Дәрес «Берҙәмлек — мәңге һаҡлар хазина»
Тема. Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина.
Маҡсаттар.
Дуҫлыҡ менән көслө булыуыбыҙ тураһындағы фекерҙе еткереү. Башҡа милләттәрҙе хөрмәт итеү һәм берҙәм йәшәүҙең мөһимлеген төшөндөрөү, аңлатыу.
Уҡыусыларҙа Тыуған илебеҙ- ғәзиз Башҡортостаныбыҙға һәм дөйөм өйөбөҙ булған, ҙур Ватаныбыҙ - бөйөк Рәсәйгә ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләү.
Уҡыусыларҙың берҙәмлек, халыҡтар дуҫлығы тураһындағы әҙәби белемдәрен киңәйтеү.
Йыһазландырыу. Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы карталары, тыуған илебеҙҙең тәбиғәтенә, иҫтәлекле урындарын сағыылдырған, милләттәрен сағылдырған һүрәттәр, видеояҙмалар, интерактив таҡта, компьютер.
Метод. Дистанцион дәрес.
Дәрес барышы.
-- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
Бөгөнгө дәресте видеояҙма ҡарауҙан башларға тәҡдим итәм.
1-cе слайд. Ҡумыҙ көйө аҫтында Башҡортостан тәбиғәтен сағылдырған видеояҙма.
Уҡытыусы.
Һай, Уралы, Уралы!
Яланлы ла Уралы,
Сағыллы ла Уралы!
Баҡырлы ла Уралы,
Тимерле лә Уралы,
Күмерле лә Уралы,
Ҡара алтынлы Уралы,
Һары алтынлы Уралы,
Игенле лә Уралы,
Сөгөнлө лә Уралы!
2-се слайд. Экранда Рәсәй картаһы. Уртаһынан Башҡортостан картаһы сыға .
Уҡытыусы. Урал –Рәсәйҙең алтын билбауы булһа,
Башҡортостан, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева әйтмешләй(“Башҡортостан” шиғырынада), …шул Уралда , Рәсәй күкрәгендә йондоҙ булып янып торған нурстан ул. Эйе, Рәсәй – беҙҙең ҙур Ватаныбыҙ, ә ғәзиз тыуған илебеҙ, Башҡортостан, - уның йөрәге!
-Уҡыусылар, һеҙ әле күргән видеояҙмала Жәлил Кейекбаевтың “ Урал тураһында ҡобайыр”ынан өҙөк яңғыраны. Был яҙмала ҡайһы ерҙәр күрһәтелде? Ҡобайырҙа нимә тураһында һүҙ барҙы?
-Дөрөҫ, видеояҙмала беҙҙең аҫыл Башҡортостаныбыҙҙың хозурлығын күрҙек. Беҙ тыңлаған өлөштә Уралдың тәбиғәте , байлыҡтары тураһында һүҙ барҙы.
-Әйҙәгеҙ әле ҡобайыр өҙөгөнән Уралдың тәбиғәт байлыҡтарын аңлатҡан һүҙҙәрҙе табап ҡарайыҡ.
Слайд. Һүҙҙәр. Һүрәттәре. Башҡортостан пазлы.
-Дөрөҫ. Ялан, сағыл, баҡыр, тимер, күмер, ҡара алтын, һары алтын, иген, сөгөн һүҙҙәрен таптыҡ.
-Эйе, Башҡортостан Ер шарындағы иң бай, матур, илаһи урындарҙың береһе. Ләкин, ошо хозурлыҡ араһында бик мөһим бер хазина бар. Башҡортостандың төп байлығы тип әйтәбеҙ уны. Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
3-cө слайд.
Экранда Рәсәй картаһы уртаһынан Башҡортостан картаһы тора. Милли костюмдарҙа милләттәр күренә.
-Дөрөҫ, афарин, кемдәр был һорауға яуап тапҡан! Башҡортостандың төп байлығы – ул уның халҡы.
Башортостан халыҡтары – Рәсәй халыҡтары берҙәм ғаилә булып татыу йәшәй. Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазинабыҙ! Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә ошо турала һәйләшәсәкбеҙ.
-Бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы ла ошо. Ни өсөн беҙ берҙәмлекте мәңге һаҡлар хазина, тип әйтәбеҙ? Һеҙ был теманы нисек аңлайһығыҙ? Әйҙәгеҙ, теманы рус теленә тәржемә итеп ҡарайыҡ эле.
Уҡытыусы. Уҡыусылар, аудиояҙма тыңлайыҡ.
Слайд. Һүҙлек эше. Текстағы яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү.
1. Татыулыҡ, берҙәмлек, хөрмәт, тыныслыҡ, милләттәр, халыҡ һүҙҙәренең мәғәнәләрен асыҡлайыҡ. Русса улар нисек әйтелә?
Татыулыҡ Берҙәмлек былар ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? Нисек яһалғандар? (яһалма исемдәр , тамырға яһалма ялғау ҡушылған, Мәҫәлән: татыу – лыҡ; бер –ҙәм –лек . –ҙәм, - лек – яһаусы ялғауҙар, бер – тамыры, берҙәмлек- нигеҙ. Был һүҙҙәр рус телендә нисек яһала икән? Сағыштырайыҡ. Един- ств –о )
2. Ошо һүҙҙәр менән һүҙбәйләнеш һәм бәләкәй һөйләм төҙөйөк.
3.Текстан илебеҙ тураһында ниндәй яңы мәғлүмәттәр алдыҡ? Башҡортостанда яҡынса күпме халыҡ йәшәй?
4. Республикабыҙҙа нисә район һәм ҡала бар?
5. Ниндәй милләттәр күпләп йәшәй?
6. Бөтәһенең дә мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн шарттар бар – милли телдәрҙә газета-журналдар сыға, китаптар баҫыла, радио, телевидение тапшырыуҙары алып барыла, театрҙар эшләй. Һөйләмде рус теленә тәржемә итегеҙ.
4-cе слайд. Видео йәки һүрәт…Яланда бер ағас үҫә. Күп ағастар үҫә. Эл-дауылға яңғыҙ ағас бирешә… Дауыл. Яңғыҙ ағас һәм урманды сағыштырыу.
Уҡытыусы. Ни өсөн ағас тиҙ биреште, уҡыусылар?
- Яңғыҙҙың көсө юҡ.
- Дөрөҫ. Бер ағас усаҡта ла янмаҫ, күмәк ағас дауыл да ла һынмаҫ, ти халыҡ.
- Халыҡтар менән дә шулай. Күмәк халыҡ менән беҙ көслө.
Уҡытыусы. Һеҙгә өйгә “Минең илем – дуҫлыҡ иле, тырыш һәм берҙәм халыҡ ере!” тигән темаға проект эше бирелгән ине.
Уҡыусылар. Бал ҡорттары кеүек тырыш, уңған, эшһөйәр беҙҙең халыҡ. Милләттәр ҙә бал ҡортондай татыу һәм берҙәм. Илебеҙҙә тормош мул тыныс, матур булһын өсөн, һәр кем үҙ өлөшөн индерә. Һеҙ ҙә бөгөн бал ҡорттарылай эшләһәгеҙ, Башҡортостаныбыҙ кәрәҙе тулып китер.
6-сы слайд. “Минең илем – дуҫлыҡ иле, тырыш һәм берҙәм халыҡ ере!” Уҡыусылар проект эштәрен яҡлайҙар. Уларҙың эше кәрәҙ формаһындағы Башҡортостан картаһын тултыра бара. Кәрәҙҙе тултырыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерә.
1.Проект. Минең проект эшем. Яҙгөл.
Данлы йылдар, шанлы йылдар.
Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тип әйткән бит бөйөк рус ғалимы М.Ломоносов.
Халыҡтар берҙәм, дуҫ, татыу йәшәгәндә генә беҙ көслө һәм ныҡ буласаҡбыҙ. Беҙҙең халыҡтар элек-электән дуҫ йәшәгән. Яу килгәндә бер булған. Быға миҫалдар күп. Мәҫәлән, Дуҫлыҡ Монументы .
Дуҫлыҡ Монументы — башҡорттарҙың Рәсәйгә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы 1965 йылда Өфө ҡалаһында, Ағиҙел ярында ҡуйылған һәйкәл. Ул тарихи Өфө ҡәлғәһе урынында тора. Скульпторҙары М. Ф. Бабурин, Г. П. Левицкая, архитекторҙары Г. И. Гаврилов, Е. И. Кутырёв. Уға беренсе таш 1957 йылдың 14 июнендә һалына һәм буласаҡ монумент урынына «Здесь будет сооружён монумент в память 400-летия добровольного присоединения Башкирии к Русскому государству» тигән яҙыулы мәрмәр таҡтаташ урынлаштырыла..
Дуҫлыҡ һәйкәле .Ҡәҙим Аралбай
Күк Уралды,
Баш ҡаламды нурлап,
Күккә ашты мәрмәр монумент.
Ул – символы изге көрәштәрҙең,
Сал тарихтың һүнмәҫ даны бит…
Ағиҙелдең бейек яр башында
Һырғый һәйкәл күккә олғашҡан…
Бөйөк дуҫлыҡ, нығып быуат-быуат,
Йөрәктәргә килеп тоташҡан.
2. Проект. Минең проект эшем. Халыҡ ижады – аҫыл таш. Мәҡәлдәр . Илиза .
Беҙҙең халыҡтың тормош- көнкүрешен, йолаларын, ғөрөф- ғәҙәттәрен, йыр-моңдарын сағылдырған 18 томдан торған “Башҡорт халыҡ ижады” баҫмаһы бар.
Шул китаптар аша халҡыбыҙҙың бай фольклорын, ауыҙ-тел ижады өлгөләре өйрәнәбеҙ һәм ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Унда дуҫлыҡ-туғанлыҡ тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр күп.
Ил төкөрһә, күл була. Күмәкләгән - яу ҡайтарған.
Ирҙәр берекһә, ил таралмаҫ. Берҙәмлектә - көс.
3. Проект. Минең проект эшем. Ил һаҡлап – азатлыҡ даулап. Эльмир.
Дуҫлығыбыҙ, берҙәмлегебеҙ быуаттар буйы үрелеп, нығынып бара. Тарих төпкөлөнән бөгөнгәсә, Рәсәй иленә бәлә килгәндә, башҡа милләттәр кеүек, башҡорт халҡы ла Ҙур Ватанды яҡлап сыҡҡан.
Башҡорт халҡы Рус халҡы менән берлектә төрлө илбаҫарҙарға ҡаршы батыр көрәшкәне Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң билдәле. Уларҙың бөйөк эштәре лайыҡлы рәүештә юғары баһалана.
Бөгөнгө көндә Нидерландыларҙа һыу эсендә башҡорт яугирына һәйкәл, Германиялағы башҡорт яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған таш... Шварца ҡалаһындағы уҡ… Төньяҡ амурҙары” тигән исемде Француздар, башҡорттарҙы уҡ-һаҙаҡ менән менән ҡоралланғандары өсөн мөхәббәт аллаһына (уҡ-ян тотҡан ҡанатлы малай рәүешендә һүрәтләнгән) оҡшатып ҡушҡан.
Бөйөк Рәсәйҙе яҡлап һуғышҡан ир-егеттәр араһында хатта сая башҡорт ҡатын –ҡыҙҙары ла булған.
Бөйөк еңеүҙең 75-се яҙын ҡаршы алдыҡ.
Тыуған илебеҙ, Бөйөк Рәсәй, азатлығы өсөн барған был ҡаты алышта һәр милләт үҙ өлөшөн индерә.
Легендар 112-cе кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатов була. Уға быйыл Рәсәй геройы исеме бирелде.
4. Проект. Минең проект эшем. Башҡорт халҡының милли ризыктары. Сөмбөл.
Башҡорт халҡы - ҡунаҡсыл халыҡ! Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы икмәк, ҡымыҙ менән ҡаршылау – борондан килгән йола.
Ҡунаҡтарҙы беҙҙә туҡмас, юллама,бишбармаҡ, өлөш, ҙур бәлеш, ваҡ бәлеш, өлөш, ҡаҙы, ҡаҡланған ит, бауырһаҡ, ҡорот, айран, ҡатыҡ , талҡан, ҡыҙыл эремсек кеүек милли ризыҡтар менән һыйлайҙар.
Башҡорт балы – бар донъяға билдәле.Ә баллы сәк-сәк, бауырһаҡтар - туй ризығының төп символы.
Буҙа-ҡымыҙ – халҡыбыҙҙың иң боронғо һәм яратҡан файҙалы эсемлектәре. Үпкә ауырыуҙарынан дауалай. Билдәле рус яҙыусылары Сергей Тимофеевич Аксаков, Лев Толстойҙар Башҡортостанға килеп, ҡымыҙ менән дауаланғандар.
5. Проект. Күп милләт – бер татыу ғаилә. Айһылыу.
Мин үҙемдең проект эшемде милләттәр буйынса әҙерләнем.
Беҙҙең Башҡортостанда йөҙҙөн ашыу милләттәр дуҫ һәм татыу йәшәйҙәр. Беҙҙең класты ғына алайыҡ. Класыбыҙҙа ла төрлө милләт вәкилдәре, мәҫәлән, башҡорттар менән бергә рус, татар, үзбәк, әзербайжандар бар.
Беҙ бер-беребеҙҙе хөрмәт итәбеҙ.
Кластан тыш сараларҙа, түңәрәктәрҙә үҙебеҙҙең милли кейемдәрҙе өйрәнәбеҙ, тегәбеҙ, сувенир, көнкүреш әйберҙәре яһайбыҙ.
РДК костюм элементтары???
Уҡытыусы. Халыҡтар берҙәмлеге хөкүмәт иғтибарынан да ситтә ҡалмай. Илебеҙҙә 2005 йылдан алып Халыҡтар берҙәмлеге көнө дәүләт байрамы итеп билдәләнә.
Слайд.
Уҡытыусы. “Иң яҡшы синквейн” конкурсы тәҡдим итәм. “Берҙәмлек” һүҙе менән синквейн төҙөп, ярышып алайыҡ.
Слайд. Нимә ул синквейн? Ҡағиҙәһен иҫкә төшөрәйек.
Синквейн-француз һүҙе, биш юлдан торған шиғыр.
Теманы асыҡлаусы бер исем
Предметты баһалаусы ике сифат
Предметҡа хас булған өс ҡылым
Теманың йөкмәткеһен асыусы бер фраза
Теманы асыҡлаусы һүҙгә синоним, һығымта.
Рефлексия. Кластер .
Йомғаҡлау. Рәсәй –беҙҙең дөйөм йортобоҙ. Ул ҡояш кеүек берәү.
Слайд. Ҡояш. Рәсәй картаһы контуры.
Беҙ ҙур дәүләттең бер өлөшө. Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге. Төп байлығы – халыҡ.
Слайд. Кәрәҙле Башҡортостан.
-Әгәр бал ҡорттарылай берҙәм булһаҡ, бергә тырышһаҡ беҙҙең илебеҙҙә тормош ниндәй булыр? Киләсәгебеҙҙе ниндәй итеп күҙ алдына килтереп була?
-Уҡыусыларҙың яуабы.
Слайд. Ҡояш нурҙары эсенә һәр уҡыусының яуабы, теләк-һүҙҙәре сыға бара.
Ҡояшлы матур бай өмөтлө тыныс имен мул тормош яҡты уңышлы
Уҡытыусы. Бына ни өсөн берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина икән!
Тимәк тормошобоҙ матур, мул, ҡояшлы, тыныс, йырлы буласаҡ.
Өйгә эш. Инша. Минең дуҫым – рус ҡыҙы. Минең иптәшем - татар малайы.
“Иманлы ил” йырын “Тамыр” балаларына ҡушылып, бергәләп йырлайыҡ.
Слайд. Видеояҙма.
Дәрес тамам. Һау булығыҙ.