Урок «Сравнение праздников башкирского и американского народов на примере Дня Благодарения и Ҡаҙ өмәһе»

1
1
Материал опубликован 26 July 2022 в группе

Ҡаҙ өмәһе һәм Тhanksgiving day. Ике халыҡтың йолаларын сағыштырыу.

 

Авторҙары: Кинйәғолова Гөлшат Фәрис ҡыҙы, башҡорт теле уҡытыуусыһы,

Асадуллина Ләйсән Фларид ҡыҙы, инглиз теле уҡытыуусыһы

 

Класс:

6

Дата:

 

Дәрес темаһы:

Ҡаҙ өмәһе һәм Тhanksgiving day. Ике халыҡтың йолаларын сағыштырыу.

Дәрес төрө:

Яңы материалды өйрәнеү

Дәрес маҡсаттары:

Белем биреү: тема буйынма яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, америка һәм башҡорт халыҡтарының оҡшаш йола байрамдары буйынса белгәндәрҙе камиллаштырыу.

Үҫтереүсе: башҡорт һәм инглиз өндәрен дөрөҫ әйтеү, тасури уҡыу, фекерләү һәләтен, тыңлап аңлау, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү, телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыу.

Тәрбиәүи: коллективта эшләргә өйрәтеү; уҡыусыларҙа тәбиғәткә ҡарата һөйөү хисе тәрбиәләү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет – ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып – белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү;

в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап эшләү, үҙ – ара аралаша, тасури уҡыу, һорауҙар бирергә һәм яуап ҡайтарырға белеү.

Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ тойоусы, тырыш, әҙәпле, белем алырға ынтылыусы шәхес тәрбиәләү.

Йыһазладырыу:

Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 9сы класы өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеү өсөн дәреслек, тема буйынса слайдтар, эш дәфтәре, компьютер, проектор.

 

Дәрес барышы.

 

Сәләмләү. Психологик комфорт тыуҙырыу.

 

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Бөгөнгө беҙҙең дәресебеҙ ябай түгел, ул бинар дәрес тип атала. Беҙ бөгөн һеҙҙең өсөн ике дәресте бергә берләштереп үткәрергә булдыҡ. Һәм шулай уҡ беҙ һеҙҙең менән төркөмдәрҙә эште дауам итәбеҙ.

 

Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

 

- Goodmorning, children! I am glad to see you!

Look at the blackboard? Look at these pictures. Try to guess what are we talking about? (Приложение1).

 

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Бөгөнгө теманы аңлар өсөн йыр тыңлап үтәйек. (Йырҙы тыңлайҙар) Был йыр нимә тураһында, ниндәй байрам тураһында? Беҙ ниндәй байрам тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

 

- Ысынлап та, беҙ бөгөнгө дәрестә Ҡаҙ өмәһе һәм Тhanksgiving day тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Ә хәҙер бөгөнгө дәрескә маҡсаттар ҡуйып ҡарайыҡ.

 

Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

 

- Let’s read new words. Repeat after me:

Widely celebrate- широко отмечать

On a family circle – в семейном кругу

Roast turkey- жаренная индейка

On board the ship- на борту корабля

Crops- зерна

Harvest- урожай

Pray- молиться

Maize- кукуруза

There is a text, listen to me.

Thanksgiving Day.

Thanksgiving Day is widely celebrated in the whole America. It is celebrated on the 4th Tuesday of November. It is family holiday and Americans usually celebrate in the family circle.

The first settlers arrived in America on board the ship “Mayflower”. The first winter was very difficult for them. The Indians helped them a lot. They laid that first thanksgiving table with a roast turkey, pumpkin pie, maize and other plants, crops. They prayed God for all the goods

 

Translate the text one by one. Do exercise: try to say true or false in your groups.

The first Thanksgiving Day was celebrated in 1621.

Their ship was called the Titanic.

In autumn of 1621 the Pilgrims had a poor harvest.

The Pilgrims did not invite their Indian friends to share this Thanksgiving feast.

The traditional dish is an apple pie

 

There are 4 envelopes with all seasons. Find season and month when this holiday is celebrated.

What is the aim of this holiday? (ответы учащихся)

 

- Һеҙҙең алдығыҙҙа яңы һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙе уҡып, иҫтә ҡалдырайыҡ. Улар бөгөн беҙгә ярҙам итәсәктәр:

Йола – обряд,

Байрам – праздник,

Быҡтырыу – тушить,

Мамыҡ – пух,

Өлөш – часть.

 

Ә хәҙер текст өҫтөндә эште башлайыҡ. Һеҙҙең алдығыҙҙа текст. Мин уҡыйым, һеҙ күҙәтегеҙ. (Тексты уҡыу).

 

Ҡаҙ өмәһе

Ҡаҙ өмәһе – башҡорт халҡының иң матур, иң күркәм йолаларының береһе. Был йоланы көҙҙө оҙатҡас, ергә ап-аҡ ҡар ятҡас башҡаралар. Элегерәк ҡаҙ өмәләре бигерәк тә матур үткән. Өмә барған йортҡа иң шәп, уңған ҡыҙҙарҙы саҡырғандар. Беренсе килгән ҡыҙҙың урыны түрҙә булған. Эш барышында ҡатын-ҡыҙҙар әкрен генә йыр һуҙған.

Бөгөн дә беҙҙең халыҡ араһында күпләп ҡаҙ үҫтергән ғаиләләр етерлек. Күп йылдар үтһә лә, хәҙер ҙә ҡаҙ өмәләрен йолаһына ярашлы итеп, матур байрам рәүешендә үткәрәләр.

Иң башта, тышта ир-егеттәр ҙур ҡаҙанда һыу ҡайната. Улар һуйылған ҡаҙҙарҙы шул ҡаҙанға манып ала. Аҙаҡтан еүеш ҡаҙҙы тын үткәрмәй торған әйбергә урап, бер-аҙға быҡтырырға ҡуялар.Был ҡаҙҙың йөндәрен йолҡоуы еңел булһын өсөн эшләнә. Аҙаҡтан ҡаҙҙарҙы ирҙәр өйҙәге ҡатын-ҡыҙҙарға йолҡорға бирә. Улар “һә” тигәнсе, шаян һөйләшеп, йырлап, ҡаҙҙың мамығын таҙартып та ҡуя. Ҡаҙ һуҡтаһын утта яндырып алалар. Артабан эштең иң мәшәҡәтле, үтә оҫталыҡ талап иткән өлөшө башлана. Хужабикәләр ҡоштоң эсен ала. Әммә бер нәмәһен дә әрәм итеп ташламайҙар. Ҡаҙҙың мамығынан йомшаҡ, бынамын тигән мендәрҙәр сыға, ә ҡанаттары менән иҙән һеперергә була. Ҡаҙ майы, белеүегеҙсә, ҡышҡы селләлә бит-ҡулдарҙы өшөүҙән һаҡлай. Ә бына тәпәй, баштарынан телеңде йоторлоҡ тәмле аш бешерәләр. Өмә тамамланғас, бында ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә тигеҙ өлөш бүленә, өйҙәренә күстәнәскә лә биреп ҡайтарыла.

 

- Ә хәҙер төркөмдәр эсендә сылбырлап уҡыйбыҙ, сылбырлап тәржемә итәбеҙ.

- Һорауҙарға яуап бирәйек. Һеҙҙең алдығыҙҙа һорауҙар, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең һорауын уҡый, текстан яуабын табып яуап бирә.

- Һеҙҙең алдығыҙҙа миҙгелдәр яҙылған конверттар, эсендә айҙар. Был байрам үтелгән миҙгелде һәм айҙы табып ватманға йәбештереп ҡуйығыҙ.

- Был байрам ни өсөн үткәрелә?(Уҡыусыларҙың яуаптар)

- Был байрамға ҡараған һүҙҙәрҙе табығыҙ. Был һүҙҙәргә тап килгән мәҡәлдәрҙе йәбештерегеҙ:

Өмә эше ырамлы.

Эш яратҡан — уңған, яратмаған — туңған.

Күмәк ҡулға эш түҙмәй.

Күмәкләгән - яу ҡайтарған.

Намыҫлы кеше - ырыҫлы кеше.

Ҡаҙ ҡанаты — ҡауырһын, ир ҡанаты — ат.

 

Яңы белемде практикала ҡулланыу.

 

- Байрам ашамлыҡһыҙ булмай, һәр байрамға ҡараған аш – һыу була. Һеҙҙең алдығыҙҙа аш - һыу рәсемдәре. Ҡаҙ өмәһе һәм Тhanksgiving day көнөнә ҡарағандарын һайлап алығыҙ, аҙыҡтың исемен дөрөҫ итеп яҙығыҙ һәм ватманға йәбештереп ҡуйығыҙ. Бер – берегеҙҙе тыңлап эш итегеҙ.

 

 

Яңы белемде яңы ситуацияла ҡулланыу.

 

Килеп сыҡҡан проект эштәрен ҡарайыҡ һәм һорауҙырға яуап биреп ҡарайыҡ.

Look at your project, what can you see?

Are there many differences?

Look at both pictures and say where differences are?

Let‘s describe pictures.

 

 

Алған белемдәрҙе тикшереү һәм хаталарҙы төҙәтеү.

 

Бөгөнгө теманы аңланығыҙмы икәнде тикшереү өсөн синквейн яҙып ҡарайыҡ. Төркөмдәрҙә парлап бүленәбеҙ һәм эште башлайбыҙ. Башҡорт телендә лә, инглиз телендә лә эшләп ҡарайбыҙ. Килеп сыҡҡан эшегеҙҙе лә ватманға йәбештерегеҙ.

Һеҙҙең һәр төркөмдә проект эше барлыҡҡа килде. Уларҙе таҡтаға элеп ҡуяйыҡ, бер – беребеҙҙең эштәрен ҡарайыҡ.

 

Рефлексия (подведение итогов занятия).

Бөгөнгө дәресте тамамлар алдынан рефлексия эшләп китәйек, таҡтаға ҡарағыҙ, һөйләмдәрҙе төҙөп бөтөрөгөҙ:

Бөгөн мин ... белдем.

Бөгөнгө дәрестә … ауыр булды.

Мин … аңланым.

I have learnt

I could

It was amazing to learn

I was surprised

I would like

 

 

Баһалау.

 

- Бөгөнгө эшебеҙҙе баһалап китәйек. Һеҙҙең алда өс төрлө төҫлө түңәрәктәр, үҙегеҙҙең эшегеҙҙе баһалағыҙ:

Йәшел түңәрәк – бишле,

Һары түңәрәк – дүртле,

Ҡыҙыл түңәрәк – өслө билдәһе.

Өйгә эш биреү.

 

- Көндәлектәрҙе астыҡ, киләһе дәрескә өйгә эш яҙып алайыҡ. Таратма материалдарҙа өс төрлө эш, оҡшағанын һайлап эшләйбеҙ.

1. Бирелгән тексты күсереп яҙ, ябай һөйләмдәргә синтаксик анализ эшлә.

2. Ребустарҙы сисеп, тыуған ер тураһында мәҡәлдәрҙе яҙ.

3. Яратҡан байрамың тураһында инша яҙ.

- Өйгә эш буйынса һорауҙар бармы?

 

Йомғаҡлау.

 

- Уҡыусылар! Дәрестә бик актив булдығыҙ! Тырышып эшләгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һау булығыҙ!

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

 

1. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класс уҡыусылары өсөн уҡыу ҡулланмаһы.. Усманова М.Ғ. һ.б. – Өфө: Китап, 2017.

2. Бурняшева, Л.А. Активные и интерактивные методы обучения в образовательном процессе высшей школы. Методическое пособие / Л.А. Бурняшева. - М.: КноРус, 2016

3. Кашлев, Сергей Семенович Интерактивные методы обучения. Учебно-методическое пособие / Кашлев Сергей Семенович. - М.: ТетраСистемс, 2013

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Приложение 1

 

 

 

t1658820305aa.png

t1658820305ab.png

 

в формате Microsoft Word (.doc / .docx)
Комментарии

Уважаемые авторы урока! Урок 2-х учителей разных культур и языков безусловно интересен. Встреча культур на уроке обогащает опыт детей, привлекает к изучению языков и имеет большой воспитательный потенциал. Меня интересовала английская версия, но не все учителя понимают башкирский. Воспользовавшись переводчиком я поняла и всю идею до конца. Спасибо за интересную разработку! Успехов! https://www.ltran.ru/translate

29 July 2022