән әжәл менән күҙгә-күҙ, йөҙгә-йөҙ осрашты. Осрашты, ләкин ҡаушап ҡалманы”. [193б.] Алдар телгә сослоғо, үткерлеге, менән йырып сыға был сетерекле хәлде. Алдашыуы ла уның ерле юҡтан ғына түгел. “Ә Нурислам алдашһа, әйтерһең, ул бүләк тарата, өлөш өләшә ине. Алдашып кемделер бәләнән ҡурсалап ҡала ине”. [153б.] Ана, граждандар һуғышы ваҡытында дуҫы һалдат Кәшфулланы артынан ҡыуа төшкән аҡтарҙан алдаштырып юлын яҙлыҡтырып әжәленән ҡотолдороп ҡала.

Ә был ваҡыт Нурисламдың атаһы Ҡуян Шәйми ҡартты ла аҡтар бүтән ылаусылар менән бергә күк айғырын ектереп, Эстәрле яғына алып китәләр. Юлда Шәйми сыуаш ҡарты менән таң алдынан ҡасырға һүҙ ҡуйышалар. “Атһыҙ кешене шәйләп тә тормаҫтар әле, тинеләр. Кем һуң инде үҙ атын үҙе ташлап ҡаҫһын?.. “Баш һау булһа, мал табылыр, тибеҙ беҙ башҡорттар”,- тип тәүәккәлләй ул. [195б.] Ләкин Шәйми ҡайыш дилбегәһенән башҡа нәмәгә теймәй. “Сит ерҙәрҙә яңғыҙы тороп ҡалған ғәзиз атын талап, бөлдөрөп китергә ихтыяры ризалашманы, намыҫы ҡаршы төштө… Хужа атының башынан һөйөп хушлашманы ла (бығаса кис һайын уның башын һыйпап айырылыша ине). Баҙнат итмәне. Выжданына көс килде… Аты алдындағы хыянатын рухы һиҙҙе, зиһене төшөндө. Яҙыҡһыҙ хайуанға ҡағылыуҙы яҙыҡҡа иҫәпләне.” [196б.] Шулай итеп, баш һаҡлайым тип атын ташлап китергә мәжбүр була. Атына ҡарата ҡылған хыянатын ул бик ауыр кисерә, сөнки ат башҡорттоң таянысы, тоғро дуҫы ғына түгел, ә ҡанаты ла булған.

Ярым күсмә тормош менән йәшәгән башҡорттарға ат бик кәрәкле йорт хайуаны булған. Башҡорттар, йәш һәм енес айырмалыҡтарына ҡарамай, бөтәһе лә һыбай йөрөгән. Йәш балалы ҡатындар балаларын алдына бәйләп ултырғандар. Ҡайһы саҡта улар бер йәки ике балаһын артҡа ултыртҡандар. Арттағы бала алдағыһына, алдағы бала әсәһенә тотонған. Шуға ла башҡорттоң ике-өс йәшлек балаһы ла атта һыбай йөрөргә өйрәнгән, ә алты-ете йәшлектәр инде үҙҙәрен егет тип иҫәпләгәндәр. Башҡорт һунарға ла һыбай йөрөгән. Йәнлек осратһа, Һунарсы уны һыбай баҫтырған.

Ил өҫтөнә килгән яуҙарҙы ҡайтарыуҙа башҡорт халҡының айбарлы ҡатнашыуы тарихта яҡшы билдәле. Улар Пруссия менән булған ете йыллыҡ һуғышта, Рәсәйҙең француздарға ҡаршы алып барған ҡаты һуғыштарында ҡатнашып тиңдәшһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәткән.

1789 йылда башҡорт регуляр ғәскәре төҙөлә, унда 17 йәштән 45 йәшкә тиклем хеҙмәт иткәндәр, хеҙмәткә башҡорт үҙ ҡоралы һәм аты менән барған.

1812 йылғы Ватан һуғышында меңәрләгән башҡорттарҙың француздарҙы ҡыуып Парижға тиклем һуғыша-һуғыша барып етеүе һәм кире әйләнеп ҡайтыуы хаҡында күп кенә тарихи мәғлүмәттәр бар. Был һуғышта 28 башҡорт полкы ҡатнашҡан. Француз генералы де Марбо үҙенең иҫтәлектәрендә былай тип яҙған: “…башҡорт һыбайлылары өсөн бер ниндәй юл да кәртә була алманы. Улар һағыҙаҡ күсе кеүек һис көтмәгән яҡтан килеп сығыр ине. Уларҙы ҡыуып етеүе бик ауыр ине”.2

Һәр һуғышсының үҙ атынан тыш Башҡортостан был һуғышта 4139 тоҡомло башҡорт аты тапшырған. Арыу-талыҙы белмәгән, ниндәй урман-тауҙы, боҙло һыуҙарҙы һис ҡурҡмайса кисеп үтә торған, эҫеһенә лә, һыуығына ла бирешмәгән аттарға атланған башҡорт егеттәре ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Башҡорт халҡының үткән тарихын атынан башҡа күҙ алдына килтереү ҡыйын. Ул ил өҫтөнә килгән ҡайғыһын да, шатлығын да үҙенең тоғро аты менән бүлешкән.

Башҡорт аттары талымһыҙ, сыҙамлы, һыбай йөрөүгә лә, йөк артмаҡлағанда ла, еккән хәлдә лә юғары эш һәләтлегенә эйә. Соҡор-саҡырлы юлдарҙа ла 700 - 1000 килограмм йөк һөйрәй ала.

1942 йылдың октябрь айында сана ла, арба ла түгел мәлдә 112-се Башҡорт атлы дивизияһының Воронеж өлкәһенән 500-550 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Сталинград фронтына иң ҡыҫҡа ваҡытта үҙ йөрөшө менән килеп етеүе генә лә күп нәмә тураһында һөйләй. Башҡорт атлылары Бөйөк Ватан Һуғышы осоронда үҙҙәрен һүнмәҫ дан менән ҡапланы. Сталинград һуғышы осоронда 112-се Башҡорт атлы дивизияһы, ауыр һуғыштарҙа 400 км. Юл үтеп, дошмандың 3 мең һалдатын, 6 самолётын, 56 танкыһын, 600 автомашинаһын юҡ итте. Шулай уҡ дивизия 5 ҡорал, 8 аҙыҡ-түлек складын, 31 самолёт, 20 танк, 115 автомашина, 2 мең һалдат һәм офицерҙы ҡулға төшөрҙө.” 3

1941 йылда Башҡортостан Республикаһы Ҡыҙыл Армияға 50 меңдән артыҡ ат бирҙе.

Башҡорт халҡы үҙенең аты тураһында бик күп төрлө мәҡәлдәр ижад иткән: бында халыҡтың бай тәжрибәһе, аҡылы сағыла. “Йылҡы - малдың батшаһы”,- тип атты беренсе урынға ҡуйғандар. Башҡорт элек-электән үк ат һайлауға бик етди ҡараған. Шуға ла:

Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй

Ир-егеткәй менән ат башы”,- тип халыҡ йыр ҙа сығарған. 4

Аттың хужаһына тоғролоғо, кеше менән ат дуҫлығы тураһында матур әҙәбиәт һәм документаль яҙмалар борондан һаҡланып килгәндәр.

Документ тигәндән, Ҡолошта кеше өҫтөнән яла яҙыу ғәҙәте булмай. Әле килеп силсәүит Кәшфулланың ояһын туҙҙырырға самалаусы булды. Илдә буталсыҡ киткән осорҙа Кәшфулла өҫтөнән дә берәү ялыу яҙып бирә. (Ул ситтә йөрөп ҡайтҡан Хәсәнша исемле бер берәҙәк ине.) Шуға ла Кәшфулланы тикшерергә тип ултыртып та ҡуялар. Ярай әле бәхетенә күрә бала саҡ дуҫтары замана елдәренән ҡрҡып тормайынса уны юллап баралар. Был көндәрҙә Нурисламдың бүҫере лә ҡуҙғалған була, шуға ҡарамаҫтан ул иптәшен эҙләп, йәйәү Ҡорбанғәле менән егерме ике киломметр алыҫлыҡҡа сығып китәләр. “Хәсрәт менән хәстәр алдында тән сырхауы ҡойроғон ҡыҫты”,- тип Нурислам үҙенсә сирҙе ситкә ҡуйып тора. [239б.] “Нурислам менән Ҡорбанғәле был төндө Булаҡ станцияһының бер мөйөшөндә ҡаҡ иҙәндә иҙелеп йоҡлап үткәрҙе”. [245б.] Урмановты улар дуҫтарының тормошо менән таныштыралар. “Файҙа эҙләп түгел, үҙҙәренсә ғәҙеллек, хәҡиҡәт юллап йөрөйҙәр булыр. Йәғни үҙҙәренең хәҡиҡәтен”,- тип уйға ҡала Урманов. [248б.] Ә инде ике дуҫ: “Юлын беләбеҙ хәҙер. Илдән тамға йыйырға кәрәк”,- тигән ҡарар менән ҡайтып китәләр.

Хәрәкәттә - бәрәкәт” тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Йөрөп ятыу әрәмгә китмәне. Нурислам менән Ҡорбанғәленең килеүе Урмановты, юҡ тиһәң дә, ғәмгә һалды. Зөлкәрнәевтән ул бәйнә-бәйнә һорау алды, уның яуаптары “адвокаттарҙың” һөйләгәненә тап килеп торҙо. Кәметмәне лә, йәшермәне лә. Ғәйепләүсе ғәйепләнеүсегә бүтәнсәрәк, Ҡолош кешеләренсәрәк ҡарарға тырышты. Һуңынан да уйланы чекист, оҙаҡ уйланы һәм хәл итте… Сөнки Кәшфулла яҙмышын ул әле дөйөм шарламаға ташлап өлгөрмәгәйне. Ике көндән мөһөрө һәм штемпеле менән бергә рәйес үҙе ҡайтып төштө”. [256б.] Шулай итеп, дуҫтар Кәшфулланы ҡотҡарып ҡалалар. Аҙаҡ инде Ҡолошта “уға үҙ ваҡытында ла, һуңғараҡ та ҡамсы һуғыу түгел, бармаҡ янаусы ла булманы”. [238б.]

Рәйестең мөһөрө менән штемпелен, үҙен дә әүәлерәк тә бер ҡурсалап алып ҡалған инеләр бит әле дуҫтар. Унда ла эш кискенләшә башлағанда “өсөнсө рәттә ултырған Нурислам шул саҡ, ике генә һикереп, сәхнәгә менеп баҫты. Иң элек мөхөр менән штемпелде эләктереп салбар кеҫәһенә тыҡты”,- тип яҙа автор. [230б.] Шул саҡта ла Нурисламдың үткер теленең арбаусы көсө халыҡты дөрөҫлөк яғына этәреүгә булышлыҡ итә. Кәшфуллаға тап төшөрөргә, батырыға йыйыныусыларҙы еңеп сығырға дуҫтары ярҙамға килә.

Ҡоштоң көсө - ҡанатында,

Дуҫлыҡта кеше көслө. 5 Уны Мөхтәй эсереп иҫерткәндә лә бит Кәшфулланың ауырлы ҡатынын уйлап, тәүҙә Ҡорбанғәле үҙ өйөнә алып ҡайта. “Кискә табан ауырыу баш күтәргәс, Ҡорбанғәленән тауыҡ һуйҙырҙы, ҡаҙан асты, аш өлгөрөү алдынан, улын ебәреп, Гөлғәйшәне килтертте”. [222б.] Ысын дуҫ һинең үҙеңде генә түгел, тормош иптәшеңде лә, бала-сағаңды ла ҡайғырта икән. Олоғайған Ҡорбанғәле лә Кәшфулланың ейәненә эшләпә баҫып илтеп бирә. Хатта дуҫы гүр эйәһе булғанда ла уны онотмай, ҡәберен ҡәҙерләп, ҡарап тороуҙы бурыс итеп ала. “… ҙур ғына ике муйыл ағасы төпләп алдылар, уларҙы Кәшфулланың аяҡ осона илтеп ултырттылар”,- тип яҙа әҙип. [285б.]

Дуҫтың дуҫлығы әллә ҡайҙан бәрелеп тора инде ул. Бына бит Ҡорбанғәле Нурисламға килгәс, тегенеһе лавкаға сығып йөгөрә. Өҫтәлгә ҡуйған ризыҡтың муллыраҡ өлөшөн дуҫы яғынараҡ бороп ҡуя: “…ризыҡ барҙа еймәк кәрәк, етеш Ҡорбанғәле. Нурислам табаҡтың ҙур һимеҙ ҡалъя ятҡан яғын дуҫына табан әйләндереп ҡуйҙы”. [285б.]

Дуҫыңдың иптәше лә һиңә иптәш ул. Кәшфулланы иптәштәре менән һыбайлы күргәс, Нурислам ике лә уйламай бөтәһен дә үҙҙәренә саҡыра. “Әйҙә ауылға ҡайтайыҡ! Иптәштәрең менән мунса керерһегеҙ…. Хәлдә барынса хөрмәт күрһәтермен…” [200 б.]

Ә инде Нурислам 1953 йылдың март башында Мәскәү яғына бер взводта һуғышып йөрөгән дуҫына ҡунаҡҡа барырға сыҡҡанда, Кәшфулла менән Ҡорбанғәле уны станцияға тиклем килеп, вагонға ултыртып ебәрәләр.

Икенсе бер осраҡта иһә Нурислам дуҫы өсөн ут йотоп, кисте лә көтөп тормаҫтан Кәшфулла йәшенгән Ҡапҡалы ауыҙындағы һаҙлыҡҡа ашыға. Эңер төшкәнсе “Бүре баҙы” алдында көтөп тора. Дуҫтың дуҫлығы бына шулай бәлә килгәндә беленә лә инде.

Ысын дуҫ һәр ваҡыт һиңә ярҙам ҡулын һуҙа. Ҡорбанғәле лә бит, малай сағында уҡ әле, Кәшфулланы яҡлашып: “Һуҡма уға! Һуҡма! Һуҡма!.. Кисә уларҙың аҡтыҡ һыйырҙары зыянланы”,- тип дуҫын ҡурсалап ҡысҡырып ебәрә. [171б.]

Ә ир ҡорона ингәндә, “Ҡорбанғәле… рәйестең үкһеп илауына шаһит булды. Тик ул ошо хаҡта бер ҡасан да бер кемгә лә һүҙ ҙә өндәшмәне. Был икәүҙең генә сере булып ҡалды”. [256 б.]

Ә бына Нурислам уйлап тапҡан әмәл сер генә түгел, һабантуйҙағы бөтә кешене шаҡ ҡатыра. Эш былай була. Нурислам менән Ҡорбанғәле егет саҡтарҙа, күрше ауылда ҙур һабан туйы булып, шунда барырға өҫтәрендә йүнле кейемдәре булмағас (ә аяҡтарында сабата ғына), икеһенә бер көнгә бер пар итек табып, арыу ғына ат егеп, аяҡтары ҡырандастан һалынып торғанына һыңар итек кейеп китмәһендәрме байрамға. Йәнәһе, ике кешегә бер пар итек менән фарсит итәләр форсатын табып. Хәйләләре фашланғас, ғаләм алдында оятҡа ҡалалар ҡалыуын. Ә Нурислам юғалып ҡалһын тиме. “Бер аяҡҡа күн ҡата, бер аяҡҡа йөн ҡата кейеп, һеҙҙән көлөргә түгел, кәмитселәр төҫлө, һеҙҙе көлдөрөргә, күңелегеҙҙе асырға килдек беҙ. Көлөгөҙ! Көлһәгеҙ, аҡылығыҙ ишәйер”, тип мөшкөл хәлдәрен уйынға һабыштыра, мәсхәрәне мәрәкәгә ауҙара. [242 б.] 6

Халыҡ тапҡыр һүҙҙе, йор һүҙҙе ярата. Донъяның етди яҡтары, хәстәрҙәре менән бергә ҡыҙыҡтары ла шунса ҡыҙыҡһындыра уны. Ҡыҙыҡтары шунса ҡыҙыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстары күңелдәрҙе иретә. Йәш сағында Нурисламға димсе лә булырға тура килә. Был яуаплы эште лә ул бик оҫта башҡарып сыға. Димсе диңгеҙ кисерер, ти: яусы ниәтен ғәмәлгә ашырҙы, береһе ҡолға, береһе тоҡор йәштәрҙе иш итте, никахландырып ҡушып уҡ ҡуйҙы. Шулай итеп, “үҙенең буй-һынынан оялып йөҙәгән“ дуҫы Ҡорбанғәлене лә кәләшле итте. Бер ҙә юҡҡа ғына шулай тип әйтмәйҙәрҙер ул:

Дуҫһыҙ кеше – утһыҙ кеше,

Дуҫһыҙ йәшәмәй кеше”.7 Ошондай дуҫтарың булғанда йәшәүе лә күңелле. Өс тиҫтер ғүмер буйы дуҫлыҡтарын юғалтмай татыу йәшәйҙәр. Араларынан ел дә үтмәй. Шулай итеп, уларҙың бала саҡта яралған иң саф дуҫлыҡтарына бер ниндәй ҙә ел-ямғыр тимәй. Ҡорҙаштар һәр ваҡытта ла тормош ауырлыҡтарын бергә иңдәрендә үткәрәләр, һәр ваҡытта ла бер-береһенә ҡорос ҡалҡан булып яурындарын ҡуялар. Тормошта бындай ышаныслы дуҫтар бик һирәк осрай.

Иң яҡын дуҫ табыу һәм тапҡас юғалтмау әһәмиәтле. Кешеләр араһындағы мөнәсәбәт күңел нуры менән бәйләнгән. Ҡайһы саҡта аҙҙан ғына хәтер ҡалып, үтә лә ҡәҙерле мөнәсәбәттәрҙең дә өҙөлөп ҡуйыуы ихтимал. Халыҡ аҡылы дуҫлыҡты һаҡлауҙың байтаҡ ҡына шарттарын өйрәтеп ҡалдырған. Иң мөһимдәрен хәтерҙә ҡалдырайыҡ:

Дуҫҡа баш булмау. Дуҫлыҡ – ул фекер уртаҡлығы. Әгәр дуҫыңа баш булаһың икән, тимәк һәр саҡ ул һинең фекерең менән иҫәпләшергә, һинең фекерең өҫтөн булырға тейеш, тигәнде аңлата. Ул саҡта кем менән кәңәшләшерһең, кем һүҙенә ҡолаҡ һалырһың? Үҙеңде дуҫыңа ҡарағанда аҡыллыраҡ тип иҫәпләй башланыңмы – дуҫлыҡ боҙола. Тормошта хәл ителәһе мәсьәләләр аҙым һайын осрап тора. Береһен хәл иткәндә - һинең аҡылың дөрөҫ булһа, икенсеһен хәл иткәндә - дуҫыңдың хаҡлы булыуы ихтимал. Дуҫ шуның өсөн кәрәк тә. Халыҡ мәҡәле былай ти:

1. “Дуҫҡа баш булмайҙар, иш булалар”.

Үҙ хатаңды таныу, кешене ғәйепләмәү. Ғәйепте иң элек үҙеңдән эҙлә. Хаҡты ла, нахаҡты ла тигеҙ уртаҡлаш.

Холҡоңда шапыртып ебәреү, хәйләләү, юхалау, оторға тырышыу кеүек ғәҙәттәрең булһа, был ғәҙәтте дуҫыңа ҡарата ҡулланмау. Уның алдында таҙа, намыҫлы булып ҡалыу. Хәйлә дуҫлыҡты ҡаҡшата, юҡҡа сығара.

Дуҫ ғәйебен һөйләмәү. Дуҫыңдың холоҡ-фиғелен иҫәпкә алып, яйын тура килгән осраҡта ла дуҫ серен сисмәү – яңынан дуҫлашырға тура килеүе ихтимал. Дуҫ серен сисмәүҙе халыҡ бик юғары баһалаған һәм ысын егетлеккә тиңләгән. “Егетмен дә тигән егет кеше дуҫ серҙәрен һатмаҫ яттарға”,- тип йырлайҙар. Ошо урында, әгәр был ғәйеп енәйәткә тиң булһа, ни эшләргә? – тигән һорау тыуыуы ихтимал. Әммә әле һүҙ ябай ғәйеп тураһында ғына бара, ә енәйәт ул ғәйеп түгел, ул – енәйәт.

Кеше алдында дуҫыңды кәмһетеп, үҙеңде аҡыллы күрһәтергә маташыу дуҫлыҡты ҡаҡшата. Кешене күтәргән осраҡта ғына үҙеңде күтәрәһең. Кешене түбәнһетеү иҫәбенә бер ваҡытта ла үҙеңә мәртәбә өҫтәп булмай.

Бер яҡлы ярҙам көтмәү. Бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәгән кеше булмай. Ярҙамлашыу һәр саҡ ике яҡлы барырға тейеш. Ярҙамдың төрлөһө була: матди ярҙам, ҡул ярҙамы, тел ярҙамы. Береһенә мохтажлыҡ кисермәгән кешенең ҡалғандарына ҡытлыҡ кисереүе ихтимал. Ә инде кешенең йомартлығынан, киң күңеллегенән, яҡшылығынан даими файҙаланыу, һалышыу, баҫымсаҡлау, теңкәһенә тейеү дуҫлыҡ нигеҙен ҡаҡшата. Шуға ла бит: “Дуҫҡа дуҫ бул, йөк булма”,- тиҙәр.

Дуҫ уңышынан көнләшмәү. Дуҫтың да, башҡаларҙың да уңышы бер ваҡытта ла көнсөллөк уятырға тейеш түгел. Көнләшеү кирегә этәрә, фәҡәт сәм генә алға тарта.

Дуҫ хәтерен һаҡлау. Һинең абайламай әйткән һүҙеңде башҡалар үткәреп ебәрһә лә, дуҫыңдың күңеленә төйөн булып урынлашыуы, сәменә, намыҫына тейеүе, уйға һалыуы мөмкин. Бер ваҡытта ла айырылмаҫ дуҫыңа ҡайырылмаҫ һүҙ әйтергә ярамай.

Кешеләр! Бер-беребеҙгә күңелдәрҙе асырға ҡурҡмайыҡ. Һиндәге хаталарҙы, хатта гонаһтарҙы күреп, бүтәндәр өркмәҫ. Бүтәндәр күңелендәге күләгәләрҙе күреп, һин дә ҡаушап төшмә. Беҙ бит инде аҡылға ултырғанбыҙ, яманды-яҡшыны үлсәп, изгелекте яуызлыҡтан айыра алабыҙ. Кешеләр! Бер–беребеҙгә күңелдәрҙе шар асайыҡ. Ул саҡта йәшәү ышаныслыраҡ булыр, бер-беребеҙгә таяныуыбыҙ өмөтлөрәк булыр”,- тип яҙа әҙип.8

Шулай итеп, кеше һине аңлаһын өсөн, үҙең кешене аңлап өйрән. Кешене аңлап өйрәнеүҙең иң ышаныслы юлы – үҙеңде уның урынына ҡуйып ҡарау кәрәк. Кешенән ниҙер талап итерҙән алда үҙең уның өсөн ниҙер эшлә.

 

 

 

 

 

 

 

 

1 Хөсәйенов Ғ. Мостай Кәрим: Шәхес. Шағир. Драматург. Прозаик.- Өфө: “Китап”, 1994, 366-сы бит.

 

2 Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: Урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. – 2-се баҫма.- Өфө: Китап,2006,80-81-се биттәр.

3 Сәлмәнова М. Ат – башҡорттоң тоғро юлдашы. // Башҡортостан уҡытыусыһы. 1997, № 1, 37-40-сы биттәр.

4 Башҡорт халыҡ йыры “Азамат”.


 

 

5 Мырҙаҡаев Ф. Фәһемле фекерҙәр донъяһында. (Ҡ. Әлибаев шиғыры) - Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2003.

 

6 Кәрим М. Әҫәрҙәр биш томда. 4 том, “Ауыл адвокаттары” повесы. - Өфө: 1998, 142-286-сы биттәр.

 

 

7 Мырҙаҡаев Ф. Фәһемле фекерҙәр донъяһында. (Ҡ.Әлибаев шиғыры) - Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2003.

 

8 Мостай Кәрим. Көндәлектәр. // Ағиҙел. 2006, № 10, 10-сы бит.

 


 

 

в формате Microsoft Word (.doc / .docx)
Комментарии
Комментарии на этой странице отключены автором.